text
stringlengths
279
69.3k
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 1...
Рәшиҙә менән Фәриҙә – әхирәттәр. Ауылдан бергә килделәр, бер бүлмәлә йәшәп, бер факультетта уҡып, бер фирмаға эшкә ҡалдылар. Рәшиҙә генераль директорҙың ярҙамсыһы булһа, әхирәте офистағы тәртипте күҙәтеп, хужалыҡ эштәре өсөн яуап биреп йөрөй. Бер көн керҙе лә Рәшиҙәне ҡосаҡлап алды.– Һине туйға саҡырабыҙ, кейәүгә сығам...
Әлшәй районы Раевка ҡасабаһында үткән “Башҡортостан ынйылары” республика фестивалендә Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең “Тамсылар” балалар фольклор коллективы — 1-се дәрәжә лауреат исемен, ә төп ролде уйнаған Тимур Әхмәҙуллин Гран-при яуланы! Һөйөнсө! Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсирә Мөҡимова һәм мәктәп...
2011 йылдағы иң сағыу фотофакттарҙы, фотохәбәрселәребеҙ фекеренсә быйыл Башҡортостанда булып үткән иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы сағылдырған фотоһүрәттәрҙе уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ. 2011 йылдағы иң сағыу10 фотофактҡа түбәндәге кадрҙар инде. 22 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Росна...
Халҡыбыҙҙа матур йолалалар күп беҙҙең. Йылдың һәр дүрт миҙгелендә үткәрелеп, көтөп алына торғандары ла байтаҡ. Айырыуса көҙгө муллыҡ осоронда – баҫыу-ҡырҙарҙан иген амбар-келәттәргә ҡайтарылып, баҡсаларҙан уңыш йыйып алынып урынлаштырылғас үткәрелә торған йола-байрамдар элек-электән халыҡ күңеленә яҡын булған. Йылдың б...
“Себерҙә башҡорттар күп эшләй” тип һөйләйҙәр. Бының шулай икәненә үҙем дә инандым. Быйыл февралдә Өфөгә барҙым. Көнөм әрәм булмаһын тип, поезд менән төндә ҡайтырға булдым. Кемдер вирус алып килгән... Тимер юл вокзалына киске “Өфө – Мәскәү” поезына килдек. Вокзал­дың икенсе ҡатына менгәс, хайран ҡалдым: залда шығырым ту...
Уның нигеҙендә хәҙер социаль пособиелар ысынлап та үҙ балаһын ҡараған һәм быға күп ваҡытын сарыф иткән ата-әсәләргә генә биреләсәк. Төҙәтмәләрҙә шулай уҡ эш көнө тулы булмаған атай-әсәйҙәрҙең пособие алыу мәсьәләһе лә ҡарала. Фото: pixabay.com Читайте нас в © 2020 Сайт издания «Әлшәй хәбәрҙләре» Копирование информации ...
Доктор Уоллок бала сағын атаһының итле тоҡом малдарын үрсетеү фермаһында үткәргән. Һыйырҙарға күп төрлө витаминдарҙан һәм минералдарҙан торған ризыҡты үҙҙәре үҫтергән һәм әҙерләгән. Һуңғараҡ ул ауыл хужалығы мәктәбендә уҡый һәм малсылыҡ һәм игенселек буйынса белгес дәрәжәһен ала. Тәбиғи үлем арҡаһында ғүмерҙәре өҙөлгән...
XVIII быуаттың аҙағында башҡорт ерҙәре кантонлыҡҡа бүленгән. 2-се Бөрйән волосында шул заманда сәсән телле, яҡшы күңелле данлыҡлы йырсы, ҡурайсы йәшәгән. Башҡорттарҙы яҡлап, түрәләр алдында русса хәбәрҙәр һөйләгән. “Абдрахман” йырының тарихы Унан Абдрахман исемле ул ҡала. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, Абдрахман үт...
Түбәләҫ ырыуы Салауат районының көньяғында урынлашҡан алты ауылдан тора: Тирмән, Сүрәкәй, Ҡалмаҡҡол, Ҡарағол, Илсекәй һәм Урмансы. Уларҙың аҫаба ерҙәргә килеп урынлашыуы тураһында төрлө фараздар бар. Илсекәй ауылы Ғайсаров Кинжәбай ағайҙың һөйләүенсә (ул хәҙер мәрхүм инде) Түбәләҫ ырыуы башҡорттары Урал аръяғынан, Мейә...
Абзан ауылының "Миләш" балалар баҡсаһы тәбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән бергәләп ҡоштарға тағараҡтар эшләгән. Китапханасы Рәмилә Ағурҙина менән бергә "Ҡышлаусы ҡоштарға ярҙам итәйек" исемле экологик акция сиктәрендә тағараҡтарҙы ағастарға элгәндәр. Афарин, бәләкәстәр! Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар Балаларҙа тирә-яҡ ...
