text stringlengths 11 900k | id stringlengths 2 6 | url stringlengths 31 146 | title stringlengths 1 115 |
|---|---|---|---|
# Сармат мәҙәниәте
Сармат мәҙәниәте (икенсе атамаһы Прохоровка мәҙәниәте) — беҙҙең эраға тиклем IV—II быуаттарҙа Евразия далаларының археологик мәҙәниәте, уның өсөн Ырымбур өлкәһе Шарлыҡ районының Прохоровка ауылы янында С. И. Руденко ҡаҙып тапҡан ҡурғандар комплексы хас.
М. И. Ростовцев Прохоровка ҡурғандарын беҙҙең ... | 132881 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сармат_мәҙәниәте | Сармат мәҙәниәте |
# Турица (Сухона ҡушылдығы)
Турица — Рәсәй йылғаһы. Вологда өлкәһе, Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Сухона йылғаһының һул ярына тамағынан 352 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
# Турица (Сухона ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу ... | 15416 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Турица_(Сухона_ҡушылдығы) | Турица (Сухона ҡушылдығы) |
# Тубыл (ҡала)
Тубыл (рус. Тобольск) — Төмән өлкәһенең Тубыл районы үҙәге.
Өлкәнең төньяҡ өлөшөндә, Тубыл йылғаһы Иртышҡа ҡойған ерҙә урынлашҡан. Ҡалаға 1587 йылда Себерҙе үҙләштерү үҙәге булараҡ нигеҙ һалынған. 1590 йылда уға Себер тарафтарында беренсе булып ҡала статусы бирелә. 1708 йылдан Себер губернаһының админис... | 65540 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Тубыл_(ҡала) | Тубыл (ҡала) |
# Ғәббәсов
Ғәббәсов — башҡорт ир-ат фамилияһы. Ғәббәс исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.
Ғәббәсова — башҡорт ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
# Ғәббәсов
## Билдәле йөрөтөүселәр
* Ғәббәсов Әхмәҙулла Әхмәт улы (1902— ????) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры.
* Ғәббәсов Абдулла Ғәббәс улы (1900... | 184379 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәббәсов | Ғәббәсов |
# Эркслебен (Альтмарк)
Эркслебен (Альтмарк) (нем. Erxleben (Altmark)) — Германияла, Саксония-Анхальт ерендә урынлашҡан коммуна.
2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 499 кеше йәшәй. Майҙаны — 20,99 км². Диңгеҙ кимәленән 33 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 39606 һәм автом... | 30384 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эркслебен_(Альтмарк) | Эркслебен (Альтмарк) |
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
Ҡуян (рус. Куяново) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 57 кеше. Почта индексы — 452855, ОКАТО коды — 80233846002.
# Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы)
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе ... | 12236 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡуян_(Яңы_Килбаҡты_ауыл_советы,_Ҡалтасы_районы) | Ҡуян (Яңы Килбаҡты ауыл советы, Ҡалтасы районы) |
# Нефтсе (стадион, Ишембай)
«Нефтсе» — Ишембай ҡалаһының төп стадионы, уға 1937 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың үҙәгендәге Ленин майҙанында урынлашҡан. Ишембай ҡалаһының «Нефтсе» футбол клубы өсөн ярыштар урыны булып тора. Футбол яланы (105x68 м), еңел атлетика йүгереүҙәре юлы (400 м), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү, ... | 126842 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Нефтсе_(стадион,_Ишембай) | Нефтсе (стадион, Ишембай) |
# Бенджамин Франклин
Бенджамин Франклин (ингл. Benjamin Franklin; 17 ғинуар 1706 йыл — 17 апрель 1790 йыл) — АҠШ-тың сәйәси эшмәкәре, дипломат, полимат, уйлап табыусы, яҙыусы, журналист, нәшриәтсе, масон. АҠШ бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш лидерҙарының береһе.
Бенджамин Франклин — Америка Ҡушма Штаттарының бойондороҡһоҙ... | 146023 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Бенджамин_Франклин | Бенджамин Франклин |
# Степанов Леонид Александрович
Леонид Маяксем (тулы исеме Леонид Александрович Степанов; 1938 йылдың 2 ғинуары, Сикасси ауылы, Канаш районы, Сыуаш АССР - 11 ғинуар 2014, Чебоксар) - сыуаш яҙыусыһы, прозаик. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
# Степанов Леонид Александрович
## Биография
Леонид Максим 1938 йылд... | 164752 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Степанов_Леонид_Александрович | Степанов Леонид Александрович |
# Йәйге ваҡыт
Йәйге ваҡыт (рус. летнее время, ингл. daylight saving time) — билдәле сәғәт бүлкәтендә ҡабул ителгән ваҡыттан 1 сәғәт алға күсерелгән ваҡыт. Күп илдәрҙә өй-урамдарҙы яҡтыртыуға тотонолған электр энергияһын экономиялау өсөн йәйен индерелә. Көҙ көнө ваҡыт ҡышҡы ваҡытҡа кире күсерелә.
Күпселек илдәрҙә ҡышҡы... | 6863 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәйге_ваҡыт | Йәйге ваҡыт |
# Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы
Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы (19 октябрь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-физигы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1992). РФА-һы космос тикшеренеүҙәре институтының Почётлы директоры.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — плазма физикаһы һәм йыһан физикаһы. 1975 йылдан һуң баҫылған 50... | 155712 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғәлиев_Альберт_Әбүбәкер_улы | Ғәлиев Альберт Әбүбәкер улы |
# Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы)
Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (урыҫ. Муниципальное общеобразовательное автономное учреждение «Средняя общеобразовательная школа им. Н. Р. Ирикова с. Зилаир» муниципального района Зилаирский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы Йыла... | 190807 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ириков_Н._Р._исемендәге_мәктәп_(Йылайыр_районы) | Ириков Н. Р. исемендәге мәктәп (Йылайыр районы) |
# Вохтома (Виги ҡушылдығы)
Вохтома — Рәсәй йылғаһы. Кострома өлкәһе, Вологда өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Вига йылғаһының һул ярына тамағынан 3 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.
