title stringlengths 1 111 | text stringlengths 39 450 | char_len int64 39 450 |
|---|---|---|
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт. | 149 |
Башҡортостан | Волга буйы федераль округына һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. | 62 |
Башҡортостан | Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. | 100 |
Башҡортостан | Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). | 78 |
Башҡортостан | 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын иғлан ителә. | 170 |
Башҡортостан | 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. | 95 |
Башҡортостан | 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай. | 69 |
Башҡортостан | Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы. | 101 |
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. | 118 |
Башҡортостан | Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. | 131 |
Башҡортостан | Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән. | 86 |
Башҡортостан | Башҡортостан юғары суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды. | 71 |
Башҡортостан | Башҡортостан арбитраж суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды. | 74 |
Башҡортостан | Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы. | 126 |
Башҡортостан | Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. | 113 |
Башҡортостан | 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. | 96 |
Башҡортостан | 2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды. | 123 |
Республика | Республика (Йөмһүриәт) (шулай уҡ ислам дәүләттәрендә йөмһүриәт) — юғары власть органдары билдәле мөҙҙәткә һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; шундай идара итеү формаһы булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил. | 297 |
Республика | Йөмһүриәт — әл-джүмһүриәт, башҡортса йөмһүриәт тип әйтелә, һүҙ республика мәғәнәһендә ҡулланыла. | 97 |
Республика | Мосолман һәм төрки илдәрҙә юғары власть органдары билдәле срокка һайланып ҡуйыла торған дәүләт төҙөлөшө; идара итеү формаһы шундай булған ил, дәүләт; юғары хөкүмәт органдары билдәле ваҡытҡа һайлап ҡуйылған дәүләт идара формаһы һәм шундай идараһы булған ил. | 256 |
Республика | Октябрь революцияһынан һуң Башҡортостан автономияһы иғлан ителгәс, уны күпмелер ваҡыт Башҡортостан Йөмһүриәте тип атап йөрөтәләр. | 129 |
Республика | Урта быуат Төньяҡ Италияла ҡайһы бер ҡала-дәүләттәр идара итеү формаһы буйынса йә коммуна, йә синьориялар булып тора. | 117 |
Республика | Урта быуаттарҙа гуманистик ғалимдар, тарихсылар, йылъяҙмасылар, шул иҫәптән Джованни Виллани, был дәүләттәрҙең тәбиғәте һәм уларҙың идара итеүҙең башҡа формаларынан, шул иҫәптән сикләнгән монархиянан айырмалары тураһында уйлана башлай. | 235 |
Республика | Урта быуат авторҙары ирекле граждандарҙы тасуирлау өсөн Libertas Populi — ирекле кешеләр терминын ҡуллана. | 106 |
Республика | Монархияға ҡарамаған дәүләттәрҙе тасуирлау өсөн авторҙар, шул иҫәптән Леонардо Бруни, «республика» латин фразаһын ҡулланыуға индерә. | 132 |
Республика | Хәҙерге ваҡытта «республика» термины йышыраҡ үҙ власын тәхеткә вариҫлыҡ итеү йәки илаһи хоҡуҡ кеүек башҡа нигеҙҙә түгел, ә халыҡтан алған идара итеү формаһын аңлата. | 165 |
Республика | Күпселек контекстарҙа был төшөнсә республиканың төп билдәләмәһе булып ҡала. | 75 |
Республика | Бөгөнгө көндә донъяның күпселек илдәрен республикалар тәшкил итә. | 65 |
