text
stringlengths
433
77.6k
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министры Ольга Васильева "Российская газета"ға биргән интервьюһында шулай тип белдергән. Ысынлап та, бөтә кеше лә йырға, рәсем төшөрөү буйынса һәләтле була алмай, спорт буйынса ла шулай уҡ: күпме тырышһа ла " бишле" ала алмауы бар. "Уҡыусының музыкаға һәләте булмаған өсөн аттестатына "өслө" ҡу...
Милли проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм шәхси хужалыҡтарҙы нығытыу” бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә түбән процентлы ставка менән биреләсәк ауыл ипотекаһы тураһында хәбәр иттеләр. Программа кемдәргә тәғәйенләнгән? Уны нисек юлларға? "Башҡортостан" гәзите ...
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова VI Бөтә донъя фольклориадаһы тураһында бай тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира...
Ял көндәрен Баймаҡ ҡалаһының 4-лицей уҡыусылары саф һауала үткәрергә тырыша. Был юлы тауҙан тюбинг менән рәхәтләнеп шыуҙылар. Хатта уларҙың шат тауыштарынан кәйефтәр күтәрелә. #деньздоровья#здоровымбытьздорово! Бындай күңелле саранан ата-әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар балаларға самауыр ҡайнатып, эҫе сәй менән һыйланы. ...
Иң беренсе сиратта дөрөҫ туҡланыу мөһим. Кальций тоҙҙары сығанағы булараҡ, һөт аҙыҡтары бик файҙалы. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын ҡуҙғытыусы һөттө, ҡәһүәне, тәмләткестәр ҡулланыуҙы кәметергә кәрәк. - Бер стакан ҡарабойҙай балына бер стакан онталған әстерхан сәтләүеге һәм бер стакан ваҡланған ҡарабойҙай ярма...
Ә беҙҙең 30-сы моделле балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан «Өйөрмә түтәйҙә ҡунаҡта» тигән театрлаштырылған программа әҙерләне. Ул онлайн рәүештә үтте. Балалар иғтибарына ҡурсаҡ спектакле тәҡдим ителде. Өйөрмә түтәйҙең һарайында әкиәт геройҙары нисек Яңы йылға әҙерләнеүҙәре хаҡында бәхәс...
Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был шөғөлдө юҡҡа ғына "ауырыуға" тиңләмәйҙәр: бер тапҡыр барҙыңмы, икенсегә мотлаҡ юлланаһың. Һәр миҙгелдә балыҡ ҡармаҡлау – ял сәғәттәрен файҙалы һәм күңелле итеп үткәрергә, тәбиғәт менән аралашыуҙан ләззәт алырға теләүселәр өсөн иң мауыҡтырғыс шөғө...
Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Хәмдүнә Тимерғәлиева бер ай элек, 72-се йәшендә вафат булғайны. Үҙе иҫән саҡта уның хаҡында китап әҙерләнгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йырсы был йыйынтыҡты ҡулына ала алмаған. Был хаҡта Бөтә донъя татарҙар конгресының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Гөлназ Шәйхи белде...
Ә һуңынан мәктәп директорҙары һәм уҡытыусылар ситтән тороп уҡытыуҙың нисек ойоштороласағы тураһында ата-әсәләргә аңлатасаҡ. Радий Хабиров белдереүенсә, бындай уҡытыу мәлендә уҡыусылар менән бәйләнешкә министрҙар, төрлө ведомстволар етәкселәре, эксперттар сығасаҡ. Уҡыусыларҙаң беренсе сығанаҡтарҙан төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмә...
* 2019 йылда Рәсәй Федерацияһының стратегик үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәр буйынса милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн, норматив-хоҡуҡи базаны нығытыуҙы маҡсатын ҡуйған Федераль закон ҡабул итеүҙе тәьмин итеү; * Рәсәй Банкыһы һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә һанлы финанс активтарын көйләү һәм һанлы те...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикалағы профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республикалағы профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә: “Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым! Сафынд...
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты тураһында һөйләне. 21 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт саралары мөхәррирҙәре менән осрашты. Әңгәмә барышында төбәк етәксеһе төбәк бюджеты ту...
14 октябрҙә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостан Республикаһы буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү, Эске эштәр министрлығы идаралығы һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфөлә үткәргән сираттағы рейд тикшереүҙәре үткәрҙе. Улар йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙың Башҡортостан Республикаһы ба...
«Бәйләнештә» мессенджеры тураһында ни өсөн белмәнек? Ул бит текә!» – ти Башҡортостан уҡыусылары. Күпселек уҡытыусылар, уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн мессенджерҙар – мәктәп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы; спам булмауы һәм хәүефһеҙлек өсөн уны юғары баһалайҙар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек ...