Юлығыҙ бәҫ ҡунған ағастар эргәһенән үтһә, уларға һоҡланып күҙ һалырға, туҡтарға ваҡыт табығыҙ. Күҙегеҙ ял итер, күңелегеҙгә гүзәллек һирпелер. Ѳй ишеген асҡанда йылмайығыҙ - ѳйҙәгеләргә һѳйѳнѳс булһын, йортоғоҙға йылылыҡ, нур тулһын. Ѳй хәстәренә сумырға ашыҡмағыҙ. Ѳҫтѳгѳҙҙѳ алмаштырғас, бер-ике минут ял итеп алығыҙ. С...
Синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, уҙған төндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ҡар яуҙы, ваҡытлыса ҡар ятты. Синоптиктар вәғәҙә иткәнсә, уҙған төндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында ҡар яуҙы, ваҡытлыса ҡар ятты. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 31 октябрҙә республикала ямғыр, ҡар, боҙлауыҡ, тимер сымдарға ...
Родина ауылында йәшәүсе әүҙем йәмәғәтсе, район Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең “Мөхәббәт бәүелсәге” тип аталған тағы бер китабы донъя күрҙе. Тышлығында ялан сәскәләре араһында үҙенең фотоһы төшөрөлгән был китап Стәрлетамаҡ ҡала типографияһында баҫылған. Исеме үк ишаралауынса был китабына шағи...
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türk...
16 мартта Раевканың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Шафран ауылы урта мәктәбе менән Өфө нефть техник университеты араһында ''Next Generation'' селтәр предуниверсарийын төҙөү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Терәк юғары уҡыу йорто итеп ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тәғәйенләнде. 1...
Ямалетдин исемле яңғыҙ атай (Джамалиддин Хәмидов) Башҡортостанда совет осоронан алып йәшәй, бер үҙе ике малайҙы тәрбиәләп үҫтерә. Әсәләре – сит ил кешеһе, бынан өс йыл элек, балаларын атаһына ташлап, йорттан сығып китә. Ир кеше Пенсия фондына Әсәлек капиталы юллап мөрәжәғәт итеп ҡарай, әммә уға ҡаршы төшәләр. Ни өсөн? ...
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 1...
Минус 11-гә тиклем һыуытаБашҡортостан синоптиктары аҙнаның тәҙге өс көнөнә һауа торошона прогноз бирҙе.Башгидромет хәбәр итеүенсә, бөгөн республика халҡын болотло көн көтә. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә, урыны менән көсәйгәндә секундына 15-20 метр тиҙлектә. Һауа т...
Рәсәйҙә аҙна һайын башҡа респиратор вирустары фонында грипп вирусының өлөшө арта бара. Шуға ҡарамаҫтан, әлегә Рәсәйҙең Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү кимәле түбән тип билдәләй. «Дөйөм алғанда, Әстрхан...
Миләүшәнең әсәһе килергә тейеш ине бөгөн. Шуға ваҡ-төйәк эштәрен иртәнге рәттәрҙә үк ослап, ҡәҙерле кешеһен ҡаршы алырға йыйынды. Хәйер, эштәре тип, ул бит бөгөндән декрет ялында. Барлыҡ эше иркен һәм бөхтә фатирын тәртиптә тотоуға ҡайтып ҡала инде. Ул-был иткәнсе, әсәһе лә килеп төштө. Уны ҡаршылап, бер-береһенең арҡа...
Танышырға танышыу сайттарында теркәү бушлай булғас, Германияла, Франкфурт-на-майне, утыҙ биш йәшкә тиклемге ҡыҙ менән танышырға утыҙ йыл - ВИДЕО ЧАТ - онлайн Мөхәббәт! ВИДЕО ЧАТ - онлайн Мөхәббәт! Танышырға танышыу сайттарында теркәү бушлай булғас, Германияла, Франкфурт-на-майне, утыҙ биш йәшкә тиклемге ҡыҙ менән таныш...
Әлшәй районы Яңы Сәпәш ауылында йәшәүсе Гөлнур Барый ҡыҙы Ғиззәтуллинаның ижадында мең балҡыштан торған тормоштоң үҙе сағыла... Ғүмеренең ҡайһы мәлен уның йондоҙло минуты тип атарға мөмкин икән? Һөнәри бейеклектең иң юғары баҫҡысына күтәрелеп, 2000 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының республика конкурсында ...
Күңелһеҙ хәл Саҡмағош районында теркәлгән. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә 14 йәшлек мәктәп уҡыусыһының өләсәһе мөрәжәғәт иткән. Пенсионер ханым белдереүенсә, июндә райондың бер ауылының йылға буйында уның ейәнсәре бер нисә мәртәбә "ике яҡтың да ризалығы" менән йәш кеше менән енси бәйләнешкә ингән. Ҡыҙҙың өләсәһе ейәнсәре...