# Вохтома (Виги ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға ... | 18526 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вохтома_(Виги_ҡушылдығы) | Вохтома (Виги ҡушылдығы) |
# Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы)
Яубүләк ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы муниципаль районының административ-территориаль һәм муниципаль берәмеге.
# Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы)
## Тарихы
Ауыл биләмәһенең статусы һәм сиктәре Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Р... | 140423 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Яубүләк_ауыл_Советы_(Асҡын_районы) | Яубүләк ауыл Советы (Асҡын районы) |
# Популяция
Популяция (лат. populatio — халыҡ) — үҙ-ара иркен ҡауыша алған бер үк төр заттарының ареалдың билдәле бер өлөшөндә шул уҡ төр заттарының башҡа йыйылмаларынан оҙаҡ ваҡыт сағыштырмаса айырым йәшәй алған йыйылмалары.
Термин тәү башлап фәнгә 1903 йылда Дания биологы, Института физиологии растений Копенгаген ун... | 159253 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Популяция | Популяция |
# Судобай
Судобай — Рәсәйҙәге йылға. Алтай Республикаһы, Алтай крайы биләмәләрендә аға. Йылға Жасатер йылғаһының һул ярына тамағынан 9 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Судобай
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалы... | 60282 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Судобай | Судобай |
# Жирмунский Виктор Максимович
Жирмунский Виктор Максимович (21 июля [2 августа] 1891, Санкт-Петербург — 31 ғинуар 1971, Ленинград) — СССР һәм Рәсәй тел белгесе һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор, СССР фәндәр академияһы академигы (1966), Бавария, Британия (ағза-корреспонденты, 1962), Саксония һә... | 164885 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Жирмунский_Виктор_Максимович | Жирмунский Виктор Максимович |
# Вампир
Вампир (иҫке слав. вѫпырь, пол. wąpierz), йәки убыр, йәки вурдала́к — Европа халыҡтарының түбәнге мифологияһында (низшая мифология народов Европы) тере, ярымүле йәки үле йән эйәһе, төнгө йәшәү рәүеше алып бара, кешеләрҙең ҡанын һура, һаташыу ебәрә.
Вампирҙар тип яуыздар, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар, енәйәтселәр, ... | 189881 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вампир | Вампир |
# Книппер-Чехова Ольга Леонардовна
Книппер-Чехова Ольга Леонардовна (9 сентябрь (21 сентябрь) 1868 йыл — 22 март 1959 йыл) — Мәскәү Художество театрының рус һәм совет актрисаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937). I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1943). Яҙыусы Антон Павлович Чеховтың ҡатыны
# Книппер-Чехова Ольга Леонард... | 160106 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Книппер-Чехова_Ольга_Леонардовна | Книппер-Чехова Ольга Леонардовна |
# Вотяк Ураҙы
Вотяк Ураҙы (рус. Вотская Урада) — Башҡортостандың Яңауыл районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше. Почта индексы — 452826, ОКАТО коды — 80259860006.
# Вотяк Ураҙы
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йыл... | 14227 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вотяк_Ураҙы | Вотяк Ураҙы |
# Санкт-Килиан
Санкт-Килиан (нем. St. Kilian) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан коммуна.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 2986 кеше йәшәй. Майҙаны — 54,88 км². Диңгеҙ кимәленән 395 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 98553 һәм автомобиль коды — HBN. | 29505 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Санкт-Килиан | Санкт-Килиан |
# Сенин Александр Степанович
Александр Степанович Сенин (1891 йыл, Дон Ғәскәре Өлкәһе Донецк округы Боковская станицаһы Евлантьев утары — 1930 йылдың 28 декабре, атып үлтерелә) — казак, рус офицеры, М.А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы персонажы, М. Шолоховтың «Күтәрелгән сиҙәм» романындағы Половцевтың прототибы.
# Сен... | 128120 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сенин_Александр_Степанович | Сенин Александр Степанович |
# Нотус
Нотус (Натус) — Рәсәй йылғаһы. Архангельск өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Ежуга йылғаһының уң ярына тамағынан 131 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.
# Нотус
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участка... | 21432 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Нотус | Нотус |
# Самтавро монастыры
Самтавро монастыры — Самтавро Преображенский сиркәүенән һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың изге Нина монастырынан торған комплекс Мтквари һәм Арагви йылғаларының ҡушылған урынында урынлашҡан (Мцхета ҡалаһы, Грузия). Монастырь Грузияның католикос-патриархы, Мцхета һәм Тбилиси архиепискобының ҡарамағында тора.
Был... | 152997 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Самтавро_монастыры | Самтавро монастыры |
# Дортмунд опера театры
Дортмунд опера театры (нем. Opernhaus Dortmund) 1966 йылда асыла һәм Дортмунд Театры ойошмаһы ҡарамағында тора. Хәҙерге бинаһы 1904 йылда асылған һәм Беренсе донъя һуғышында емерелгән бинаның алмашына төҙөлгән.
Архитекторҙар Генрих Роскоттен һәм Эдгар Триттхарт модернистик стилдә театр төҙөлөшө... | 146610 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Дортмунд_опера_театры | Дортмунд опера театры |
# Яубүләк (Салауат районы)
Яубүләк (рус. Яубуляково) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл. Арҡауыл ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 26 кеше. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810006.
