text stringlengths 369 192k |
|---|
Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ағымдағы йылдың аҙағында тапшырыу планлаштырыла.
Дәүләкәндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май Указдары менән раҫланған "Демография" милли проекты сиктәрендә ике балалар баҡсаһы төҙөү дауам итә. Мәскәү һәм Көнбайыш урамдарындағы мәктәпкәсә бел... |
Борон-борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт халҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән мамыҡ кеүек йомшаҡ дебет шәлдәр бәйләгәндәр. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡандар. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар. Кейеҙҙән ҡапланған тирмә я... |
Кисә Өфөнөң Калинин районында туғыҙ йәшлек ҡыҙ асыҡ ҡалдырылған ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән. Был турала Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә яҙып сыҡты: “Кисә бик ҡурҡыныс хәл булды. Калинин районында алты метр тәрәнлектәге асыҡ ҡоҙоҡҡа ҡыҙ бала йығылып төшкән. Ашығыс хеҙмәттәр ки... |
Коронавирусты йоҡторғандарҙың 45 процентында сирҙең бер генә билдәһе лә күҙәтелмәй. Ғалимдар был серҙе асҡан тиерлек.
Пекиндағы дөйөм профилле дауахананың Үпкә медицинаһы һәм реанимация колледжы белгестәре коронавирусҡа толерантлығы булған өс пациенттың хәлен һүрәтләгән. Был сирлеләрҙе бер ниндәй ҙә ауырыу билдәләре бо... |
Үрге Йәркәйҙәге «Эра» йәмғиәтенең «Горячий хлеб» магазинында асыҡ йөҙлө, үҙ эшенә яуаплы ҡараусы һатыусылар хеҙмәт һала. Ғәлиә Ғәбдрәхимова –шундайҙарҙың береһе.
Ул Өфөлә аҙыҡ техникумында уҡып, технолог һөнәрен үҙләштерә. Юллама буйынса ТРҙың Зәй ҡалаһына ебәрелеп, «Зәй икмәк комбинаты»нда хеҙмәт юлын башлай. Артабан ... |
Риф Тойғондоң "Йөрәктә мөхәббәт = В сердце любовь" исемле баҫмаһын ҡулыңа алғас үҙеңде хозур тәбиғәт ҡосағында тояһың. Ижады менән танышыу күңелгә сихәт бирә, матурлыҡҡа әйҙәй, изгелеккә ышанысты арттыра. Тәбиғи ҙә, ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи уйланыуҙарға илткән әҫәрҙәре хатта борсолоулы темала ла өмөттө һәм сик... |
Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гүзәл дә, ҡыйыу ҙа, сос һәм дәртле лә, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсы уҙа. Быйылғы сара егерме алтынсы тапҡыр үткәрелеп, Ғаилә йылына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.
Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гү... |
Республикабыҙҙа билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль яҡтан иң әүҙем ғаилә тип танылды. Улар «Өлгө ал» республика конкурсында еңеү яуланы.
Бәйгелә Башҡортостандың 43 ҡала һәм районынан йәмғиәткә файҙа килтергән, ауылды, ҡаланы йәки районды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән 107 ғаилә ҡатнаш... |
Республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 27 меңгә етеп килә. Һуңғы тәүлектә йәнә 153 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланды. 257 пациенттың һауығып сығыуы билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә дүрт ауырыу вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандарының дөйөм һаны 238-гә етте.
Әле стационарҙарҙа - 255 пациен... |
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр.
Яңы йыл байрамдарында нисек ял итәбеҙ?
Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан яңы йыл байрамдарында ял көндәре тураһында хәбәр иттеләр.
«Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы (Р... |
Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Башҡортостанда һут етештереүҙе арттырасаҡтар һәм еләк, алма үҫтергән фермерҙарға ярҙам күрһәтәсәктәр. Был 2026 йылға тиклем ауыл хужалығын үҫтереү буйынса төбәк про... |
“Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм энергияны һаҡлау өлкәһендәге менеджмент системалары халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә. Ойошмала тышҡы аудит үткәргән эксперттар ошондай һөҙөмтәгә килгән. Акционерҙар йәмғиәтенең төп офисы Өфөлә урынлашҡан. Башҡортостандан тыш, етештереү о... |
Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған.