Республика | Республика идара итеүҙең заманса формаһы һәм демократия синонимы тип иҫәпләнһә лә, тарихи яҡтан власть мираҫ итеп алынған монархиялы идара итеү формаһы булған дәүләт субъекттары күберәк булыуына нигеҙләнгән яңылыш фекер. | 220 |
Республика | Элек республиканың формалары бик күп төрлө булған, шуға күрә уларҙың барыһын да бер килешле билдәләмә менән аңлатыу бик ауыр. | 125 |
Республика | Нисек кенә булмаһын, республика ҡоролошон ойошҡан власть булмаған ҡәбилә тормошондағы тәүтормош анархик дәүләтенән теүәл айырырға кәрәк, сөнки ойоштролған власть булмаған осраҡта, дәүләт тә булмай. | 197 |
Республика | Мәҙәниәттең башланғыс стадияһында барлыҡҡа килгән һәм дәүләттәр тип аталырға мөмкин булған ижтимағи тормош монархия һәм республика элементтарының тулы ҡатнашмаһын кәүҙәләндерә. | 176 |
Республика | Мәҫәлән, Илиадала һәм Одиссеяла һүрәтләнгән дәүләттәр, Мысырҙан сыҡҡандан һуң тәүге быуаттарҙағы боронғо иврит дәүләте, рим тарихи йәшәйешенең тәүге быуаттарында шундай һәм башҡалар. | 182 |
Республика | Ғәҙәттә бындай дәүләттәр монархия тип һанала, әммә ысынбарлыҡта халыҡ йыйылышының ҡеүәте һәм уның дәүләт башлығын һайлауға йоғонтоһо шул тиклем ҙур, ә монархтың роле шул тиклем сикләнгән булғанға күрә, бындай номенклатура бөтөнләй ирекле булып күренә. | 251 |
Республика | Боронғо Көнсығышта бындай хәл ителмәгән дәүләт формаларынан монархиялар барлыҡҡа килә, мәҫәлән, иртә Грецияла һәм Римда — республикалар (ҡара: «Афина демократияһы» һәм «Рим Республикаһы»). | 188 |
Республика | Боронғо республикалар (грек һәм рим) ике төрлө була, улар бер-береһенән шул тиклем айырылып тора, шуға күрә хатта дәүләттәрҙең беренсе фәнни классификацияһын төҙөүсе Аристотель уларҙы өсөнсө монархия менән бер рәттән айырым үҙ аллы дәүләт формалары итеп билдәләй. | 263 |
Республика | Был ике форма — аристократия һәм демократия; улар эргәһендә олигархия, Аристотель фекеренсә — аристократияның дегенерация формаһы, үҙаллы әһәмиәткә эйә була. | 157 |
Республика | Дәүләт хоҡуғы буйынса рим яҙыусылары (Полибий) шулай уҡ республика менән монархия араһында сик ҡуймайҙар, ә төҙәтелгән Аристотель классификацияһын ҡулланған, ә ябай телдә республика һүҙе дәүләт тигәнде аңлатҡан. | 211 |
Республика | Демократик республикаларҙа суверенитет халыҡтыҡы була, йәғни гражданлыҡ хоҡуғына эйә булған бөтә ирекле ир-ат граждандарыныҡы; юғары закондар сығарыу һәм контролдә тотоусы власть дәүләттең бөтә мөһим чиновниктарын һайлаған бөтә халыҡ йыйылышы ҡулында була; асылда, бындай шарттарҙа власты халыҡты үҙ артынан эйәртә белгә... | 368 |
Республика | Аристократияла һәм олигархияла власть өҫтөнлөклө ҡатлам ҡулында була. | 69 |
Республика | Демократик республикаларҙың да, аристократик республикаларҙың да камил саф формалары булмаған; грек һәм рим республикалары тарихында ҡаты көрәш алып барған дәүләттәр була; башта аристократия өҫтөнлөк итә, унда демократик элемент ҙур әһәмиәткә эйә була башлай. | 259 |
Республика | Антиклыҡтың республика системаһы ҡоролошона, атап әйткәндә, хәҙерге заман республикаларынан ҡырҡа айырылып торған түбәндәге өс һыҙат хас:. | 138 |
Республика | Бөтә боронғо республикалар ҡоллоҡҡа ҡоролған; сәйәси һәм граждан хоҡуҡтарға тик ирекле граждандар эйә була. | 107 |
Республика | Ҡолдар менән иреклеләр араһындағы позицияны сит ил кешеләре биләй, улар ғәҙәттә бик түбән хәлдә булалар. | 104 |
