title
stringlengths
1
111
text
stringlengths
39
450
char_len
int64
39
450
Башҡортостан
Башҡортостан Республикаһы шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт.
149
Башҡортостан
Волга буйы федераль округына һәм Урал иҡтисади районына ҡарай.
62
Башҡортостан
Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш.
100
Башҡортостан
Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь).
78
Башҡортостан
1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын иғлан ителә.
170
Башҡортостан
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
95
Башҡортостан
1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай.
69
Башҡортостан
Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.
101
Башҡортостан
Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.
118
Башҡортостан
Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.
131
Башҡортостан
Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән.
86
Башҡортостан
Башҡортостан юғары суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды.
71
Башҡортостан
Башҡортостан арбитраж суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды.
74
Башҡортостан
Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы.
126
Башҡортостан
Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.
113
Башҡортостан
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй.
96
Башҡортостан
2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды.
123
Республика
Республика (Йөмһүриәт) (шулай уҡ ислам дәүләттәрендә йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле мөҙҙәткә һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; шундай идара итеү формаһы булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.
297
Республика
Йөмһүриәт  — әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла.
97
Республика
Мосолман һәм төрки илдәрҙә юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил.
256
Республика
Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр.
129
Республика
Урта быуат Төньяҡ Италияла ҡайһы бер ҡала-дәүләттәр идара итеү формаһы буйынса йә коммуна, йә синьориялар булып тора.
117
Республика
Урта быуаттарҙа гуманистик ғалимдар, тарихсылар, йылъяҙмасылар, шул иҫәптән Джованни Виллани, был дәүләттәрҙең тәбиғәте һәм уларҙың идара итеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән сикләнгән монархиянан айырмалары тураһында уйлана башлай.
235
Республика
Урта быуат авторҙары ирекле граждандарҙы тасуирлау өсөн Libertas Populi — ирекле кешеләр терминын ҡуллана.
106
Республика
Монархияға ҡарамаған дәүләттәрҙе тасуирлау өсөн авторҙар, шул иҫәптән Леонардо Бруни, «республика» латин фразаһын ҡулланыуға индерә.
132
Республика
Хәҙерге ваҡытта «республика» термины йышыраҡ үҙ власын тәхеткә вариҫлыҡ итеү йәки илаһи хоҡуҡ кеүек башҡа нигеҙҙә түгел, ә халыҡтан алған идара итеү формаһын аңлата.
165
Республика
Күпселек контекстарҙа был төшөнсә республиканың төп билдәләмәһе булып ҡала.
75
Республика
Бөгөнгө көндә донъяның күпселек илдәрен республикалар тәшкил итә.
65
Республика
Республика идара итеүҙең заманса формаһы һәм демократия синонимы тип иҫәпләнһә лә, тарихи яҡтан власть мираҫ итеп алынған монархиялы идара итеү формаһы булған дәүләт субъекттары күберәк булыуына нигеҙләнгән яңылыш фекер.
220
Республика
Элек республиканың формалары бик күп төрлө булған, шуға күрә уларҙың барыһын да бер килешле билдәләмә менән аңлатыу бик ауыр.
125
Республика
Нисек кенә булмаһын, республика ҡоролошон ойошҡан власть булмаған ҡәбилә тормошондағы тәүтормош анархик дәүләтенән теүәл айырырға кәрәк, сөнки ойоштролған власть булмаған осраҡта, дәүләт тә булмай.
197
Республика
Мәҙәниәттең башланғыс стадияһында барлыҡҡа килгән һәм дәүләттәр тип аталырға мөмкин булған ижтимағи тормош монархия һәм республика элементтарының тулы ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә.
176
Республика
Мәҫәлән, Илиадала һәм Одиссеяла һүрәтләнгән дәүләттәр, Мысырҙан сыҡҡандан һуң тәүге быуаттарҙағы боронғо иврит дәүләте, рим тарихи йәшәйешенең тәүге быуаттарында шундай һәм башҡалар.
182
Республика
Ғәҙәттә бындай дәүләттәр монархия тип һанала, әммә ысынбарлыҡта халыҡ йыйылышының ҡеүәте һәм уның дәүләт башлығын һайлауға йоғонтоһо шул тиклем ҙур, ә монархтың роле шул тиклем сикләнгән булғанға күрә, бындай номенклатура бөтөнләй ирекле булып күренә.