Республикала Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ирекмән медиктар штабы ойошторолған. Төбәк штабының эше “Демография” милли пр... |
Өфөлә ЮХХДИ-ның ике хеҙмәткәренең ришүәт алыу осрағы буйынса хөкөм ҡарары сығарылды, тип хәбәр итә Башҡортостан прокуратураһы.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ришүәт алған
Судта асыҡлауҙарынса, 2020 йылдың октябрендә ғәйепләнеүселәр рейд барышында Kia Rio маркалы автомобилде туҡтата һәм уның водителенең иҫерек булыуын асыҡлай. Про... |
2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 яңы күргәҙмә ҡуйылған. Унда мөһим тарихи экспонаттар һәм сәнғәт әҫәрҙәре күрһәтелгән. Рәсәйҙең 48 төбәгендәге өс меңдән ашыу музей экспонаты тасуирламаһы буйынса ҙур эштәр һөҙөмтәһе ул.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2020 йылда “Артефакт” платформаһына 78 ... |
Һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡуҙғытыуын дауам итә. «Гисметео» порталының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 20 градус һыуыҡтан һуң республикала ҡапыл йылыта.
Синоптиктар белдереүенсә, йәкшәмбе, 24 ғинуарҙа, көндөҙ 0 градус була, ә төндә -12 градустан түбәнәймәй.
Киләһе аҙнала Өфөлә йылы булыуы көтөлә. Татьяна көнө... |
Бигерәк тә һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар быға мохтаж.
Беҙ ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙең нисек йәшәүе тураһында күп ваҡыт уйлап та бөтөрмәйбеҙ. Уларҙың күбеһе аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡ һатып алыуға бәйле ауырлыҡтар кисерә. Әммә ғаилә... |
Республика Башлығының 15 июндәге указына ярашлы, 29 июндән "Планета" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге аквапарк эшләй башлай, тиелгән.
Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте талаптары буйынса өҫтәмә санитар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре индерелгән. Шулай уҡ аквапаркта бер үк ваҡытта булыусылар һаны ла сикләнгән. Шуға к... |
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һайлап алды.
Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һ... |
Беҙгә 35 илдән 1,5 меңгә яҡын йәш спортсы килде. 12 – 15 йәшлек үҫмер балалар еңел атлетика, йөҙөү, футбол, фехтование, пляж волейболы, баскетбол 3x3, дзюдо, грек-рим көрәше һәм ҡаяға менеү спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ.
Балалар ярышына килгәндә, ул 1968 йылдан алып уҙғарыла. Беҙҙә иһә, СССР заманынан һуң (1990 йылда ... |
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикала Һаулыҡ һ... |
Дәүләкән ҡалаһында 130 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы барлыҡҡа киләсәк. Ул, “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу” төбәк проектына ярашлы, республика бюджеты иҫәбенә төҙөлә.
Барлыҡ заманса талаптарға яуап ... |
Кисә, 16 сентябрь, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән ижади осрашыу үтте. Әҙиптең юбилейына арналған был сарала әҙәбиәтселәр, яҙыусылар, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, студенттар ҡатнашты.
Саҡырылған ҡунаҡтар билдәләүенсә, шағир күптәр өсөн өлгө,... |
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: шәфҡәт туташы булып эшләгән ике ҡатын коронавирус инфекциялы пациент менән аралашҡаны өсөн моргта бикләнеп ултырғайны...
20 июлдә ике хеҙмәткәрен моргҡа бикләгән Архангел үҙәк дауаханаһының баш табибибәһе эштән китеүе хаҡында ғариза яҙған. Был хаҡта “Медиокорсеть” баҫмаһы, үҙ сығанағына таянып, х... |
31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығынан.
31 декабрҙә республиканың барлыҡ почта бүлексәләре билдәләнгән графикка ярашлы эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәбәр ... |
Әнүр – Мораҡ ауылы егете. Уларҙың татыу һәмэшһөйәр ғаиләһендә алты бала тәрбиәләнә. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрбәләкәстән үҙаллылыҡҡа, эшкә өйрәнеп, артабан булдыҡлылығы, кеселеклелеге,ябайлығы менән был тормошта айырылып тороусандар.
Мәҡәләбеҙҙең геройы - 2017 йылдан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы бу... |
7 көн дауамында «Родина» ла рус һәм башҡорт телдәрендә төшөрөлгән «Өс таған» мажаралы фильмдары, "Йыл ғаиләһе" комедияһы күрһәтеләсәк
«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк
«Родина» кинотеатрында башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың фильмдар аҙналығы үтәсәк.
Ҡыштың тәүге көнөнд... |
Районыбыҙ территорияһында эшләп килгән Приуралье тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй.
Ҡайһы заманды ғына алһаң да, тимер юлы иң уңайлы һәм хәүефһеҙ транспорт төрө булып ҡала. Йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫеше лә тимер юлдарҙың тотороҡло эшләүенә тығыҙ бәйләнгән. Ҡо... |
24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә.#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
24 – 28 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙнаһы үтә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Эшҡыуарҙарҙы мауыҡтырғыс һәм файҙалы программа көтә. Көнүҙәк мәсьәләләр хәл и... |
8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, тағы ниндәй һайлауҙар үтәсәк, ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтөлә. Ошо хаҡта Салауат районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Нелли РӘХМӘТУЛЛИНА һөйләй.