Ҡырҡ йәштәрҙәге ир бер нөктәгә төбәлеп ултырыуын дауам итте. Суд барышына әллә ни иғтибар ҙа итмәне, шикелле. Хәйер, уның күҙ алдынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар, ябай ауыл өйөндәге тетрәндергес мәлдәр теҙелеп үтте... Рауил – быуындары нығынып та етмәгән кескәй малай – кәртә-ҡуралағы бөтмәҫ эштәрҙе барланы...
Рәсәй халҡын электр энергияһын иҫәпләү приборҙарын һатып алыуҙан ҡотҡарҙылар, тип яҙа «Российская газета». Был сара 5-20 мең һумды янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк. Сығымдарҙы үҙ өҫтөнә селтәр компаниялары һәм поставщиктар ала. Шәхси һәм күп ҡатлы йорттарҙа ниндәй счетчик ҡуйыуҙы улар үҙҙәре хәл итәсәк. Уларҙы хеҙмәтләндер...
Маҡан мәктәбе спорт залында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ир-егеттәр араһында традицион бәйгеләр үтте. Һауа торошо шарттары боҙолоуына ҡарамаҫтан спорт ярыштарына килеүселәр әҙ булманы. Волейбол буйынса ярыштарҙа майҙансыҡта 3 команда көс һынашты. Матчтар һөҙөмтәләре буйынса ветерандар командаһы 1-се урын яуланы, 2...
Ғинуар аҙағында гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрселәрен, йәмәғәтселәрен үткән йыл йомғаҡтары, гәзиттең йәшәйеше менән таныштырыу, фекер алышыу маҡсатында редакцияға хәбәрселәр ҡорона йыйҙыҡ. Гәзиттең даими яҙышып тороусы тоғро дуҫтары күпселек ауылдарҙан булғанлыҡтан, көндөң матур булыуын да теләп торҙоҡ. Был көндөң алдағылары...
2019 йылдың 1 ғинуарынан илдә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләүҙең яңы системаһы үҙ көсөнә инде. Ул тирә-яҡ мөхитте сүп-сарҙан арындырып экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, күп һанлы санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү, яңыларының барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау, сүп-сарҙы айырып йыйыу һәм икенсел эшкәртеү ифраструктура...
Һөйөнсө! Изгелек акцияһы – "Йәншишмә"гә яҙылыу эстафетаһы июнь айы аҙағына тиклем дауам итәсәк. "Йәншишмә"беҙгә 90 йәш тулған йылды элекке йәш хәбәрселәрҙе йыйып, барлап алыу һәйбәт инде. Кем ҡайһы тарафтарҙа икән? Әле бүләк-гәзитебеҙ – Баймаҡҡа китә! Элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте Мәғариф идар...
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркын төҙөкләндереү мөһим. Өфө буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә мегаполис хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин паркты ла ҡарап сыҡты. Һәм уны яңыртыу эшен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркын төҙөкләндер...
Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсетендә эскеселек, ялған араҡы һатыусыларға көрәш темаһы буйынса район имамдарының форумы уҙҙы. Был сарала 15-ләп дин әһеле ҡатнашты. Ермолаеволағы «Рамаҙан» мәсетендә эскеселек, ялған араҡы һатыусыларға көрәш темаһы буйынса район имамдарының форумы уҙҙы. Был сарала 15-ләп дин әһеле ҡатнашты. ...
«Шишмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Елена Балыкина, тәрбиәселәр кескәйҙәрҙең ижади һәләтен асыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бәләкәстәр, ҡасан ғына атай-әсәйем килеп алыр, тип бошоноп ултырмай, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнә, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Берәүҙәр фортепьяно көйҙәренә ҡушылып, йыр башҡарһа, икенселәр спорт дәре...
15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында онлайн тәртибендә "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" асыҡ академияһы уҙғарыла. "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" - республикабыҙҙағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн берләшмә булдырыуға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Ҡатын-ҡыҙҙар...
Мең төрлө сырхауҙарға дауа тапҡан, үлем менән көрәшкәндәрҙә өмөт уята алған, күпме кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған шәфҡәт эйәләрен “аҡ халатлы фәрештәләр” тибеҙ. Тик был аҡлыҡ артында күпме тынғыһыҙлыҡ, эҙләнеүҙәр, борсолоу, йоҡоһоҙ төндәр... Ысынлап та, мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡуллы, йылы һүҙле врачтарҙы күрәбеҙ ҙә, “Бына бы...
Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта республиканың ЗАГС бүлектәренә был көндә никах теркәү тураһында 362 ғариза бирелгән Шуның 99-ы – Өфөлә. Өйләнешеүселәр никахҡа инеү өсөн ошондай көндәрҙе алдан һайлай, матур һандарҙың тура килеүе бәхет нигеҙе булырына ышан...
Тарихҡа күҙ һалһаң, Татарстан Республикаһының Иҫке Һөйөндөк ауылынан бер нисә ғаилә Ыҡ йылғаһы буйындағы тау итәгенә күсеп ултыра Тарихҡа күҙ һалһаң, Татарстан Республикаһының Иҫке Һөйөндөк ауылынан бер нисә ғаилә Ыҡ йылғаһы буйындағы тау итәгенә күсеп ултыра. Йорттар һалыу өсөн уларға урман киҫергә, көтөүлектәр өсөн б...
“Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды. 28 августа “Таврида” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең төбәк арт-резиденциялары проекттарын яҡлау конкурсы булды. Ул ике этапта уҙҙы. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары С...
Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Шундайҙарҙың береһе ул Самаҙы ауылында йәшәгән Байгилдиндар. Илһөйәрлек рухы һүҙҙәрендә генә түгел, йәшәйештәрендә сағылған дан ғаиләләр бар. Самаҙы ауылы хеҙмәт ветерандары Мәрфүзә һәм Ҡасим Байгилдиндарҙың дүрт улы ла тыуған ауылында төп...
Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә. Юлда ут ҡайтартҡыс жилетлы аттар, һыйырҙар күҙегеҙгә күренһә, аптырап ҡалмағыҙ. Бындай осраҡта тормозға баҫып өлгөргәндәр күлдәктә тыуғандар рәтендә. Оҙаҡламай, ысынлап т...
Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәре – уның ғорурлығы, намыҫы һәм даны. 1930 йылдың 2 авгусында Воронеж эргәһендә донъяла беренсе тапҡыр парашют менән 12 кеше ырғый. Десант “Фарман-Голиаф” самолетынан төшөрөлә. Был көн Ҡыҙыл Армияның һауа-десант көстәре тыуған көн булараҡ тарихҡа инеп ҡалған. Һулдан уңға: Фаиз Искәндәров, Р...
"Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. "Мәғариф" милли проектына ярашлы “Ауыл уҡытыусыһы” программаһында ҡатнашыусылар өсөн электрон ресурс һәм эш урындары реестрын әҙерләй. Был хаҡта министр Ольга Васильева белдерҙе. “Һәр п...
Беҙ күмәк инек. Урам тулы бала-саға. Бер төркөм сәпәмә туп уйнай. Хәҙергә әле ауылда резина туптар юҡ. Булһа шул бер-икелер. «Ҡымыҙник балалары» бүләк итеп ҡалдырып киткәндәре. Юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай бит инде. Үҙебеҙ яһайбыҙ. Яҙ көнө һыйыр ябағаһы һыҙырылып ҡубып тора. Ана шул йөндән әүәләп яһаған туптар һә...
Башҡортостанда 2020 йылда «Ауыл программаларын комплекслы үҫтереү» федераль программаһы эшләй башлай. Ул ағымдағы йылда тамамланған «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» дәүләт программаһына алмашҡа килә. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы яңы программала ҡатнашырға әҙерләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан. Респу...
ҡояш нурҙарының һүрәнәйеүе сәбәпле, Ерҙе XXI быуат урталарында глобаль һыуыныу көтә. Был фекер Рәсәй Фәндәр академияһының Баш (Пулково) обсерваторияһы хеҙмәткәре Х. Абдусаматовтыҡы. «Температураның глобаль төшөүе 1645 – 1705 йылдарҙа бөтә Европала, Төньяҡ Америкала һәм Гренландияла күҙәтелгән (был күренеш фәндә ҡояш әү...
Республиканың Урман хужалығы министрлығында теле-радио коммуникациялар һәм бәйләнеш өлкәһендә алдынғы компанияларҙың береһе менән видеоконференция форматында кәңәшмә үтте. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин Республиканың Урман хужалығы министрлығында ...
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленең икенсе көнө тамамланды. Тамашасыларҙың 30-ҙан ашыу фильм ҡарау мөмкинлеге булды, улар араһында – «Горячая лепешка» (Үзбәкстан), «Аврора» (Ҡырғыҙстан), «Надо мною солнце светит» (Рәсәй, Саха-Яҡутстан), «Казахское ханство. Золотой трон» (Ҡаҙағстан) ...
Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләренең сағыу, зауыҡлы ҡул эштәре, аш-һыу күргәҙмәһе ойошторолдо. Үткән аҙнала Кинйәбай ауылында «Алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар» тип аталған бик күркәм сара уҙҙы. Бында ауылдың оҫта ҡуллы хужабикәләре...
Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата - әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аттары – нийе менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Тураға Ағиҙел аша сыҡһаң биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат мен...
Башҡорт ҡыҙы! Сибәрлеге, һомғол буйы менән кемдәрҙе генә һоҡландырмаған, кемдәрҙе генә ғашиҡ итмәгән икән ул! Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ та башҡорт ҡыҙҙарын ғорурлыҡ хисе менән телгә алырлыҡ, бөгөн дә ҡыҙҙарыбыҙ тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ә әлеге һүҙебеҙ Ҡытайҙа үткәрелгән "Матурлыҡ илсеһе" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы...
Бер көн Ғәлим йомош буйынса Сабирға йүгереп инеп сығырға булды. Туҡылдағанға бер асманы. Ишекте эткәйне – асылып китте. Шунда уҡ тырам-тырағай ятҡан кейемдәргә эләгеп ҡолап китә яҙҙы. Сәлиәнең көлгән тауышын ишетеп аптырап китте. Тауышҡа барҙы... Ғәлимдән бәхетле кеше юҡ ине донъяла. Сәлиәһенә өйләнгәндә кәләше училище...
3 март бөйөк композитор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге, “Филантроп” халыҡ-ара конкурсының тәүге премиялары лауреаты, Рәсәйҙең Д. Шостакович ис. композиторҙар Союзы премияһы лауреаты Салауат Низаметдиновтың тыуған көнө! Бөтә ғүмерен Салауат Низаметдинов музыкаға бағышлай. У...
Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы киҫкенләшеүе менән бәйле, “Изгелек шишмәһе” халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге үҙаллы изоляциялағы өлкәндәргә хеҙмәттәр күрһәтеүҙе тергеҙә. Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуы киҫкенләшеүе менән бәйле, “Изгелек шишмәһе” халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге үҙаллы ...
Һәр атай-әсәй сабыйының тулы бәхеткә өлгәшеп, киләсәктә терәк һәм таяныс буласағына ышана. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәр үҙҙәре тәрбиә биреүҙә хаталанып, яңылышып, бер сиктән икенсеһенә һуғылып бер була. Һөҙөмтәлә сабыйға бағлаған өмөттәр аҡланмай ғына түгел, ә шәхес булараҡ үҫешенә кире йоғонто яһап, төҙәтелмәҫтәй эҙемтәләр...
Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән ойошторолған “Башҡортостан продукттары. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты старт алды. Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Секретары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың...
Төнгө 11-ҙән һуң тауышланырға ярамай икәнен беләбеҙ. Әле килеп сикләү ваҡытының оҙайтылыуы ихтимал. Федерация Советы Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына төҙәтмәләр әҙерләгән һәм улар тап ошо хаҡта иҫкәртә. Тиҙҙән закон проекты Рәсәйҙең Юстиция министрлығына йүнәлтеләсәк. Шулай итеп, Рәсәйҙә тәүл...
Диләрә – сәскәләй наҙлы, нәзәкәтле, сибәр ҡыҙ. Уның һөйләшеүе лә йыр һымаҡ яңғырай. “Башҡортостандың алтын сопраноһы” тигән исемгә лайыҡ һылыуҙа һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Ул үҙенең тыйнаҡлығы, нәзәкәтлелеге менән әсир итте. Әңгәмәлә һүҙ моң донъяһы, уны уңышҡа илткән юлдар хаҡында. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, юғары м...
Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғариф үҙәген асыуға федераль бюджеттан 208,5 миллион һум бүленгән. Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең 133 мәғ...
1996 йылдан алып Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән 24 март рәсми рәүештә Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип билдәләнә. 1882 йылдың ошо көнөндә немец микробиологы Роберт Кох туберкулез сирен тыуҙырыусы микобактерияларҙы асыҡлай. Был көндөң маҡсаты – халыҡҡа туберкулез (үпкә сире) тураһында мәғлүмә...
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан 22 майҙа Этҡолда башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың район конкурсы үтәсәк. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Мәүлетбай Ғәйнетдиновтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайына...
Кисә көндөҙ Өфө-Дим аэрологик станцияһы һауа температураһының +32,5 градусҡа тиклем күтәрелеүен билдәләгән. Ике көн элек, 16 майҙа, ул +32,6 градусҡа еткәйне. 1996 йылда иң юғары эҫелек +31,4 градус булған. Дөйөм алғанда, кисә республикала +28,7,+33,6-ҡа тиклем эҫе торҙо. Иң юғары температураны Раевка метеостанцияһы кү...