Республика | Дәүләт мәнфәғәттәре шәхестең хоҡуҡтарынан юғары булған. | 55 |
Республика | Хатта иң ирекле һәм демократик грек полистарында ла шәхси азатлыҡ сикле була, дәүләттең кеше шәхесенә дәғүәләре бик ҙур була; халыҡ йыйылышы ағзаһы булараҡ, шәхес хаким булған, әммә үҙе бер ниндәй ҙә айырылғыһыҙ хоҡуҡтар менән файҙаланмаған. | 241 |
Республика | Боронғо республикаларҙа дәүләт эштәре бөтә граждандар йыйылышында хәл ителгән. | 78 |
Республика | Боронғо республикалар үлгәндән һуң Европаның цивилизациялы өлөшөндә ҡәтғи монархия режимы урынлаштырыла, әммә Урта быуаттарҙа байтаҡ республикалар, мәҫәлән, Швейцария общиналары, Германияның ирекле ҡалалары (Һамбург, Бремен, Любек), шулай уҡ Новгород барлыҡҡа килә; улар иҫәбенә итальян дәүләттәрен (Венеция һәм Генуя) и... | 364 |
Республика | Тик ҡайһы бер швейцария общиналары йәки кантондары. | 51 |
Республика | Был республикаларҙан әлегә тиклем Швейцария конфедерацияһында берләшкән Швейцария кантондары ғына үҙҙәренең республика ҡоролошон һаҡлап ҡалған һәм бер бәләкәй генә ил [Сан-Марино](301 йылдан). | 192 |
Республика | Урта быуаттарҙа хәҙерге Рәсәй территорияһында Новгород Республикаһы, Псков Республикаһы һәм Вятка ере булған, унда төп власть вече булған, һәм был ерҙәр Мәскәүгә ҡушылғанға тиклем вече йәшәү рәүеше булған. | 205 |
Республика | Яңы заманда күп кенә яңы республикалар барлыҡҡа килгән; улар, тәүге нәүбәттә, Америкалағы инглиз колониялары була, унда инглиз хакимлығы осоронда республика ҡоролошо һаҡланып килә, XVIII быуатта Англиянан айырылып, Америка Ҡушма Штаттарының ирекле республика берлеген ойоштора. | 277 |
Республика | Бөйөк революциянан һуң Франция беренсе тапҡыр республикаға әйләнә, шунан һуң күпмелер ваҡытҡа идара итеүҙең монархия формаһы тергеҙелә. | 135 |
Республика | Наполеон осоронда еңеүселәр Европаның бик күп боронғо республикаларын, шул иҫәптән Венеция, Генуя, Нидерландты юҡ итә. | 118 |
Республика | Ахырҙа улар монархияға әүерелә йәки күрше монархиялар тарафынан йотола. | 71 |
Республика | Европанан ситтә наполеон һуғыштары Латин Америкаһы дәүләттәренә бойондороҡһоҙлоҡ алырға мөмкинлек биргәнлектән, республикаларҙың тағы бер төркөмө ойошторола. | 157 |
Республика | Республикалар төрө дәүләт власы нисек тормошҡа ашырылыуға ҡарап, дәүләттәге хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттарының ҡайһыһына (президент йәки парламентҡа) күберәк власть бирелеүгә ҡарап биләләнә. | 190 |
Республика | Был принциптан сығып, өс республика төрөн айырып йөрөтәләр:. | 60 |
Республика | Парламент республикаһы, унда иң күп власть — парламентта. | 57 |
Республика | Парламент хөкүмәтте булдыра, һайлауҙарҙа еңгән партия вәкиле премьер-министр итеп тәғәйенләнә. | 94 |
Республика | Президент республикаһында президент власть тармаҡтары араһында мөнәсәбәттәрҙе көйләй, хәрби көстәр башлығы (верховный главнокомандующий), илде халыҡ-ара сәйәсәттә кәүҙәләндерә, хөкүмәтте булдыра, парламентҡа закон проекттарын тәҡдим итә. | 237 |
Республика | Ҡатнаш республика (ярым президент республикаһы) — көслө президент власы менән парламент контроле аҫтында эшләүсе хөкүмәт бер үк ваҡытта йәшәй. | 142 |
Республика | Төрлө илдәрҙә ярым президент республикаһы төрлөсә. | 50 |
Республика | Төп үҙенсәлеге—хөкүмәттең президент һәм парламент алдында яуаплы булыуы. | 72 |