8 сентябрҙә Башҡортостанда төп сәйәси ваҡиға – Республика Башлығын һайл... |
Һуңғы йылдарҙа ҡаҡҡа “мода” әйләнеп ҡайтты. Ниндәй генә емеш-еләктән әҙерләмәйҙәр уны. Ҡаҡ өсөн ҡайын еләге, ер еләге, ҡарағат, балан, алма, слива алырға мөмкин.
Ҡаҡты әҙерләү өсөн еләкте йәки емеште ике тапҡыр ит турағыстан үткәреп, иҙмә әҙерләйҙәр. Иҙмәне эре иләктән үткәрәләр. Күптәр шәкәр өҫтәмәй, емеш әсерәк булһа... |
«Таҙа һауа» федераль проекты буйынса Рәсәй Федерацияһының сәнәғәтле ҡалаларында бысраҡ һауаны таҙартыу буйынса эш алып барыла ине. Ә хәҙер...
Илебеҙҙә килеп тыуған ауыр хәл айҡанлы, был проектты финанслау 15 миллиардҡа тиклем кәметеләсәк. «Таҙа һауа» федераль проекты «Экология» милли проектына инә. Быға тиклем ҡуйылған... |
Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыстарын намыҫлы башҡарырға өйрәнгән.
Ауыл кешеһенә малсылыҡта ла, игенселектә лә ямғыр ҙа,ҡар ҙа ҡамасау. Шуға ҡарамаҫтан ауыл хеҙмәтсәндәре тәбиғәт һынауҙарына бирешмәй, үҙ бурыст... |
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала фельдшер-акушерлыҡ пункттарына ҡағылышлы фекерҙәрен яҙҙы.
“Йәрмәкәй районы халҡы 2018 йыл аҙағында ФАП-т... |
5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм кассирҙы ҡурҡытып биш мең ярым һум аҡса тартып ала.
5 июлдә Ишембайҙың Бульвар урамында урынлашҡан почта бүлексәһенә бысаҡ менән ҡоралланған, башына пакет кейеп алған ир килеп инә һәм касс... |
Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда мең ырыуы башҡорттарының III съезына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде.
Район башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы уҙҙы. Унда мең ырыуы башҡорттарының III съезына әҙерлек мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы ой... |
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалы ғаиләләр өсөн өҫтәмә социаль түләм тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, бындай айына 5000 һумлыҡ түләмде, 2006 йылдың 29 декабрендәге 256-сы Федераль закон... |
Күптән мәғлүм, Хөкүмәт пенсияға сыҡҡансы, ат урынына эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡандың икенсе көнөнә шым ғына ятып үлгәндәрҙе ярата. Сәбәбе билдәле – пенсия түләр өсөн аҡса етмәй. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 85 төбәгенең 73-өндә пенсия хаҡлы ялдағыларға дотация иҫәбенә түләнә. Бының сәбәбе билдәле – ҡатын-ҡыҙ пенсияға иртәрәк сығ... |
♦ Рәсәй биләмәһендә 160 милләт йәшәй, уларҙың һәр береһенең үҙ теле, тарихы, мәҙәниәте һәм үҙ йолалары бар.
♦ Рус теле илебеҙ территорияһында дәүләт теле тип танылған. Был милләт-ара аралашыу телен Рәсәй территорияһынды йәшәгән һәр кем белергә тейеш.
♦ Рәсәй халҡының башҡа телдәре – уның үҙенсәлекле мәҙәниәтенең айырыл... |
9 сентябрь – Халыҡ-ара матурлыҡ көнө Һәр гүзәл зат үҙенсә матур, һөйкөмлө. Ошо тәбиғәттән бирелгән гүзәллекте һаҡлап, заман талаптарынан ҡалышмай йәшәү мөһим бөгөн күп ҡатын-ҡыҙҙарға. Улар йыш ҡына ярҙам һорап матурлыҡ тыу-ҙырыусы оҫталарға мөрәжәғәт итә. Ошондай оҫталарҙың береһе булған Лидия Севастьянова өсөн эш ябай... |
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында утыҙ йыл эндокринолог булып эшләгән Леонора Хөсәйенова һөйләүенсә, 30-ышар пациент килтерелгән тәүге өс көн айырыуса ҡатмарлы булған. Уның менән бергә «ҡыҙыл зона»ла үҙ теләге менән студент ҡыҙы ла эшләй.