Ҡайһы саҡ йоҡом туймай китә, шул саҡ нәнәйемдең бер һүҙе иҫкә төштө: “Серем итеп алам!” – тиер ине ул көндөҙ биш-ун минут йоҡлап алған сағында. “Нимә була һуң ул?” – тип ныҡышам. “Кешене йоҡо йөрөтә. Йоҡоһо туймаһа, кеше ашап та хәл индерә алмай. Теге донъяла ла кеше бер тәмле әйберем тороп ҡалды, тип йоҡоһон эҙләй икә...
Улыма был төш икәнен аңлатам. Тик балам: “Юҡ, мин Үлем менән көндөҙ һөйләштем”,-тип ныҡыша. Атаһы ла һөйләшеп ҡараны, юҡ, бала тынысланманы. Психологҡа алып барырға кәрәк тип хәл иттек... Ул мине тыңланы Улымды мәктәпкә оҙатам да, уны инеп киткәнсе ҡарап торам. Һуңғы айҙарҙа булған ваҡиғаларҙан һаман арынып бөтә алмайы...
Район хакимиәтенең бәләкәй залында ғәҙәттән тыш комиссияның ултырышы үткәрелде. Был сираттан тыш кәңәшмә Туймазы районында бешмә ауырыуы барлыҡҡа килеүгә бәйле булып, Ейәнсура районы территорияһында бешмә ауырыуының таралыуына юл ҡуймауҙы иҫкәртеүгә арналды. 16 октябрҙә район хакимиәтенең бәләкәй залында ғәҙәттән тыш к...
Байрам уңайынан Ленин исемендәге майҙанда коляскалар парады һәм “Автоледи” конкурсы уҙғарыу ҙа ниәтләнгән. Тәүге шоу райондың йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре тырышлығы менән йыл һайын ойошторолоп килә. Унда йәш ата-әсәләр балалар коляскаһын сағыу һәм үҙенсәлекле итеп биҙәргә тейеш. Ә бына “Автоледи” конкурсы б...
250 г эремсек, 150 г шәкәр, 2 йомортҡа, 50 г он, 1 алма, 50 г йөҙөм һәм күрәгә, 4 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк. Эремсекте иләк аша үткәреп, өҫтөнә йомортҡа һытып, шәкәр ҡомо, он ҡушырға. Ҡабарып торһон өсөн миксер йә блендер ҡулланырға мөмкин. Алдан ебетелгән кипкән емештәрҙе һәм ҡырғыстан үткәрелгән алманы өҫтәргә. Бөтәһе...
“Альберт Мәхмүдов – Пермь крайының Барҙа районында урынлашҡан Барҙа тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры. Ул “Бәйләнештә” селтәрендә алып барған “Гайнинский край” тигән төркөм дә көн дә тиерлек башҡорттар тарафынан да, татарҙар яғынан да уға, уның эшмәкәрлегенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, тәнҡитләп яҙған комментарийҙар...
Артур Музипов Волга буйы федераль округының «ФормART» стрит-арт фестивалендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Уның эше «Күсмә халыҡтарҙың ҡурсалаусыһы» тип атала. Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирегеҙ! Эше Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 58-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. «Урал батыр» эпосында Һомай - мифик ҡош, Урал батырҙың ...
Сентябрь һөнәри байрамдарға бай. Финансистар, рекрутерҙар, программистар, машина төҙөүселәр. Ошо һөнәрҙәр араһында тотош бүлектәрҙе, ойошманың айырым һөнәр эйәләрен бәйләп тороу-сы һөнәр эйәләре – секретарҙар ҙа алтын көҙҙә байрамдарын билдәләй. Беҙҙең илдә секретарҙарҙың рәсми байрамы юҡ ине. Әммә 2005 йылда был хәлде...
Йәй дауамында мал аҙығы әҙерләргә, ҡышлатыу миҙгелен юғалтыуһыҙ сығырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, тырыш ғаиләләр мал һанын арттырып, етеш тормошта йәшәргә ынтыла. Әммә илебеҙҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына һәм Таможня союзына (ВТО) кереүе, иткә, һөткә һәм уларҙан эшләнгән аҙыҡ-түлеккә ҡарата булған талаптарҙы тағы ла ҡат...
Экологик форумды Рәсәй экология йәмғиәте һәм “Таҙа ил” ассоциацияһы ҡатнашлығында Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойоштора. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форумға Татарстан,...
«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивалендә Гран-при яуланы. 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстанының Эр-Рияд-Короллеге ҡалаһында Король Абдул Ғәзиз исемендәге «CAMELFESTIVAL» барышында ҙур фестиваль ойошторолдо. Төркөм Рәсәй исеменән сығыш яһаны һәм донъяның бик күп коллективтары араһ...
Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте. Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте. Сарала доклад менән сығыш яһаусылар күп (50-гә...
Яҙҙың иң гүзәл, саф байрамы 8 март алдынан “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне. Беҙҙең ҡаланан һәм районыбыҙҙан барған ҡыҙҙарыбыҙ дипломдар һәм сәскәләр менән бүләкләнде. “Хазина” төркөмөнән М...
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Бөрө районындағы лагерҙа булған фажиғәнән һуң балалар ялының хәүефһеҙлеген һәм сифатын күтәреү буйынса эшсе төркөм булдырыла. Ғәҙәттән тыш хәл 3 июндә «Аҡсарлаҡ» балалар лагерында теркәлгән. Бөрө мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһына флагты күтәреп ҡуя торған ҡолға килеп төшкән. Үҫмер үлгән. ...
Был тетрәткес юлдарҙың авторы – утлы яу юлдарынан беренсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан шағир Батыр Вәлид. Күҙҙәре һуҡрайып, ғүмер уртаһы етер – етмәҫтән бөтөнләй кеше көнлө булып ҡалған ижадсы. Ҡулына ҡәләм тотоп, уй – тойғоларын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөү һәләтенән яҙа. Ә бит егерменсе – утыҙынсы йылдарҙа яҡташыбыҙ Баты...
Дүрт бала тәрбиәләй улар, ғөмүмән, Кинйәбай, был йәһәттән, алға киткән ауыл - баланы күпләп табалар, быға иғтибар иткән кеше генә юҡ, мөмкин булһа, Ауыл-герой тигән исем бирергә була ине үҙенә. Юныс тракторҙа йөрөй, "Юшатыр" уның тураһында яҙғаны булды, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙарта, Кинйәбай халҡы уға рәхмәт уҡып бөтә...
Гәзиткә ошондай хат булғайны: “Мәскәүҙә йәшәүсе бер милләттәш шундай һорау бирҙе: — Башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы бармы ул, булһа – ниндәй? Икенсе милләт ҡыҙына өйләнеп, байтаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәп, балалары менән сит телдә аралашып йәшәп ятҡан егеттәребеҙҙең береһе ине ул. Ахыры, аҡылына килеп, уйлана башлаған был, үҙене...
Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле бит ул - июль айы. Шулай булмай ни һуң - картуф, йәшелсә баҡсаһы, еләк, етмәһә, бесәне лә өлгөргән. Ошо ығы-зығылы ваҡыт та ҡурҡытманы Волостновка ауыл биләмәһендә урынлашҡан Түләбай ауылы халҡын, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына берҙәм йыйылдылар. Һүҙ ҡуйышҡан ваҡытты көтөп тә торма...
23 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү беренсе йәйге әҙерлеге булған мәктәп-интернатында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү буйынса кәңәшмә уҙғарҙы....
Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында белдергәйне. Бөгөнгө шарттарҙа уны дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша юллауы иң ҡулайы. Президент Владимир Путин үҙенең 11 майҙағы мөрәжәғәтендә бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы тураһында б...
– Никах уҡыттыҡ, балаларҙың әсәһе үлде бит. Бер үҙемә ауыр булыр, тип өйләнергә тура килде. Хәҙер бына өсөнсөһөн көтәбеҙ. – КЕШЕ БАЛАҺЫ?.. ЮҠ! КӘРӘКМӘЙ... Хикәйә Венера, бала хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әсәһе мәрхүмәне иҫкә төшөрә. Әсәһе, Хәҙисә, ғүмер буйы ҡаты ҡуллы булды. Юҡ ҡына сәбәп булһа ла, Венераны, ҡустыһы Сә...
Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Танылған ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов...
“Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе. “Юлдаш” радиоһы йылдағыса “Сәләм, студент!” тамашаһын тәҡдим итә. Пандемия шарттарына бәйле уның форматы үҙгәрҙе. Быйыл студенттар өсөн тамаша 1 сентябрҙә 19.00 сәғәттән 22 сәғәт 30 минутҡа тиклем Башҡортос...
Бының өсөн ғәҙәти булмаған урында (флаг йыһанда, йәнһүрәттә йәки принцессаның һарайында) флагты төшөрөп ебәрергә кәрәк. Эштәр [email protected] электрон почтаһы йәки «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмдә https://vk.com/ufanurteatr ҡабул ителә. Һүрәттәр конкурсында 4-тән 18 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала. Рәсемдәр ...
Кәрәк: 200 гр эремсек, 200 гр он, 70 гр шәкәр (3 аш ҡалағы), 2 йомортҡа, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), семтем тоҙ, 300 гр көнбағыш майы. Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн ҡоро ауыл эремсеге алына. Һауытҡа эремсек, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, он һалып ныҡ ҡына туғыйбыҙ. Ҡамыр әҙерләгәс, суйынға көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Май ҡайнап ...