251
Республика
Боронғо Көнсығышта бындай хәл ителмәгән дәүләт формаларынан монархиялар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, иртә Грецияла һәм Римда — республикалар (ҡара: «Афина демократияһы» һәм «Рим Республикаһы»).
188
Республика
Боронғо республикалар (грек һәм рим) ике төрлө була, улар бер-береһенән шул тиклем айырылып тора, шуға күрә хатта дәүләттәрҙең беренсе фәнни классификацияһын төҙөүсе Аристотель уларҙы өсөнсө монархия менән бер рәттән айырым үҙ аллы дәүләт формалары итеп билдәләй.
263
Республика
Был ике форма — аристократия һәм демократия; улар эргәһендә олигархия, Аристотель фекеренсә — аристократияның дегенерация формаһы, үҙаллы әһәмиәткә эйә була.
157
Республика
Дәүләт хоҡуғы буйынса рим яҙыусылары (Полибий) шулай уҡ республика менән монархия араһында сик ҡуймайҙар, ә төҙәтелгән Аристотель классификацияһын ҡулланған, ә ябай телдә республика һүҙе дәүләт тигәнде аңлатҡан.
211
Республика
Демократик республикаларҙа суверенитет халыҡтыҡы була, йәғни гражданлыҡ хоҡуғына эйә булған бөтә ирекле ир-ат граждандарыныҡы; юғары закондар сығарыу һәм контролдә тотоусы власть дәүләттең бөтә мөһим чиновниктарын һайлаған бөтә халыҡ йыйылышы ҡулында була; асылда, бындай шарттарҙа власты халыҡты үҙ артынан эйәртә белгә...
368
Республика
Аристократияла һәм олигархияла власть өҫтөнлөклө ҡатлам ҡулында була.
69
Республика
Демократик республикаларҙың да, аристократик республикаларҙың да камил саф формалары булмаған; грек һәм рим республикалары тарихында ҡаты көрәш алып барған дәүләттәр була; башта аристократия өҫтөнлөк итә, унда демократик элемент ҙур әһәмиәткә эйә була башлай.
259
Республика
Антиклыҡтың республика системаһы ҡоролошона, атап әйткәндә, хәҙерге заман республикаларынан ҡырҡа айырылып торған түбәндәге өс һыҙат хас:.
138
Республика
Бөтә боронғо республикалар ҡоллоҡҡа ҡоролған; сәйәси һәм граждан хоҡуҡтарға тик ирекле граждандар эйә була.
107
Республика
Ҡолдар менән иреклеләр араһындағы позицияны сит ил кешеләре биләй, улар ғәҙәттә бик түбән хәлдә булалар.
104
Республика
Дәүләт мәнфәғәттәре шәхестең хоҡуҡтарынан юғары булған.
55
Республика
Хатта иң ирекле һәм демократик грек полистарында ла шәхси азатлыҡ сикле була, дәүләттең кеше шәхесенә дәғүәләре бик ҙур була; халыҡ йыйылышы ағзаһы булараҡ, шәхес хаким булған, әммә үҙе бер ниндәй ҙә айырылғыһыҙ хоҡуҡтар менән файҙаланмаған.
241
Республика
Боронғо республикаларҙа дәүләт эштәре бөтә граждандар йыйылышында хәл ителгән.
78
Республика
Боронғо республикалар үлгәндән һуң Европаның цивилизациялы өлөшөндә ҡәтғи монархия режимы урынлаштырыла, әммә Урта быуаттарҙа байтаҡ республикалар, мәҫәлән, Швейцария общиналары, Германияның ирекле ҡалалары (Һамбург, Бремен, Любек), шулай уҡ Новгород барлыҡҡа килә; улар иҫәбенә итальян дәүләттәрен (Венеция һәм Генуя) и...
364
Республика
Тик ҡайһы бер швейцария общиналары йәки кантондары.
51
Республика
Был республикаларҙан әлегә тиклем Швейцария конфедерацияһында берләшкән Швейцария кантондары ғына үҙҙәренең республика ҡоролошон һаҡлап ҡалған һәм бер бәләкәй генә ил [Сан-Марино](301 йылдан).