# Яубүләк (Салауат районы)
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 30 км
* Ау... | 13276 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Яубүләк_(Салауат_районы) | Яубүләк (Салауат районы) |
# Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп дауалау-консультация, ойоштороу- методик үҙәге. 1876 йылда асылған Губерна дауаханаһы (1948 йылға тиклем 1-се Совет дауаханаһы) нигеҙендә ойошторолған. 1976 йылдан табип, дәү... | 141484 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғ._Ғ._Ҡыуатов_исемендәге_Республика_клиник_дауаханаһы | Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы |
# Турин
Турин (итал. Torino, пьем. Turin) — төньяҡ Италия ҡалаһы һәм мөһим эшлекле мәҙәниәт үҙәге. Пьемонт төбәге — Турин провинцияһының административ үҙәге.
Көнбайыш Альп итәгенең Падан тигеҙлегендә Альп артылштыры янында, Дора-Рипария йылғаһының По йылғаһына ҡойған урынында урынлашҡан.
Халыҡ һаны буйынса Италияның Р... | 130260 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Турин | Турин |
# Пасха утрауы
Пасха Утрауы йәки Рапануи (испан телендә Isla de Pascua, рапапуя телендә Rapa Nui, нидерланд телендә Paas eiland) Тымыҡ океандың көньяҡ-көнсығышындағы утрау, Чили биләмәһе (кеше йәшәмәгән Сала-и-Гомес утрауы менән бергә Валпараисо өлкәһе сиктәрендә Исла-де-Паскуа провинцияһын һәм коммунаһын барлыҡҡа кил... | 185154 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Пасха_утрауы | Пасха утрауы |
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы (1860—1936) — әүлиә, аҡыл эйәһе, Ырымбур мосолмандар Диниә назараты имам-хатибы (1890), мөғәллим, хажи.
# Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы
## Биографияһы
Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы Аҡъюлов 1860 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерг... | 184629 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡъюлов_Әхмәтбаҡый_Фәхретдин_улы | Аҡъюлов Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы |
# Алайғыр
Алайғыр (рус. Алайгирово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 468 кеше. Почта индексы — 453023, ОКАТО коды — 80235820002.
# Алайғыр
## Халыҡ һаны
### Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) барышында өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (99 %).
... | 12387 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алайғыр | Алайғыр |
# Сепиети ҡорамы
Сепиети ҡорамы- Грузияла Аабаша муниципалитетының Сепиети ауылындағы базилика. Бина кирбес һәм таштарҙан төҙөлгән. Ғибәҙәтхана урта быуаттарҙа төҙөлгән тигән фараз бар, әммә күп тапҡыр үҙгәртеп ҡороуҙар һөҙөмтәһендә баштағы ҡиәфәтенең юғалыуына килтергән. Көньяҡ яғында тәҙрәләре бар. Сиркәү һуңғы урта... | 153972 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сепиети_ҡорамы | Сепиети ҡорамы |
# Тик һиңә (альбом)
Тик һиңә — «ХаZина» башҡорт төркөмөнөң Ялан Music лэйблында нәшер ителгән студия альбомы. Кассетала баҫтырылған.
# Тик һиңә (альбом)
## Альбомды яҙҙырыуҙа ҡатнашыусылар
* Янбулат Мөхәмәтдинов - вокал, төркөм етәксеһе
* Рөстәм Шәрипов - ҡурай
* Альберт Ғиндулин - гитара
* Азат Атанғолов - синтезат... | 199378 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Тик_һиңә_(альбом) | Тик һиңә (альбом) |
# Малагаси теле
Малагаси теле (малаг. malagasy, малаг. مـَلـَغـَسـِ) — башлыса Мадагаскар утрауыда йәшәүсе малагаси халҡының теле. Шулай уҡ Мадагаскар Республикаһының дәүләт теле булып тора. Африкала берҙән-бер австронезия теле.
Бынан тыш, малагаси телендә һөйләшеүселәр Реюньон, Комор, Сейшел һәм башҡа яҡын тирәләге у... | 185360 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Малагаси_теле | Малагаси теле |
# Арыҫланов
Арыҫланов — фамилия.
* Арыҫланов Айнур Нурғәле улы (1985), дини хеҙмәткәр.
* Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (1928—2010), артист, нәфис һүҙ оҫтаһы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1974) халыҡ артисы.
* Арыҫланов Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (1915—1945), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1... | 75929 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Арыҫланов | Арыҫланов |
# Икстимер
Икстимер — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы биләмәләрендә аға. Йылға Оло Ҡыҙыл йылғаһының уң ярына тамағынан 86 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 19 км.
# Икстимер
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында урынлашҡан,... | 18851 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Икстимер | Икстимер |
# Горнау (Мәғдән тауҙары)
Горнау (Мәғдән тауҙары) (нем. Gornau/Erzgeb.) — Германиялағы, Саксония ерендәге коммуна. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 3893 кеше йәшәй. Майҙаны — 19,87 км². Диңгеҙ кимәленән 420–470 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Был коммунаның почта индексы 09405 , 0... | 28339 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Горнау_(Мәғдән_тауҙары) | Горнау (Мәғдән тауҙары) |
# Шинда (Кучуманда ҡушылдығы)
Шинда — Рәсәй йылғаһы. Кемерово өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Кучуманда йылғаһының һул ярына тамағынан 10 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Шинда (Кучуманда ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Үрге Обь һыу бассейны округында... | 18108 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шинда_(Кучуманда_ҡушылдығы) | Шинда (Кучуманда ҡушылдығы) |
# Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы)
Хальмер-Яга — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Нерута йылғаһының һул ярына тамағынан 18 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км.
# Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны окр... | 23192 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хальмер-Яга_(Нерута_ҡушылдығы) | Хальмер-Яга (Нерута ҡушылдығы) |
# Галанда Микулаш
Микулаш Галанда (словак. Mikuláš Galanda; 4 март 1895 йыл, Мала Веска, Австро-Венгрия (хәҙер Турчьянске-Теплице янында, Словакия) — 5 июнь 1938 йыл Братислава), словак рәссамы, иллюстратор, график.
XX быуат башындағы словак модернына нигеҙ һалыусы һәм пропагандалаусыларының береһе.
# Галанда Микулаш... | 175100 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Галанда_Микулаш | Галанда Микулаш |
# Афина
Афина (грек. Αθήνα) — Грецияның, Аттика номының һәм Афина номархияһының (префектураһының) баш ҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан, ул- илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған тип иҫәпләнә. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик осорҙа (б.э.т. V быуатта) ҡала... | 50085 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Афина | Афина |
# Фрейрина
Фрейрина (исп. Freirina) — Чилилағы ҡасаба. Шулай уҡ шул исемдәге коммунаның административ үҙәге. Ҡасаба менән коммуна Чаньяраль провинцияһына ҡарай. Ҡасаба халҡы — 3469 кеше (2002).
Коммунаның майҙаны — 3207 км². Халыҡ һаны — 5861 кеше (2006). Халыҡ тығыҙлығы — 1,64 кеше/км².
# Фрейрина
## Географик урыны... | 79494 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Фрейрина | Фрейрина |
# Алмере
Алмере (нидер. Almere) — Нидерландтың үҙәк өлөшөндә Флеволанд провинцияһында община һәм ҡала. Лелистад һәм Зеволде общиналары менән сиктәш. Алмере общинаһы Алмере Стад, Алмере Хавен, Алмере Бёйтен, Алмере Хаут, Алмере Порт (төҙөлә) һәм Алмере Пампус (проектлау стадияһында) райондарынан тора.
Алмере Нидерландт... | 145491 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алмере | Алмере |
# Вильгельм Кинцль
Вильгельм Кинцль (нем. Wilhelm Kienzl; 17 ғинуар 1857(18570117), Вайценкирхен — 19 октябрь 1941, Вена) — Австрия композиторы, дирижёры һәм музыка белгесе.
В. Кинцль Австрияның көньяҡ-көнсығышында Муре йылғаһы буйында урынлашҡан Грац ҡалаһында тыуып үҫә, ошонда уҡ Иоганн Бува мәктәбендә фортепианола ... | 158622 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вильгельм_Кинцль | Вильгельм Кинцль |
# Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы
Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015), журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Баш... | 68815 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Юнысова_Гөлфиә_Аҙнағол_ҡыҙы | Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы |
# Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы)
Ҡарағайлы — Рәсәйҙәге йылғаһы. Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Йылға Төйәләҫ йылғаһының уң яры тамағынан 27 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 28 км.
# Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы)
## Этимологияһы
Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов Ҡараға... | 18859 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағайлы_(Төйәләҫ_ҡушылдығы) | Ҡарағайлы (Төйәләҫ ҡушылдығы) |
# Италия
башҡ. Италия республикаһы итал. Repubblica Italiana :
| Ҡалып:Италия байрағы Италия байрағы Италия гербы ||
| Гимн: Италия гимны ||
| Нигеҙ һалынған | 17 март 1861 |
| Рәсми телдәр | Итальян теле |
| Баш ҡала | Рим |
| Иң ҙур ҡалалары | Рим, Милан |
| Идара итеү формаһы | Республика |
| Президент Премьер-мини... | 3635 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Италия | Италия |
# Сухо-Пусто-Каргалка
Сухо-Пусто-Каргалка — Рәсәй йылғаһы. Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға №711 Каргалка йылғаһының һул ярына тамағынан 52 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Сухо-Пусто-Каргалка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында ур... | 24769 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сухо-Пусто-Каргалка | Сухо-Пусто-Каргалка |
# Хайрюза (Камзас ҡушылдығы)
Хайрюза — Рәсәй йылғаһы. Кемерово өлкәһе, Хакас Республикаһы, Алтай Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Камзас йылғаһының уң ярына тамағынан 3 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Хайрюза (Камзас ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йы... | 18272 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хайрюза_(Камзас_ҡушылдығы) | Хайрюза (Камзас ҡушылдығы) |
# Солтанбәк ауылы топонимдары
Солтанбәк(Асҡын районы) (рус. Султанбеково) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 459 кеше[1]. Почта индексы — 452895, ОКАТО коды — 80204843001.
# Солтанбәк ауылы топонимдары
## Географик урыны
* Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 55 км
* Яҡында... | 173761 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Солтанбәк_ауылы_топонимдары | Солтанбәк ауылы топонимдары |
# Әйүпов Рәшит Хәмит улы
Әйүпов Рәшит Хәмит улы (1920 йыл) — 24 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры, огневой взвод командиры.
# Әйүпов Рәшит Хәмит улы
## Биографияһы
Рәшит Хәмит улы Әйүпов (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Хәлит улы) ... | 176296 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүпов_Рәшит_Хәмит_улы | Әйүпов Рәшит Хәмит улы |
# Мөхәммәт Али
Мөхәммәт Али (ингл. Muhammad Ali; тыумыштан Кассиус Марселлус Клей, ингл. Cassius Marcellus Clay; 17 ғинуар 1942 йыл — 3 июнь 2016 йыл) — Американың юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған профессиональ боксёры, донъялағы иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.