Бөгөн Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020” республика турнирының район этабы үтте. Район хакимиәтенең Физик культура һәм спорт бүлеге “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе менән берлектә ойошторған фестивалдә Юнысовтар, Рәхимовтар, Черновтар, Иҙрисовтар, ...
«Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. «Ҡурай-ТВ» – башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ йолаларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бер...
13 февралдә Красноусолдағы 2-се мәктәптә Балалар ижады үҙәге һәм “Десант” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре “Йәш армия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә (штаб начальнигы А.Р.Миңлебаев) ҡушылды. Йыл һайын уҙғарылған сара был юлы Советтар Союзы Геройы Иван Викторович Пятяриҙың 100 йылл...
Был хаҡта Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә хәбәр иткән һәм “һеҙ минең тормошомдо бөтөнләй икенсе яҡтан күрәсәкһегеҙ” тип вәғәҙәләгән. Асыҡланыуынса... Элвин Грей Андрей Малаховҡа ни өсөн барған? Бәғзе матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, билдәле яҡташыбыҙ, йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшиин) күптән түгел...
ИРТӘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРМЫН...“Кисектереп торолған тормош синдромы” тигән төшөнсә бар. Йәғни, кеше киләсәккә үтә ныҡ өмөттәр бағлай, үҙен бәхетле тойоу өсөн нимәнеңдер булғанын көтә. Ғәҙәттә ул бөгөн бәхетле булырға кәрәклеге тураһында бөтөнләй онота һәм бөгөнгөһөнә тулыһынса ҡул һелтәй. Күптәр бәхетле булыу өсөн теге йәки...
2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу һәм беҙгә ебәрелгән квитанциялар буйынса бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ, райондаштар. 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу һәм беҙгә ебәрелгән квитанциялар буйынса бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ, райондаштар. Шулай итеп бөгөн тағы ла бер уҡыусыбыҙҙы шатландырмаҡс...
13 мартта Туймазы ҡалаһының спорт аренаһында каратэ "кекусинкай” буйынса Башҡортостан беренселеге һәм чемпионаты үтте. Был ярыштарҙа Силәбе өлкәһенән, Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан, Ульяновск, Туймазы, Өфө, Октябрьск, Ишембай, Салауат ҡалаларынан, Талбазы ауылынан спортсылар ҡатнашты. Талбазы ауылының "Самурай" клубынан...
Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була. «Башҡортостанда күп фатирл...
Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һанының артыуына бәйле хәлде төҙәтеү өсөн һуңғы мөмкинлек бирҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаевҡа юл-транспорт в...
#ВладимирПутинХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта, Владимир Путин эш сәфәре менән Рәсәйҙә кәләштәр ҡалаһы булараҡ дан алған Иваново ҡалаһында булды. Ул “Полет” парашюттар заводын, балалар поликлиникаһын ҡараны, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. #ВладимирПутин Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан, 6 мартта,...
Балаға иң элек, әлбиттә, әсәй кәрәк. Атай кеше өс көн юғалып торһа ла, ул артыҡ көйһөҙләнмәҫ. «Атай ҡайҙа ул?» – тип өйҙәгеләрҙе теүәлләп кенә һорар ҙа, яуабын көтөп тә тормай, яңынан уйынына керешеп китер. Улдарым менән үткәргән бер көн Әсәйҙәре ауылға китте, мин ике улым менән донъя көтөп ҡалдым. Малайҙар нимәлер һиҙ...
Хөрмәтле Ғафури районы һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым! Был көндә табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, фармацевтар һәм кешеләр һаулығы һағында тороусылар рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итә. Һеҙҙең шәфҡәтле ҡулығыҙҙа донъялағы иң ҡәҙерле байлыҡ – кешеләрҙең ...
Коронавирус киҙеүе тарала башлағандан алып был вирусты донъяла барлығы 106289268 кеше йоҡторған, улдарҙың 2327231-е вафат булған. Илдәр берләшмәһе киҙеүҙе еңеүҙең төп ысулын киң масштаблы вакцинация яһауҙа тип һанай. Президент В.В.Путин билдәләүенсә, Рәсәй коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау буйынса донъяла алдынғы позици...
Пандемия башланған осорҙа Республика инфекция дауаханаһын төҙөргә 55 көн ваҡыт киткәйне. Стәрлетамаҡтағы ковид-госпитал 1 декабрҙә үҙ эшен башлаясаҡ. Пандемия башланған осорҙа Республика инфекция дауаханаһын төҙөргә 55 көн ваҡыт киткәйне. Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь 1 декабрҙә үҙ эшен башлаясаҡ. Инфекция дауаханаһы...