192
Республика
Урта быуаттарҙа хәҙерге Рәсәй территорияһында Новгород Республикаһы, Псков Республикаһы һәм Вятка ере булған, унда төп власть вече булған, һәм был ерҙәр Мәскәүгә ҡушылғанға тиклем вече йәшәү рәүеше булған.
205
Республика
Яңы заманда күп кенә яңы республикалар барлыҡҡа килгән; улар, тәүге нәүбәттә, Америкалағы инглиз колониялары була, унда инглиз хакимлығы осоронда республика ҡоролошо һаҡланып килә, XVIII быуатта Англиянан айырылып, Америка Ҡушма Штаттарының ирекле республика берлеген ойоштора.
277
Республика
Бөйөк революциянан һуң Франция беренсе тапҡыр республикаға әйләнә, шунан һуң күпмелер ваҡытҡа идара итеүҙең монархия формаһы тергеҙелә.
135
Республика
Наполеон осоронда еңеүселәр Европаның бик күп боронғо республикаларын, шул иҫәптән Венеция, Генуя, Нидерландты юҡ итә.
118
Республика
Ахырҙа улар монархияға әүерелә йәки күрше монархиялар тарафынан йотола.
71
Республика
Европанан ситтә наполеон һуғыштары Латин Америкаһы дәүләттәренә бойондороҡһоҙлоҡ алырға мөмкинлек биргәнлектән, республикаларҙың тағы бер төркөмө ойошторола.
157
Республика
Республикалар төрө дәүләт власы нисек тормошҡа ашырылыуға ҡарап, дәүләттәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттарының ҡайһыһына (президент йәки парламентҡа) күберәк власть бирелеүгә ҡарап биләләнә.
190
Республика
Был принциптан сығып, өс республика төрөн айырып йөрөтәләр:.
60
Республика
Парламент республикаһы, унда иң күп власть — парламентта.
57
Республика
Парламент хөкүмәтте булдыра, һайлауҙарҙа еңгән партия вәкиле премьер-министр итеп тәғәйенләнә.
94
Республика
Президент республикаһында президент власть тармаҡтары араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләй, хәрби көстәр башлығы (верховный главнокомандующий), илде халыҡ-ара сәйәсәттә кәүҙәләндерә, хөкүмәтте булдыра, парламентҡа закон проекттарын тәҡдим итә.
237
Республика
Ҡатнаш республика (ярым президент республикаһы) — көслө президент власы менән парламент контроле аҫтында эшләүсе хөкүмәт бер үк ваҡытта йәшәй.
142
Республика
Төрлө илдәрҙә ярым президент республикаһы төрлөсә.
50
Республика
Төп үҙенсәлеге—хөкүмәттең президент һәм парламент алдында яуаплы булыуы.
72
Республика
Бынан тыш тағы ошондай республикалар була:.
43
Республика
Совет республикаһы — был республикала идара итеүҙең нигеҙен һайланған дәүләт органдары— Советтар тәшкил итә.
108
Республика
Республика демократик үҙәкләштереү принцибына таяна, властарҙы бүлеү инҡар ителә.
81
Республика
Советтарҙың эшмәкәрлеге парламент сессияларында бара, уларҙың даими эшләгән органдары- президиумдар һәм башҡарма комитеттар.
124
Республика
Депутаттар, әгәр башҡарма комитеттар һәм президиумға инмәһә, үҙ эшенән азат ителмәй.
84
Республика
Был типтағы республика башта 1917 йылда Совет Рәсәйендә тыуа, һуңыраҡ тағы бер нисә социалистик илдә булдырыла.
111
Республика
Коммунистик режимдар ҡолатылғас, совет республикалары урынына ғәҙәттәге республикалар булдырыла.
96
Республика
Халыҡ республикаһы — ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт исеме.
52
Республика
1917—1920 йылдарҙа был термин элекке Рәсәй империяһы һәм Австро-Венгрия биләмәләрендә бер аҙ ваҡыт йәшәп өлгөргән республикалар (мәҫәлән, Белоруссия, Украинала һ.б).