1960 йылғы XVII Йәйге Олимпия уйындарында ярым у... | 130526 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мөхәммәт_Али | Мөхәммәт Али |
# Ѓ (кирил хәрефе)
Ѓ, ѓ (ѓе) ― македон әҙәби теленең алтынсы хәрефе, бер фонеманың аллофондары булып һаналған [ɟ~ʥ] тигән өндәрҙе билдәләй ала. Әйтелеше бер-береһенә тап килмәгәнгә ҡарамаҫтан, серб телендәге Ђ хәрефен транслитерациялау өсөн дә йыш ҡулланыла, мәҫ. шәхси исемдәрҙә: сер. Милован Ђилас – макед. Милован Ѓи... | 197340 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ѓ_(кирил_хәрефе) | Ѓ (кирил хәрефе) |
# Алфёрова Ксения Александровна
Алфёрова Ксения Александровна (24 май 1974 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы.
# Алфёрова Ксения Александровна
## Биографияһы
Ксения Александровна Алфёрова 1974 йылдың 24 майында Болгарияның баш ҡалаһы Софияла тыуа. Ул актриса Ирина ... | 159707 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алфёрова_Ксения_Александровна | Алфёрова Ксения Александровна |
# Аносов Дмитрий Викторович
Аносов Дмитрий Викторович (30 ноябрь 1936 йыл, Мәскәү — 5 август 2014 йыл, шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй математигы, академик, динамик системалар һәм дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы, дифференциаль геометрия һәм топология буйынса белгес. Физика-математика фәндәре докторы (1966) СССР Фәндәр ... | 180465 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Аносов_Дмитрий_Викторович | Аносов Дмитрий Викторович |
# Сярно-То-Се
Сярно-То-Сё — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Хайпудырская мороно ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.
# Сярно-То-Се
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Баренц диңгеҙее бассейны й... | 22852 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Сярно-То-Се | Сярно-То-Се |
# Кемиярви
Кемиярви (фин.Kemijärvi, төньяҡ саам.Giemajávri) — Финляндияның төньяғындағы ҡала. Лаппи провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Кемиярви күле яры буйында урынлашҡан. Ҡала халҡы 7989 кеше тәшкил итә, ә майҙаны 3930,91 км², шуларҙың 425,94 км² эске һыуҙар тәшкил итә
Кемиярви муниципаль берәмегенең үҙәк өлөш... | 146012 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Кемиярви | Кемиярви |
# Вологда
Вологда (рус. Вологда) — Рәсәй Федерацияһындағы ҡала, Вологда өлкәһенең үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы.
# Вологда
## Географияһы
Вологда йылғаһы ярында урынлашҡан.
# Вологда
## Мәғариф
* Вологда дәүләт университеты
* Вологда дәүләт һөтсөлөк хужалығы академияһы
# Вологда
## Климаты
Ҡала клима... | 127899 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Вологда | Вологда |
# Будённый Семён Михайлович
Будённый Семён Михайлович (25 апрель 1883 йыл — 26 октябрь 1973 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, тәүге Советтар Союзы Маршалдарының береһе, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Георгий тәреһенең тулы кавалеры. Граждандар һуғышы йылдарында РККА-ның Беренсе атлы армияһы командующийы, ҡыҙыл кавалер... | 127409 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Будённый_Семён_Михайлович | Будённый Семён Михайлович |
# Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы
Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы (1 июль 1955 йыл ) — композитор. 1982 йылдан СССР Композиторҙар союзы, 2002 йылдан АҠШ-тың Вашингтон штаты Композиторҙар союзы ағзаһы. Философия фәндәре кандидаты (2001). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
# Шәмсетдинова Мәсғү... | 6636 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шәмсетдинова_Мәсғүҙә_Ислам_ҡыҙы | Шәмсетдинова Мәсғүҙә Ислам ҡыҙы |
# Гальскийҙарҙың усадьбаһы
Гальскийҙарҙың усадьбаһы — дворяндар усадьбаһы, xix быуат башында төҙөлгән, Череповец Вологда өлкәһенең Череповец ҡалаһында урынлашҡан. Провинция классицизмы стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Шулай уҡ усадьбанан, йәғни төп йорттан тыш, бында идарасы йорто... | 166687 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Гальскийҙарҙың_усадьбаһы | Гальскийҙарҙың усадьбаһы |
# Ҡара ҡарға
?Ҡара ҡарға :
Фәнни классификация :
| Батшалыҡ: | Хайуандар |
| Тип: | Хордалылар |
| Класс: | Ҡоштар |
| Отряд: | Турғай һымаҡтар |
| Ғаилә: | Ҡоҙғондар |
| Ырыу: | Ҡоҙғон |
| Төр: | Ҡара ҡарға |
Латинса исеме :
Corvus frugilegus Linnaeus, 1758 :
Ареал :
| Викитөрҙәр систематикаһы | Викиһаҡлағыста рәсемд... | 14709 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡара_ҡарға | Ҡара ҡарға |
# Одесса университетының зоология музейы
Одесса университетының зоология музейы, ЗМОУ (укр. Зоологічний музей Одеського університету) — Илья Мечников исемендәге Одесса университетының белем биреү һәм ғилми-мәғариф үҙәге, университеетта эшләп килгән зоология музейы
# Одесса университетының зоология музейы
## Музей тур... | 169191 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Одесса_университетының_зоология_музейы | Одесса университетының зоология музейы |
# Хәлифә
Хәлифә — (ғәр. خليفة — Хәлифә) Пәйғәмбәрҙең эшен дауам иттереүсе, вариҫы) — Ислам дине киң таралған илдәрҙә дәүләт башлығы титулы, идара итеүсе, хөкөмдәр, хаким. Мосолмандар мөхитендә иң ҙур дәрәжә.