Республика | Бынан тыш тағы ошондай республикалар була:. | 43 |
Республика | Совет республикаһы — был республикала идара итеүҙең нигеҙен һайланған дәүләт органдары— Советтар тәшкил итә. | 108 |
Республика | Республика демократик үҙәкләштереү принцибына таяна, властарҙы бүлеү инҡар ителә. | 81 |
Республика | Советтарҙың эшмәкәрлеге парламент сессияларында бара, уларҙың даими эшләгән органдары- президиумдар һәм башҡарма комитеттар. | 124 |
Республика | Депутаттар, әгәр башҡарма комитеттар һәм президиумға инмәһә, үҙ эшенән азат ителмәй. | 84 |
Республика | Был типтағы республика башта 1917 йылда Совет Рәсәйендә тыуа, һуңыраҡ тағы бер нисә социалистик илдә булдырыла. | 111 |
Республика | Коммунистик режимдар ҡолатылғас, совет республикалары урынына ғәҙәттәге республикалар булдырыла. | 96 |
Республика | Халыҡ республикаһы — ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт исеме. | 52 |
Республика | 1917—1920 йылдарҙа был термин элекке Рәсәй империяһы һәм Австро-Венгрия биләмәләрендә бер аҙ ваҡыт йәшәп өлгөргән республикалар (мәҫәлән, Белоруссия, Украинала һ.б). | 165 |
Республика | 1920 йылдарҙа Советтар Союзы яҡлы Монгол Халыҡ Республикаһы, Тува Халыҡ Республикаһы. | 85 |
Республика | 1920—1924 йылдарҙа Урта Азияла Бохара һәм Хорезм Халыҡ Республикалары була. | 75 |
Республика | 1945 йылдан һуң «Халыҡ республика»һы исеме Көнсығыш Европалағы дәүләттәргә бирелә. | 82 |
Республика | Демократик республика — идара итеүҙең республика формаһы, йәки «йәмғиәт эше».Был дәүләттә бөтә граждандар ҙа тигеҙ хоҡуҡлы, улар дәүләт органдарына һайлай һәм һайлана ала. | 171 |
Республика | Аристократия республикаһы — был республикаһы формаһы булғанда дәүләт власы бер һайлауҙарҙан икенсе һайлауҙарға тиклем аҙсылыҡ ҡулында була. | 139 |
Республика | Ислам республикаһы — Яҡын Көнсығышта таралған теократия йәки уға яҡын торған дәүләт ҡоролошо формаһы (мәҫәлән, Иранда дәүләтте мосолмандарҙың башлығы етәкләй). | 159 |
Республика | Ислам дәүләтендә закондар шәриғәт ҡанундарына нигеҙләнә (Иран, Афғанстан, Комор Утрауҙары, Мавритания, Пакистан). | 113 |
Республика | 1979 йылда Иранда ресволюция һөҙөмтәһендә монархия ҡолатылды һәм унда ислам республикаһы булдырылды. | 100 |
Республика | Федератив республика — республика идара итеү ысулы индерелгән федерация. | 72 |
Республика | Федератив республикала федераль үҙәк менән республикаларҙағы дәүләт органдары араһында вәкәләттәр бүленгән. | 107 |
Республика | Вече (славян һүҙее; — совет) —Рустәге халыҡ йыйылышы. | 54 |
Республика | Унда дөйөм эштәр, ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни эштәргә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралған. | 84 |
Республика | Туранан-тура демократияның тарихи формаһы, бигерәк тә Новгород һәм Псков республикаларында оҙаҡ һаҡланған. | 106 |
Тарих | Тарих — белем өлкәһе, кешелектең үткән замандағы эшмәкәрлеген, торошон, донъяға ҡарашын, ойошоуын һәм социаль бәйләнештәрен өйрәнә торған гуманитар фән. | 153 |
Тарих | Был өлкәлә эшләүсе ғалимдарҙы тарихсылар тип атайҙар. | 53 |
Тарих | Тарыраҡ мәғәнәлә «тарих» — ваҡиғаларҙың, тарихи процесстың эҙмә-эҙлеклелеген асыҡлау, һүрәтләнгән сараларҙың объективлығын билдәләү һәм ваҡиғаларҙың сәбәбенә һәҙөмтә эшләү өсөн үткәндәр тураһындағы һәр сығанаҡты өйрәнеүсе фән. | 226 |
Тарих | «Тарих» һүҙенең тәүге мәғәнәһе «һорашыу», белешеү, «асыҡлау» кеүек Боронғо Греция терминдарына барып тоташа. | 108 |