«Туғандарым минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн видеобәйләнештә... |
Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправкалау станцияһы асыу тураһында һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
Муниципаль район хакимиәте башлығы үткәргән сираттағы эшҡыуарлыҡ сәғәтендә фермалар ойоштороу, умартасылыҡты үҫтереү, автозаправка ... |
2022 йылдан башлап илдә ҡағыҙ паспорт урынына чиплы пластик карточка һәм мобиль ҡушымта ҡулланыла башлаясаҡ тип хәбәр итә РБК һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Максим Акимовҡа һылтанма бирә.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, 2020 йылда Мәскәүҙә электрон паспорт биреү буйынса пилот проекты башланасаҡ. Унан һуң ике йылдан электрон д... |
Ҡаланың яңы ғына эшләй башлаған берҙәм диспетчерлыҡ үҙәге 112 телефоны буйынса 29 августа иртәнсәк Шахтау мәктәбендә янғын сығыуы тураһында, ә кис Ленин проспекты 19А адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йортта газ йыйылып тороп шартлауы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына беҙ ҙә барҙыҡ һәм хатта ҡотҡарыусыларҙан алданы... |
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был көндәрҙә Йылайыр районының Һынташ ауылы янындағы Ситәнбар-Бәләкәй Яманташ атамалы ерҙә “Алға, Урал аръяғы-2019” фестивале үтте.
Тап шуға ла Мәләүез районының Иштуған ауылындағы үҙенсәлекле фестивалгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, хатта Канаданан, Һиндостандан да килеп еткәндәр. Яры... |
Беҙҙең педагогтар йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы асыҡ дәрестәр, дәрестән тыш заниятиелар күрһәтеп, юғары һөнәри оҫталыҡтарын дәлилләне //
“Торатау” Конгресс-холда “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы” республика һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурстарында ҡатнашыусылар тантаналы шарт... |
Эшлекле һөйләшеүҙә ике республика араһындағы сауҙа бәйләнештәрен киңәйтеү, эшҡыуарҙарҙы бер-береһенә яҡынайтыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова етәкселегендәге делегация Ҡырғыҙстандың Рәсәйҙәге сауҙа вәкиле Валерий Латип... |
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эшен башлауға фатиха бирҙе.
Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан Президенттары Владимир Путин менән Садыр Жапаров Ҡырғыҙстандағы Джеруй ятҡылығы алтынын сығарыу өсөн төҙөлгән тау комбинаты эш... |
Үгеҙ йылы, Буға йылы – Сысҡан йылынан һуң, Барыҫ йылынан алда килә торған мөсәл иҫәбенең икенсе йылы. Киләһе 2021 йылдың хужаһы Аҡ Тимер Үгеҙ вәғәҙәләүенсә, бөтә 12 ай ҙа бик күтәренке кәйефтә үтәсәк. Был осор тыныс һәм тотороҡло буласаҡ, унда асыҡ конфликттар һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр көтөлмәй. Астрологтар вәғәҙәләүенсә... |
Рәсәйҙә 2018 йылдан алып бәләкәй ҡала һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға арналған иң яҡшы проект конкурсы уҙғарылып килә. Быйылғы конкурста Башҡортостандан еңеүселәр араһында Йылайыр районы ла бар.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанға бүленгән 520 миллион һум күләмендәге мат... |
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты.
“Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһындағы ғаризаһына бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендә... |
#БылҠыҙыҡлыБүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының киләсәген фаразларға ла һәләтле икән.Мәҫәлән, спатифиллум. Уны халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип тә атайҙар.
#БылҠыҙыҡлы
Бүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының к... |
Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы онлайн брифингта Башҡортостан Башлығының дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Хәйҙәров ҡатнашты.Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле иғлан ителгән юғары әҙерле... |
Радиола һәр йәкшәмбе эфирға сыҡҡан «Йәшәү йәме» тапшырыуы ябай хеҙмәт кешеләренең тормош юлын яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Рухи ҡиммәттәрҙе туплаған ғаилә именлеге, хеҙмәт емеше, күңел бөтөнлөгө – күптәр йәшәү йәмен ошо төшөнсәләр менән бәйләй.
Баймаҡ районының Билал ауылында ғүмер итеүсе 99 йәшлек хеҙмәт һәм тыл ветера... |
1 июнь-оҙаҡ көтөп алған йәйҙең беренсе көнө. Был йәйге каникулдар һәм отпускылар башланыуын белдерә, һәм шуның өсөн тап ошо көндө балалар үҙҙәренең төп байрамын-Бөтә донъя балаларҙы яҡлау көнөн билдәләне.
1 июнь-оҙаҡ көтөп алған йәйҙең беренсе көнө. Был йәйге каникулдар һәм отпускылар башланыуын белдерә, һәм шуның өсөн... |
Башҡортостандың Үзбәкстанға экспортҡа сығарыу өсөн тауарҙары бар – он, макарон ризыҡтары, көнбағыш майы һәм шәкәр.