# Хәлифә
## Тарихынан
Төрлө заманда төшөнсәгә төрлө мәғәнә һалынған. Мөхәммәт Пәйғәмбәр (Аллаһының фатихаһы ... | 8638 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хәлифә | Хәлифә |
# Зинченко Александр Владимирович
Ҡалып:Футбольная карьера
Зинченко Александр Владимирович (укр. Олександр Володимирович Зінченко; 23 декабрь 1996 йыл) — спортсы, Украина футболсыһы, «Манчестер Сити» клубы һәм Украина йыйылма командаһының ярымһаҡсыһы, ҡуртым хоҡуғында Голландияның «ПСВ» клубы өсөн сығыш яһай. Украина ... | 113084 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Зинченко_Александр_Владимирович | Зинченко Александр Владимирович |
# Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (21 февраль 1948 йыл) — яҙыусы. 1991 йылдан — СССР һәм Рәсәй Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры. 1993 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт х... | 160719 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әхмәтшин_Марс_Әһлиулла_улы | Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы |
# Мелетка
Мелетка — Рәсәйҙәге йылға. Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы, Марий-Эл Республикаһы, Татарстан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Вятка йылғаһының һул ярына тамағынан 169 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 39 км.
# Мелетка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама ... | 51655 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мелетка | Мелетка |
# Башҡортостандың географик үҙәге
Башҡортостандың географик үҙәге — республиканың бөтә сиктәренән тигеҙ алыҫлыҡта урынлашкан нөктә, республиканың уратаһы. Был урын Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылынан көнсығыштараҡ, Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондары сигенән йыраҡ түгел, Өфөнән тураға 67,5 км ... | 6515 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостандың_географик_үҙәге | Башҡортостандың географик үҙәге |
# Урҙаҙы
Урҙаҙы (Урҙалы) (рус. Урдаза) — Рәсәй йылғаһы. Силәбе өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Бирся йылғаһының һул ярына тамағынан 22 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.
# Урҙаҙы
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Яйыҡ һыу бассейны округында ... | 18987 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Урҙаҙы | Урҙаҙы |
# Алабуға Ҡамауы (1708)
Алабуға Ҡамауы — Күсем Түләкәйев етәкселегендәге башҡорт ихтилалсылары һәм Рус батшалығы хөкүмәт ғәскәрҙәре араһындағы алыш.
# Алабуға Ҡамауы (1708)
## Һуғыштың тарихы һәм урыны
1708 йылдың ғинуар айының беренсе яртыһында ихтилалсыларҙың төп көстәре Сулман йылғаһын аша сыға, һәм төп һуғыш теа... | 192925 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алабуға_Ҡамауы_(1708) | Алабуға Ҡамауы (1708) |
# Салдыбаштамаҡ
Салдыбаштамаҡ (рус. Усть-Салдыбаш) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 35 кеше. Почта индексы — ?, ОКАТО коды — ?.
# Салдыбаштамаҡ
## Халыҡ һаны
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
| Иҫәп алыу йылы һәм көн... | 13211 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Салдыбаштамаҡ | Салдыбаштамаҡ |
# Дога Евгений Дмитриевич
Дога Евгений Дмитриевич (молд. Eugen Doga; 1 март 1937 йыл — СССР һәм Молдова композиторы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙың халыҡ артисы (1987).
Евгений Дога төрлө жанрлы һәм стилле музыка яҙа. Ул өс балет «Лучафэрул» (Luceafărul), «Венансия», "Королева Марго"ны, «Мөхәббәт диалогтары» опер... | 113322 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Дога_Евгений_Дмитриевич | Дога Евгений Дмитриевич |
# Әйүп (нәби)
Әйүп (ғәр. أيوب) — ислам пәйғәмбәре (нәби). Бәни Исраил халҡына ебәрелгән. Библиялағы Иов менән тиңләштерелә. Ҡөрьәндә Аллаһ дингә ышанмаусыларға нәсихәт итеп үҙенә тоғро һәм уға таянған кешеләргә ахыр сиктә ярҙам итә икәнен күрһәткән миҫалдар менән иҫкә алына.
# Әйүп (нәби)
## Тарихы
Әсәһе пәйғәмбәр ... | 186469 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Әйүп_(нәби) | Әйүп (нәби) |
# Төмән
Төмән (рус. Тюмень) — Рәсәйҙең Көнбайыш Себер өлөшөндә урынлашҡан ҡала, Төмән өлкәһенең административ үҙәге. Илдең иң эре 50 ҡалаһы исемлегенә ингән: халҡы 583 меңдән артыҡ.
# Төмән
## Тарихы
XIII быуатта себер татарҙары Сыңғы-Тура ҡалаһына нигеҙ һала, XVI быуатта ҡала — Алтын Урҙаның Төмән олосының баш ҡала... | 4098 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Төмән | Төмән |
# Пу И
Айсиньгеро Пуи (ҡыт. трад. 愛新覺羅.溥儀, упр. 爱新觉罗.溥仪, пиньинь: Àixīnjuéluó Pǔyí, 7 февраль 1906 йыл — 17 октябрь 1967 йыл) — Айсин Гёро маньчжур династияһының унынсы вәкиле , Цин дәүләтенең һуңғы императоры (1908—1912 йылдар,1924 йылға тиклем титуляр император булып ҡала). 1932 йылдан Юғары хаким, ә 1934 йылдан — М... | 128496 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Пу_И | Пу И |
# Косинцева Мария Александровна
Косинцева Мария Александровна (12 март 1926 йыл — 13 июнь 2005 йыл) — СССР Автомобиль сәнәғәте министрлығының Шадринск автоагрегат заводында слесарь-йыйыусылар бригадиры, Ҡурған өлкәһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
# Косинцева Мария Александровна
## Биографияһы
Мария Александровн... | 159060 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Косинцева_Мария_Александровна | Косинцева Мария Александровна |
# Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы
«Ғылым Ордасы» Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы — Ғылым ордасы (Ҡаҙағстан, Алма-Ата) комплексында урынлашҡан Ҡаҙағстан Милли фәндәр академияһының тарих музейы.
# Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы
## Тарихы
Ҡаҙағстан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы фәндәр буйынса комитетының 2010 ... | 148286 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙағстан_фәндәр_тарихы_музейы | Ҡаҙағстан фәндәр тарихы музейы |
# Выборг ломбарды
Выборг ломбарды — коммерция тәғәйенләнешендәге бина, Выборгта 1931 йылда архитектор У. В. Ульберг проекты буйынса төҙөлгән. Ломбард бинаһы Выборг ҡалаһы үҙәгендәге Выборг урамының башында торған дүрт ҡатлы функционализм стилендәге йорт, ул архитектура һәйкәлдәре исемлегенә индерелгән.
# Выборг ломба... | 167659 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Выборг_ломбарды | Выборг ломбарды |
# Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог)
Алексеева Татьяна Ивановна (7 декабрь 1928 йыл, Ҡазан — 22 июнь 2007 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй антропологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2000), тарих фәндәре докторы, профессор, Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Фәндәр академияһы Археол... | 183325 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Алексеева_Татьяна_Ивановна_(антрополог) | Алексеева Татьяна Ивановна (антрополог) |
# Башҡорт-мишәр ғәскәре
Башҡорт-мишәр ғәскәре (рус. Башкиро-мещерякское войско , 1855 йылдан — Башҡорт ғәскәре; татар. Башкорт-мишәр гаскәре) — территорияһы Ырымбур губернаһында торған Башҡорт ғәскәре һәм Мишәр ғәскәрҙәренән төҙөлгән иррегуляр ғәскәр, шулай уҡ һуңғараҡ губернаның Типтәр полкы ла ҡушыла.
XIX быуат башы... | 67094 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт-мишәр_ғәскәре | Башҡорт-мишәр ғәскәре |
# Кеҫә телефоны
Кеҫә телефоны — мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.
Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе — бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, сп... | 26234 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Кеҫә_телефоны | Кеҫә телефоны |
# Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы)
Лакер-Яга — Рәсәй йылғаһы. Ямал-Ненец АО, Ненец АО, Коми Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Талота-Яга йылғаһының һул ярына тамағынан 40 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 21 км.
# Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы)
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буй... | 23708 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Лакер-Яга_(Талота-Яга_ҡушылдығы) | Лакер-Яга (Талота-Яга ҡушылдығы) |
# Шерстяная
Шерстяная — Рәсәй йылғаһы. Ненец АО биләмәләрендә аға. Йылға Крынка йылғаһының уң ярына тамағынан 36 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км.
# Шерстяная
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Двина-Печора һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Б... | 23218 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Шерстяная | Шерстяная |
# Иңкештәр
Иңкештәр (рус. Шмели, лат. Bombus) — ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты.
Яҡынса 300 төрө билдәле; улар Төньяҡ Евразияла, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ Америкала, Төньяҡ Африкала, шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә йәшәй. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса иңкеше, баҫыу иңкеше, ер иңкеше, ... | 69271 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Иңкештәр | Иңкештәр |
# Эҙмә-эҙлелек
Математикала эҙмә-эҙлелек — теләһә ниндәй объекттарҙың номерланған йыйылмаһынан ғибәрәт, улар араһында ҡабатланыу рөхсәт ителә, шуның менән бергә объекттарҙың тәртибе мөһим. Нумерлау йышыраҡ натураль һандар менән башҡарыла. Дөйөм осраҡтар өсөн Вариациялар һәм дөйөмләштереүҙәр бүлеген ҡарағыҙ.
Был мәҡәлә... | 185332 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эҙмә-эҙлелек | Эҙмә-эҙлелек |
# Розанова Лариса Николаевна
Розанова Лариса Николаевна (6 декабрь 1918 йыл — 5 октябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик-штурман. Гвардия капитаны. Советтар Союзы Геройы.
# Розанова Лариса Николаевна
## Йәшлек йылдары
Лариса Николаевна Розанова (Литвинова) 1918 йылдың 6 декабрендә Киев ҡалаһында Николай... | 159374 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Розанова_Лариса_Николаевна | Розанова Лариса Николаевна |
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
Ҡарағайлы — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы ауыл, Мөслим ауыл биләмәһе составына инә.
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Географияһы
Райондың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Район үҙәгенә, Ҡоншаҡҡа, тиклем ара 21 км.
# Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе)
## Тарихы
Ҡасабаға 1954-55 йылдарҙа нигеҙ һалын... | 167553 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағайлы_(Силәбе_өлкәһе) | Ҡарағайлы (Силәбе өлкәһе) |
# Мораҡ (Күгәрсен районы)
Мораҡ (Ҡыҙыл Мәсет, рус. Мраково) — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны ???? кеше Почта индексы — 453331, ОКАТО коды — 80238850001.
# Мораҡ (Күгәрсен районы)
## Билдәле шәхестәре
* Богданов Иван Антонович (8.12.1926—23.09.2004), партия... | 12661 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Мораҡ_(Күгәрсен_районы) | Мораҡ (Күгәрсен районы) |
# Иксашка
Иксашка — Рәсәйҙәге йылға. Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Төмән өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Уй йылғаһының һул ярына тамағынан 299 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 13 км.