Тарих | Тарих факттар һәм ваҡиғаларҙың ысынлығы һәм дөрөҫлөгөн асыҡлау менән тиңләштерелә. | 82 |
Тарих | Боронғо Рим тарихнамәһендә (тарихнәмә хәҙерге мәғәнәлә — тарих фәнен, уның тарихын өйрәнеүсе тармаҡ) был һүҙ белешеү алымын йә ысулын түгел, ә үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләү, хикәйәләүҙе аңлатҡан. | 196 |
Тарих | Артабан ысынбарлыҡта булған йәки уйлап сығарылған ниндәйҙер хәл-ваҡиға тураһында һөйләүҙе «тарих» тип атай башлағандар. | 119 |
Тарих | Теге йәки был мәҙәниәттә популяр булған, ләкин башҡа сығанаҡтар менән раҫланмаған тарихтар, мәҫәлән, Король Артур легендаһы, ғәҙәттә мәҙәни ҡомартҡының өлөшө генә булып тора. | 174 |
Тарих | «Тарих» һүҙе грек теленән ингән һәм wid-tor, сығышы менән праиндоевропа теленән. | 80 |
Тарих | Урыҫ телендә «видеть» һәм «ведать» һүҙҙәренең мәғәнәһен бирә. | 61 |
Тарих | Боронғо Грецияла «тарих» һүҙе хәҙерге мәғәнәләге тарихи белемде генә түгел, ә тикшереү юлы менән алынған һәр төрлө белемде белдергән. | 133 |
Тарих | Мәҫәлән, Аристотель был һүҙҙе үҙенең «Хайуандар тарихы»нда файҙаланған. | 71 |
Тарих | Шулай уҡ был һүҙ Гомер гимндарында, Гераклит әҫәрҙәрендә һәм Афина дәүләтенә ант биреү тексында ла осрай. | 105 |
Тарих | Ул башта Ионияла ғына файҙаланылған, артабан бөтә Греция, һуңыраҡ Эллинизм мәҙәниәте (цивилизацияһы) буйлап таралған. | 117 |
Bashkir Wikipedia Monolingual Corpus
Sentence-level Bashkir text extracted from the Bashkir Wikipedia dump
bawiki-20260801.
This repository provides two configurations. The default cleaned
configuration is recommended for language-model and tokenizer training. The
precleaned configuration is an earlier, less filtered sentence extraction
provided for alternative preprocessing and research.
Configurations
cleaned
- 839,629 unique sentences
- 62,205 represented articles
- URLs, MediaWiki markup and service fragments removed
- Unicode and punctuation normalized
- duplicate sentences removed globally
- incomplete sentences and unbalanced brackets filtered
Fields:
title: Bashkir Wikipedia article titletext: cleaned Bashkir sentencechar_len: sentence length in characters
precleaned
- 1,198,784 sentence rows
- earlier sentence-level extraction with lighter filtering
- provided for alternative preprocessing and comparison
Fields:
title: Bashkir Wikipedia article titletext: extracted sentence text
This is not the original MediaWiki XML or wikitext dump.
Source and Processing
The data was extracted from the official Bashkir Wikipedia dump dated
2026-08-01. The original XML dump is not included in this repository.
License
The source text is derived from Wikipedia and is distributed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International license.
Please preserve Wikipedia attribution when redistributing or publishing derivative datasets.
Loading
from datasets import load_dataset
cleaned = load_dataset("failed09/bashkir-wikipedia-monolingual", "cleaned")
precleaned = load_dataset("failed09/bashkir-wikipedia-monolingual", "precleaned")
Citation
@dataset{failed09_bashkir_wikipedia_monolingual_2026,
title = {Bashkir Wikipedia Monolingual Corpus},
author = {failed09},
year = {2026},
publisher = {Hugging Face},
url = {https://huggingface.co/datasets/failed09/bashkir-wikipedia-monolingual}
}
- Downloads last month
- 34