Үзбәкстандың йәшелсә-емешен ашаясаҡбыҙ
Башҡортостан һәм Үзбәкстан республикалары араһында тауар әйләнеше миллион долларға тиклем етәсәк. Башҡортостан делегацияһының Үзбәкстандың Фирғәнә өлкәһенә эш сәфәре ... |
Хөкүмәт ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин төбәк милли проекттарының нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне. Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өс йүнәлешкә бүленгән: ипотека буйынса саралар, торлаҡ менән тәьмин итеү һәм аврия хәлендәге торлаҡта ... |
Район мәҙәниәт йортонда “Район мисы – 2019” гүзәллек бәйгеһе ойошторолдо. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ҡыҙҙар һылыу ҙа, уңған да, һәләтле лә, белемле лә булыуҙарын иҫбатларға тырышып, һынау тотто.
Яҙ миҙгеленең йәмле март көнөндә район мәҙәниәт йортонда “Район мисы – 2019” гүзәллек бәйгеһе ойошторолдо. Ра... |
Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре 50 йәшлек һәм унан өлкән граждандарҙы һөнәри уҡытыуға субсидиялар алыу өсөн предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул итә башланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығынан.
Эш биреүселәргә субсидия Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Демография» м... |
Бер ҡаланан икенсе ҡалаға йәки ауылдан ҡалаға йөрөп эшләүселәр аҙ түгел. Үҙем Ишембайҙа йәшәп, көн дә Салауатҡа хеҙмәт урынына юлланғас, был кешеләрҙең мәшәҡәттәрен аңлайым. Кешеләр ни өсөн үҙҙәре көн күргән ауылда һәм ҡаларында ғына эшләмәй һуң, тигән һорау тыуа.
Беҙҙең коллективтан биш кеше күрше ҡаланан Салауатҡа йө... |
Башҡортостаныбыҙ медиакиңлектәрендә өр-яңы телеканал – «Сәләм» телеканалы барлыҡҡа килде. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы базаһында ойошторолған был каналды һис кенә лә иртәнге сәғәттәрҙә барыусы «Сәләм» тапшырыуы менән бутарға түгел. «Сәләм» телеканалы – тәүлек әйләнәһенә күрһәтеүсе һәм ике тиҫтәнән ашыу муниципаль... |
Яңыраҡ Өфөлә шәхси секторҙа йәшәгән кешенең өйрәк һәм күркәләрен нимәлер тамаҡлап сыҡҡаны тураһында мәғлүмәт булғайны. Урындағы халыҡ бының кемдең эше икәнлеген белә алмай, төрлөсө фараз ҡылды, хатта ысынбарлыҡта булмаған чупакабра тип тә бөттөләр.
Тик яуап ябай булып сыға: был хәлдә күршеһенең эттәре ғәйепле булыуы ас... |
Нәҡ бына шул көндәрҙә теге әбей алмағас төбөнән китмәй. Кем генә, нимә генә тип әйтһә лә, ул ҡуҙғалмай, өйгә инмәй. Өс көн, өс төн ул шул ағас төбөндә нимәлер шыбырлап уҡып ғүмер уҙғара. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә, бер кемгә бер ауыҙ һүҙ әйтмәй. Ә дүртенсе көндө үҙ бүлмәһенә инеп бикләнә лә, тағы өс көн буйы бер ҡайҙа ла сыҡм... |
Күмерселәр майҙаны Күмертау ҡалаһының иң тәүге майҙандарының береһе. Әммә ул ҡаланың үҙәге һәм үҙәк урам — Ленин урамының башы булып торһа ла, 2012 йылға тиклем исемһеҙ ине. Һәм, әлбиттә, был майҙандың иң әһәмиәтле һәм өҫтөнлөклө йорттарының береһе — Күмерселәр мәҙәниәт һарайы.
1956 йылдың июлендә был мәҙәниәт усағы үҙ... |
Яман төштән һаташа-баҫлыға төн уртаһында йөрәге ҡабынып уянған Хәләф ҡараңғыға төбәлгән килеш ауыр уйҙарға бирелеп оҙаҡ ятты. Аҙға ғына күҙҙәрен йомһа, кисәге иләмһеҙ типтереүҙәре йәнә күренә башлай...
Иҙрис НОҒОМАНОВ.ҒҮМЕРҘЕҢ БЕР ТӨНӨЯман төштән һаташа-баҫлыға төн уртаһында йөрәге ҡабынып уянған Хәләф ҡараңғыға төбәл... |
Бөгөн, 2 июндә, 14. 00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Гражданлыҡ университеты” онлайн-лекторийының коронавирусты профилактикалау буйынса сираттағы эфиры үтә. Лекция темаһы – “2020 уҡыу йылы аҙағы – өйҙә, Рәсәйҙә ял итеү ваҡыты”.