165
Республика
1920 йылдарҙа Советтар Союзы яҡлы Монгол Халыҡ Республикаһы, Тува Халыҡ Республикаһы.
85
Республика
1920—1924 йылдарҙа Урта Азияла Бохара һәм Хорезм Халыҡ Республикалары була.
75
Республика
1945 йылдан һуң «Халыҡ республика»һы исеме Көнсығыш Европалағы дәүләттәргә бирелә.
82
Республика
Демократик республика — идара итеүҙең республика формаһы, йәки «йәмғиәт эше».Был дәүләттә бөтә граждандар ҙа тигеҙ хоҡуҡлы, улар дәүләт органдарына һайлай һәм һайлана ала.
171
Республика
Аристократия республикаһы — был республикаһы формаһы булғанда дәүләт власы бер һайлауҙарҙан икенсе һайлауҙарға тиклем аҙсылыҡ ҡулында була.
139
Республика
Ислам республикаһы — Яҡын Көнсығышта таралған теократия йәки уға яҡын торған дәүләт ҡоролошо формаһы (мәҫәлән, Иранда дәүләтте мосолмандарҙың башлығы етәкләй).
159
Республика
Ислам дәүләтендә закондар шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнә (Иран, Афғанстан, Комор Утрауҙары, Мавритания, Пакистан).
113
Республика
1979 йылда Иранда ресволюция һөҙөмтәһендә монархия ҡолатылды һәм унда ислам республикаһы булдырылды.
100
Республика
Федератив республика — республика идара итеү ысулы индерелгән федерация.
72
Республика
Федератив республикала федераль үҙәк менән республикаларҙағы дәүләт органдары араһында вәкәләттәр бүленгән.
107
Республика
Вече (славян һүҙее;  — совет) —Рустәге халыҡ йыйылышы.
54
Республика
Унда дөйөм эштәр, ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни эштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралған.
84
Республика
Туранан-тура демократияның тарихи формаһы, бигерәк тә Новгород һәм Псков республикаларында оҙаҡ һаҡланған.
106
Тарих
Тарих  — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән.
153
Тарих
Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар.
53
Тарих
Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән.
226
Тарих
«Тарих» һүҙенең тәүге мәғәнәһе «һорашыу», белешеү, «асыҡлау» кеүек Боронғо Греция терминдарына барып тоташа.
108
Тарих
Тарих факттар һәм ваҡиғаларҙың ысынлығы һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау менән тиңләштерелә.
82
Тарих
Боронғо Рим тарихнамәһендә (тарихнәмә хәҙерге мәғәнәлә — тарих фәнен, уның тарихын өйрәнеүсе тармаҡ) был һүҙ белешеү алымын йә ысулын түгел, ә үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләү, хикәйәләүҙе аңлатҡан.
196
Тарих
Артабан ысынбарлыҡта булған йәки уйлап сығарылған ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында һөйләүҙе «тарих» тип атай башлағандар.
119
Тарих
Теге йәки был мәҙәниәттә популяр булған, ләкин башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған тарихтар, мәҫәлән, Король Артур легендаһы, ғәҙәттә мәҙәни ҡомартҡының өлөшө генә булып тора.
174
Тарих
«Тарих» һүҙе грек теленән ингән һәм wid-tor, сығышы менән праиндоевропа теленән.
80
Тарих
Урыҫ телендә «видеть» һәм «ведать» һүҙҙәренең мәғәнәһен бирә.
61
Тарих
Боронғо Грецияла «тарих» һүҙе хәҙерге мәғәнәләге тарихи белемде генә түгел, ә тикшереү юлы менән алынған һәр төрлө белемде белдергән.
133
Тарих
Мәҫәлән, Аристотель был һүҙҙе үҙенең «Хайуандар тарихы»нда файҙаланған.
71
Тарих
Шулай уҡ был һүҙ Гомер гимндарында, Гераклит әҫәрҙәрендә һәм Афина дәүләтенә ант биреү тексында ла осрай.
105
Тарих
Ул башта Ионияла ғына файҙаланылған, артабан бөтә Греция, һуңыраҡ Эллинизм мәҙәниәте (цивилизацияһы) буйлап таралған.
117