# Иксашка
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һы... | 52854 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Иксашка | Иксашка |
# Махим (утрау)
Махим — Һинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан. Махимды йыш ҡына Мумбаиның йөрәге тип иҫәпләйҙәр. Махим секуляризм ҡиммәттәрен һәм төрлөлөктө хуплай. Был территорияла ғибәҙәтхана, сиркәү, мәсетте табырға мөмкин, улар бер-бере... | 146591 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Махим_(утрау) | Махим (утрау) |
# Ирина Фёдоровна Влах
Ирина Федоровна Влах (молд. Irina Vlah, гаг. İrina Vlah; 26 февраль 1974, Комрат, Комрат районы, Молдавия ССР-ы, СССР) — Молдавия дәүләт сәйәси эшмәкәре. Молдавияла Гагузия Автономиялы округтың башканы (башлығы) һәм Молдова Республикаһы хөкүмәте вазифаһы буйынса ағзаһы (2015 йылдың 15 апреленән)... | 174650 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ирина_Фёдоровна_Влах | Ирина Фёдоровна Влах |
# Уксусная
Уксусная — Рәсәйҙәге йылға. Омск өлкәһе, Новосибирск өлкәһе, Төмән өлкәһе биләмәләрендә аға. Йылға Туй йылғаһының һул ярына тамағынан 448 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км.
# Уксусная
## Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан... | 52973 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Уксусная | Уксусная |
# Экстракорпораль аталандырыу
Экстракорпораль аталандырыу (лат. extra — шуның өҫтөнән, тыш һәм лат. corpus — тән, кәүҙә, тәндән тыш аталандырыу, ҡыҫҡартып: ЭКО́) — йәғни тәндән тыш аталандырыу, ҡыҫҡартылған формаһы ЭКО) йәки Пробирка балаһы — бала табыуға һәләтһеҙлек осрағында йыш ҡулланылған ярҙамсы репродуктив техно... | 199165 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Экстракорпораль_аталандырыу | Экстракорпораль аталандырыу |
# Ҡарағалпаҡтар
Ҡарағалпаҡтар (ҡарағалп. Qaraqalpaqlar) — ҡаҙаҡтар һәм нуғайҙарға яҡын төрки халыҡ. Теле — ҡарағалпаҡ теле, төрки телдәрҙән ҡыпсаҡ төркөмөнә инә. Ҡарағалпаҡса яҙыу өсөн латин әлифбаһы ҡулланыла. Ҡарағалпаҡ халҡының күпселеге Үзбәкстандағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһында йәшәй. Ҡарағалпаҡтар һаны − 600 м... | 8756 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡарағалпаҡтар | Ҡарағалпаҡтар |
# Чханвон
Чханвон (кореяса 창원시, 昌原市, Чханвон-си) – Көньяҡ Кореяның Кёнсан-Намдо провинцияһының баш ҡалаһы. Ҡала Пусандан көнбайышҡа яҡынса 40 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
# Чханвон
## Тарихы
Чханвон – Кореяның алдан төҙөлгән план буйынса һалынған һирәк ҡалаларының береһе. 1974 йылда бында ҙур хәрби-сәнәғәт һәм тор... | 199287 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Чханвон | Чханвон |
# Өфө янындағы тимер юл һәләкәте
Өфө янындағы тимер юл һәләкәте (рус. Железнодорожная катастрофа под Уфой) — 1989 йылдың 4 июнендә (Мәскәү ваҡыты буйынса — 3 июндә) Башҡортостандың Иглин районында, Әшә ҡалаһынан 11 км йыраҡлыҡта, Әшә — Оло Тәләк аралығында килеп сыҡҡан Рәсәй һәм СССР тарихындағы иң эре тимер юл һәләкә... | 147107 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө_янындағы_тимер_юл_һәләкәте | Өфө янындағы тимер юл һәләкәте |
# И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы
И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы — 1988 йылда И.Е. Репиндың элекке Здравнёво усадьбаһы урынында (Витебск районы) урынлашҡан музей; Витебск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы филиалы.
Музей комплексы тергеҙелгән төп усадьба йортонан (төп мемориаль экспозиция урынлашты... | 151587 | https://ba.wikipedia.org/wiki/И._Е._Репиндың_«Здравнёво»_музей-усадьбаһы | И. Е. Репиндың «Здравнёво» музей-усадьбаһы |
# Эндемик
Энде́миктар, йәки энде́малар (от грек. ἔνδημος «урындағы») — ниндәй ҙә булһа флора, фаунаның состав өлөшө. Хайуандар һәм үҫемлектәрҙең сағыштырмаса сикләнгән ареалда йәшәүсе вәкилдәре, ҙур булмаған географик өлкә менән күрһәтелгән төрҙәре, төркөмдәре, ғаиләләре йәки башҡа таксондары эндемиктар тип атала. Аре... | 193334 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Эндемик | Эндемик |
# Хоменко Василий Афанасьевич
Хоменко Василий Афанасьевич (30 март 1899 йыл — 9 ноябрь 1943 йыл) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында армия командующийы, генерал-лейтенант.
# Хоменко Василий Афанасьевич
## Биографияһы
Василий Афанасьевич Хоменко 1899 йылдың 30 мартында Петровское ауылында, хәҙерг... | 118207 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Хоменко_Василий_Афанасьевич | Хоменко Василий Афанасьевич |
# Росдорф (Тюрингия)
Росдорф (Тюрингия) (нем. Roßdorf (Thuringen)) — Германияла, Тюрингия ерендә урынлашҡан коммуна.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса коммунала 687 кеше йәшәй. Майҙаны — 17,28 км². Диңгеҙ кимәленән 380 метр бейеклектә һәм UTC +1 ваҡыт бүлкәтендә урынлашҡан. Почта индексы — 98590 һәм автомобиль коды... | 29491 | https://ba.wikipedia.org/wiki/Росдорф_(Тюрингия) | Росдорф (Тюрингия) |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.