Бөгөн, 2 июндә, 14.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Гражданлыҡ университеты” онлайн-лекторийының к... |
Күп баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыярҙың өлгөргән мәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме көс түгеп ултыртылған йәшелсә күп осраҡта әсе була. Бының сәбәбен тәжрибәле баҡсасылар түбәндәгесә аңлата.
Күп баҡсасыларҙың түтәлдәрендә ҡыярҙың өлгөргән мәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпме көс түгеп ултыртылған йәшелсә күп осраҡта әсе була. Бының... |
Благовещен районының Удельно Дыуанай мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары Наталья Владимировна Бикбулатова етәкселегендә "Мәрхәмәт" хәйриә фонды ойошторған "Дверца в Сердце" асыҡ республика конкурсында ҡатнашты.
6- сы класс уҡыусылары Алена Безрукованың, Елизавета Исаеваның, Николай Антипиндың
үҙ ҡулдары менән тырышып, барс... |
Үткән шәмбелә Өфөлә Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре террорсыны ҡулға алғанда бер кеше һәләк була.
Мәғлүм булыуынса, һәләк булған 27 йәшлек Бекзотжон Мурзакәримов үзбәк милләтенән, Рәсәй гражданы. "Московский комсомолец. Уфа" гәзите яҙыуынса, ул радикаль ислам яҡлы булып, республикала “дөрөҫ юлдан бармаған” бөтә ... |
Тормоштағы кеүек, хәрбиҙәр араһында ла төрлө һөнәр эйәләре бар. Рәсәйҙә 20 октябрь Хәрби элемтәселәр көнө булараҡ билдәләнә. Осраҡлы күренешме, яҙмыш ҡушыуымы, миңә лә әрмелә бик һирәк һөнәр булған радиотелеграфист булып хеҙмәт итергә тура килде. Бөгөн районда ла запастағы радиотелеграфистар, күп булмаһа ла, бар.
Тормо... |
“Кешенең тормошонда уны уратып алған мөхиттең, йәмғиәттең өлөшө ҙур. Бер нисә йыл элек иремдең тыуған ауылына йәшәргә ҡайтҡайныҡ. Тәүҙә дәрте ҙур ине, аҙаҡ күңеле һүрелде лә ҡуйҙы. “Ауылдаштарым шулай ти, киләсәкте былай күҙаллай – алға китеп булмаҫ, ахыры...” – тип ҡулын һелтәне лә ҡуйҙы. Кеше һүҙе шулай күпме әҙәмдең... |
Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Республика онкология үҙәгенең хирургия корпусына төкәтмә 2020 йылдың февралендә төҙөлөп бөтәсәк. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Әлеге ваҡытта объектта эске ремонт һәм биҙәү эштәре бара. Туғыҙ ҡатлы бинаның майҙаны 20 мең квадрат метр, ул 240 койка-у... |
Район хәкимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кирбестән төҙөлгән бер ҡатлы мәғариф учреждениеһының түбәне ҡаплаған тимер бетон плитаһы ишелә. Мәктәп 1970 йылда төҙөлгән, дөйөм майҙаны — 1201,5 кв.м. Бында 9-сы класҡа тиклем 90 бала белем ала.
Ваҡиға урынына шунда уҡ урындағы муниципалитеттан тикшереү бара. Әлегә башланғыс һәм ... |
Башҡортостан Республикаһының “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто район һәм республика баҫмаларына яҙылыусылар араһында елле бүләктәр уйнатыуы тураһында барыһы ла белә. Һыуытҡыс, электр самокаты, ноутбук, телевизор, ҡар таҙартыу машинаһы һ.б. приздар ғинуарҙа БСТ каналында тура эфир аша уйнатылды. Шуныһы айырыуса ҡы... |
2020 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе балаһы тыуғас та әсәлек капиталы түләнә башлай, ә икенсе бала донъяға килһә, уның суммаһы тағы ла 150 мең һумға арттырыла.
Хәҙер, индексациянан һуң, әсәлек капиталының суммаһы 466 мең 617 һум тәшкил итә. Икенсе бала тыуған осраҡта дөйөм сумма 616 мең һумдан артып китә һәм йыл... |
Беҙҙең йәш таланттар һәр төрлө конкурс-фестивалдәрҙә үҙҙәренең көсөн һынап ҡарап, яңынан-яңы еңеүҙәр яулайҙар. Яңыраҡ беҙҙең республикала “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә мәҙәниәт өлкәһенең белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында “Алтын тауыш” республика конкурс-фестивале үтте. Илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә а... |
27 мартта билдәләнгән Бөтә донъя театр көнөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҙур уңыштар менән ҡаршылай. Ошо көндәрҙә мәҙәниәт усағының ике сәхнә оҫтаһы – Арсен Шәйхисламов менән Урал Зәйнуллин – ”Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Урал Зәйнуллин Радий Х... |
Башҡортостан Республикаһында тауар һөтөн етештереүҙә индустриаль һөт фермаларын төҙөү буйынса ҙур инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырған ауыл хужалығы предприятиелары лидерҙар булып тора.