Ошо көндәрҙә Күмертау суды 10 кешенән торған енәйәт төркөмөнә ҡарар сығарҙы. Уларҙың барыһы ла наркотик матдәләр һатыу ойоштороуҙа ғәйепләнә. Күмертауҙа йәшәүсе 2 кеше наркотөркөм ойоштороп, интернет-магазин аша Башҡортостан буйынса наркотиктар һатыу менән булышҡан. Енәйәтселәргә 21-43 йәш. Был енәйәт эшен полиция хеҙм...
Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте. Ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар халыҡ ансамбле һәм “Йәйғор”өлгөлө бейеү коллективы мәләүездәргә ҙур байрам бүләк итте. “Йыр һәм бейеү өмәһе” тип аталған был тамашаға йыр-моң һөйөүселәр йы...
Ҡатын-ҡыҙҙың булмышы сәйер инде. Һаҡһыҙ ҡулдарҙың ғүмерен ҡыйыуына ҡарамаҫтан, һулығансы матурлығын, хуш еҫен тирә-яҡтағыларға таратып ултырған өҙөлгән сәскәне хәтерләтеп ҡуя ваҡыты-ваҡыты менән. Зөһрәнең күңелендә ауыр уйҙар ҡойоно уйнаһа ла, борсолоуы йөҙөнә күләгә булып ятманы. Ҡәҙимгесә, хеҙмәттәштәре менән йылмайы...
Балсыҡ гүзәллекте һаҡлау өсөн киң ҡулланыла. Минералдар һәм микроэлементтарға бай булыуы менән тән тиреһен бер юлы туҡландырыу, дымландырыу, шымартыу сифатына эйә. Балсыҡ гүзәллекте һаҡлау өсөн киң ҡулланыла. Минералдар һәм микроэлементтарға бай булыуы менән тән тиреһен бер юлы туҡландырыу, дымландырыу, шымартыу сифаты...
Мәҡәләбеҙҙең геройы Ишморат Илбәков далаларының иркенлеге, ҡырҙарының киңлеге йырҙарҙа, шиғырҙарҙа маҡталған, көмөш шишмәләр сыңлаған Хәйбулла ерендә тыуып-үҫкән. Бала саҡтан ҡурайынан – серҙәшенән, моңдашынан айырылмай ул. Ғаилә йылы Йәмғиәттә бәләкәй генә һаналған Илбәковтар ғаиләһе өс ҙур шәхестән тора. Ғаилә башлығ...
Йыл башынан алып бөтә Ер шары халҡын тетрәтеп килгән KOVID-19 тип аталған сир донъялағы әллә күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы инде. Йәйгә ҡарай бер аҙ ғына шиңгән һымаҡ булһа ла, әлеге ваҡыт көндән-көн күбәйә барғанын ишетәбеҙ. Күп кенә ил был йоғошло ауырыуҙың “икенсе тулҡыны” хаҡында ла һөйләй башланы. Әҙәм балаһы һәр нәм...
Өфө ҡала хакимиәте ЮХХДИ менән берлектә 1 июндән 15 июлгә тиклем "Хәүефһеҙ юл. Йәй.2.0" акцияһын үткәрә. Сара барышында юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүенә ҡағылышлы "Йәш йәйәүле", "Йәш велосипедсы" тигән профилактик рейдтар ойоштораласаҡ. Уҡыусылар өсөн онлайн форматта конкурстар үтәсәк. "Минең яң...
“АвтоМир” магазины директоры, шәхси эшҡыуар Ватолин Ю. С. клиенттарын һәм барлыҡ водителдәрҙе автомобилселәр көнө менән ҡотлай. Машинағыҙ һәр ваҡыт йөрөһөн, тормошоғоҙҙағы боролоштар гел яҡшы яҡҡа ғына булһын. Руль артында ышаныс, сәфәрҙәрегеҙҙә, теләһә ҡайһы юлда уңыштар ғына теләйбеҙ. Хәйерле булһын юлдар,Теләйбеҙ ти...
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 18 ғинуарҙа, һәм шишәмбе, 19 ғинуарҙа, төндә һауа температураһы -20,-25, ә урыны менән -27,-32 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға Керәшен һыуығы килә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, дү...
Нөгөш ауыл биләмәһендә ҙур байрам үтте. Ауыл клубына халыҡ күпләп йыйылды. Бында Урал батыр байрамы ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы шағирә, Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Мәләүез таңдары» әҙәби ойошмаһы рәйесе Мәрйәм Күсмәева, Нөгөш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С. Ғимранов, Нөгөш мәктәбе директоры Г. Ғәббәсова, ...