Ҙур инвестиция проекттары булған ауыл хужалығы предприятиелары алдынғы
Ағымдағы йылдың 10 айында ошондай 15 һөт комплексында 204 мең... |
Шундай әйтем йәшәй халыҡта. Тулы варианты ошолай: "Урыҫ байыһа, өй һала, башҡорт байыһа, бисә ала". Был әйтем әлеге заманға әллә ни тура ла килмәҫ, әммә ундағы фәлсәфә һәм шул фәлсәфәгә ярашлы ир-ат психологияһы йәшәй әле. Күтәрелгән, уңышҡа өлгәшкән, байыған, билдәлелек яулаған ирҙәрҙең ҡатын алмаштырыу, ҡатын яңыртыу... |
Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арналған өс сериялы документаль фильм күрһәтә башлай. Каналдың сайтындағы мәғлүмәттәргә ярашлы, ул “Путин: рус шпионы тарихы” тип аталасаҡ.
Британия телевидениеһының дүртенсе каналы (Channel 4) Рәсәй Президенты Владимир Путинға арна... |
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2020 йылда Хөкүмәт эшмәкәрлегенә һөҙөмтәләр яһап, Башҡортостандың 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Мөһим бурыстар араһында яңы объекттар төҙөү һәм реконструкциялау эштәре лә бар.
Андрей Назаров әйтеүенсә, 2023 йыл аҙағына тикл... |
Рәсәйҙә бушлай һәм ирекле диспансерлаштырыуҙың яңы ҡағиҙәләре үҙ көсөнә инде, тип яҙа федераль киң мәғлүмәт саралары. Хәҙер 40 йәше тулған һәр кем йыл һайын диспансерлаштырыу үтергә мөмкин, уларға онкология сирҙәрен иртә асыҡлау өсөн скринингтар тәғәйенләнә.
18-39 йәшлектәр өсөн өс йылға бер тапҡыр уҙғарыу тәртибе һаҡл... |
Эйе, ауыл фельдшеры – ул табип урынында. Шулай булмай, ауылда ябай фельдшер әллә күпме кешене бер үҙе хеҙмәтләндерә. Ниндәй генә ауырыуҙар менән эш итмәй ул: кәрәк булһа, уколын да ҡаҙай, системаһын да ҡуя, диагноз ҡуйып, рецебын да яҙа. Тағы ла, яҙылмаған ҡанун буйынса, ауырыу төндә көсәйә. Шуға ла ауыл фельдшерына йы... |
Донъяла изгелек эшләргә ынтылыусылар күплеге һоҡландыра. Беҙҙең күптәнге партнерҙар ҙа мәрхәмәтлеккә ҡушылып, 11 төрлө ризыҡ—макарон изделиелары, май, шәкәр, печенье һәм башҡалар һалынған 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләп штабҡа тапшырҙы. Уларҙы бөгөн үк ирекмәндәр мохтаждарға таратасаҡ.
“СИТНО” компанияһы һәм “Магнитог... |
22 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер 396 коронавирус сирле иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 25 кешегә күбәйгән.
22 апрелгә оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда хәҙер 396 коронавирус сирле иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 25 кешегә күбәйгән.
Республикала 396 ауырыуҙың 34-е һауыҡҡан, 14-е үлгән, ти... |
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе итеп һайланды. Быйылғы Ҡоролтайҙа Эльвира Айытҡолова республиканың киң мәғлүмәт саралары етәкселәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашырғ... |
Президент Владимир Путиндың ҡарары менән 24 июндә Мәскәүҙә, герой-ҡалаларҙа һәм хәрби округтар штабы урынлашҡан үҙәктәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата хәрби парадтар үтә. Коронавирус пандемияһына бәйле, был саранан баш тартҡан төбәктәр ҙә бар.
Президент Владимир Путиндың ҡарары менән 24 июндә Мәскәүҙә, герой-ҡалал... |
Көняҡ округы хәрби суды өс ирҙе терроризмды финанслаған өсөн ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына 9 һәм 14 йыл срокка хөкүм иткән. Был турала ТАСС агентлығы хәбәр итә.«Мирзамет Букаров, Рамазан Алиев, Абулғайтан Рәджәбов ғәйепле тип танылды. Букаровҡа - 14 йыл, Алиевҡа – 9, Рәджәбовҡа – 10 йыл ҡаты режимлы холоҡ төҙә... |
Хоҡуҡ һаҡлау органдарына килгән енәйәттәр тураһындағы хәбәрҙәргә республика прокуратураһы тарафынан үткәрелгән анализ шуны күрһәтә – интернет-енәйәтселәр халыҡтың аҡсаһына эйә булыу өсөн төрлө ысулдарҙы әүҙем ҡулланалар.Урамдан башҡа ерҙә лә мутлашыусыларҙың ҡорбаны булырға мөмкин. Технологиялар үҫешеү менән яман ниәтт... |
Ҡото алынған ҡыҙ, ғәрлегенән дә, рәнйеп тә, ятҡан ерендә үкһеп илай. Тирә-йүн яҡтыра башлағайны инде. Кешеләрҙең ҡайғыһында тәбиғәттең эше юҡ. Ана бит, ҡыуаҡлыҡта сутылдап ҡоштар һайрай. Сылтыр-сылтыр йырлап йылға аға. Иркәләп ел иҫә. Йомғаҡ кеүек йомарланып, бәхетһеҙ, ташландыҡ ҡиәфәттә ятҡан Нәсимәне егет сикһеҙ йәлл... |
Быйыл Ҡышты оҙатыу байрамы яңы урында – Ленин проспекты буйлап Ағиҙел йылғаһына төшкән ерҙә ойошторолдо.
Быйыл Ҡышты оҙатыу байрамы яңы урында – Ленин проспекты буйлап Ағиҙел йылғаһына төшкән ерҙә ойошторолдо. Әйткәндәй, был майҙансыҡ үткән йыл “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Ҡала мөхите” п... |
Стәрлетамаҡта «Демография» милли проектын һәм «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу шарттарын булдырыу» төбәк проектын бойомға ашыралар.
Стәрлетамаҡта «Демография» милли проектын һәм «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам – 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем алыу шарттар... |
Башҡортостанда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланған ҡайһы бер пациенттар йыл буйы дарыуҙарҙы республика ҡаҙнаһы иҫәбенә аласаҡ, тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Төбәк етәксеһенең ҡарарына ярашлы, халыҡтың айырым төркөмдәрен һәм категорияларын дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр менән т... |
Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Владимир Куликов социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең битендә “Салауат” кинотеатры артындағы скверҙы яңыртыуға бәйле эскизды баҫтырып сығарҙы. Был эштәр 2020 йылда уҙғарыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кинотеатр алдындағы территория 2014 йылдан алып 2016 йылға тиклем Башҡорт сода компанияһы тарафынан төҙө... |
Хәтерегеҙҙәме, былтыр "Һеңлекәш» нәфис фильмы XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе номинацияһын яулағайны.
Ошо сараны ойоштороусылар фильмда төп ролде башҡарыусы Арыҫлан Ҡырымсуринды дүрт көнгә "Орлёнок"ка саҡырған. Унда "Нурлы фәрештә" мәҙәни-мәғариф проекты сиктәрендә ... |
2020 йылдың 1 сентябрендә граждандарға банкротлыҡ процедураһын судҡа мөрәҗәғәт итмәй генә уҙырға мөмкинлек биреүсе федераль закон үҙ көсөнә инде.
Бурыс күләме 50 мең һумдан 500 мең һумға ҡәҙәр булған граждандар күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) аша түләүһеҙ ябайлаштырылған процедураларҙан файҙалана ала.
Закон ауыр тормош хәл... |
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, 36 йәшлек Сибай кешеһе идара иткән «Лада Приора»а машинаһы ҡаршы килгән «Mitsubishi Lancer»ҡа бәрелә. Авариляла «Приора»лағы Баймаҡта йәшәгән 57 йәшлек пассажир һәләк була, водитель дауаханаға оҙатыла.
«Mitsubishi»лағы өс пассажир – 45 һәм 36 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар, 46 йәшлек ир - шулай уҡ дау... |
Ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының 2020 йылғы лауреаты Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улының журналыбыҙ тураһында:
Ғалим-әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат... |
Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләмендә компенсация түләй башлайҙар.
Башҡортостанда ауылдарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум күләм... |
Кешенең яҙмышы тыуғанда уҡ маңлайына яҙыла тигәндәре, дөрөҫлөккә тап киләме икән? Әллә һәр кем үҙе ғәйеплеме тормошоноң ниндәй юҫыҡҡа китеүенә?
Маңлайға яҙылған яҙмыш.
Нафиҡтың тормошо һәүетемсә генә барҙы.Егәрле татар ире ғаиләһен ас- яланғас итмәне. Ауылдың иң бай һәм етеш йәшәүселәрҙең береһе булды ул.Эре мал тотмаһ... |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.