26 ғинуар Ғилман ағай Ишкинин, үҙе иҫән булһа, 55 йәшен билдәләгән булыр ине… Мин уны туғандарса ағай тип әйтәм, сөнки ул беҙҙең өйгә йыш ҡына килә торғайны, әтейем – Хәсән Ғәлиәкбәр улы менән тормош тураһында һөйләшерҙәр ине. Уның менән осрашыуҙар ҙа үткәрҙе әтейем үҙе эшләгән Иҙәш мәктәбендә. Ауырып, Өфөгә дауаханаға...
(бөтә)IP биктәрҙән азат итеүАдминистраторы интерфейсаБейҙәрБоттарВики-ара индереүселәрИмпортёрҙарИҫәп яҙмаларын булдырыусыларЙәшереүселәрРаҫланған ҡатнашыусыларСтюардтарУправляющие подписками push-уведомленийУчастники, для которых заблокирован инструмент Информация об IPХакимдәрҠулланыусыларҙы тикшереүселәр Кәмендә бер...
Үткән тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр һаны 99 кешегә артып, 11343-кә еткән. Коронавирустан барлығы 10525 кеше шәбәйгән, шуларҙың 201-е үткән тәүлектә. COVID-19 менән йәнә бер үлем осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә коронавирус менән сирләүселәр һаны 99 кешегә артып, 11343-кә еткән. Коронавирустан барлығы 10525 кеш...
Бына тағы айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә ул аҙна тигәнең. Шулай ғүмер үтә... Бына тағы айҙың бер аҙнаһын йомғаҡланыҡ. Әле генә башлана ла, әле генә үтеп тә китә аҙна тигәнең. Шулай ғүмер уҙа. Ваҡыт бигерәк тиҙ үтеүсәнгә әйләнде һуңғы арала. Шуны һеҙ ҙә һиҙәһегеҙме? Өлгөрөп бул...
Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ. Ул юғары белемде 1,5 йылда үҙләштергән. Нидерландта йәшәүсе Лоран Симонсҡа ни бары 9 йәш. Бер айҙан һуң ул Эйндховен техник университетын тамамлау тураһында диплом аласаҡ. Лоран 8 йәшендә ...
Күңелһеҙ яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн билдәле журналист, радио һәм телевидение алып барыусыһы Михаил Зеленский вафат булды. Уға ни бары 46 йәш ине. Асыҡланыуынса, әлеге ваҡытта ул ҡатыны менән Доминикана Республикаһында ял иткән. Рәсми рәүештә уның үлеме сәбәбе тураһында хәбәр ителмәһә лә, күп кенә сығанаҡтар белдереүенсә, ...
Көндәрҙән бер көндө йәш егет намаҙҙа булғанында бик матур ҡыҙҙы күреп ҡала ла уның артынан йүгерә. Уға ғашиҡ булыуын һәм тик уны ғына кәләш итеп алырға теләүен әйткәс, ҡыҙ егеттең атаһы менән танышырға теләк белдерә. Атай кеше, әлбиттә, улының өйләнергә теләүен ҡыуанып ҡабул итә. Әммә буласаҡ киленде күргәс, үҙе уға ға...
Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар. Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар. Ә табиптар эпидемия ваҡытында тере ҡалыу серҙәренә өйрәтәләр. Уларҙың ентекле күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһендә ш...
Яҡынса 3-4 кг боросҡа:-1 cтaкaн шәкәр-1 cтaкaн һеркә-1 cтaкaн үҫемлек майы-1 стaкaн һыу-1 аш ҡалағы тоҙ, бер аҙ борсаҡ борос, 1-2 дана лавр япрағы.Боросто оҙонсалап (һаламлап) турайбыҙ... Тулыраҡ беҙҙең сайтта Яҡынса 3-4 кг боросҡа: -1 cтaкaн шәкәр -1 cтaкaн һеркә -1 cтaкaн үҫемлек майы -1 стaкaн һыу -1 аш ҡалағы тоҙ, ...
Күберәк саф һауала йөрөп, саңғыла, тауҙа шыуып, туйғансы йоҡлап, киләһе ял көндәрен файҙалы итеп үткәрергә тырышайыҡ Һеҙҙең иғтибарға сәләмәтлеккә ҡағылышлы бер-нисә файҙалы мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ. Баш мейеһе эшмәкәрлеген насарайтыуға килтергән туғыҙ сәбәп бар. Уларҙы һанап үтәйек. 1. Йоҡо туймау. Бөтә донъя сәләмәтлек...
Бөгөн, 14 декабрь, Республика башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө үткәрелде. Ошо матур байрам айҡанлы Арт-квадраттың «ЛОФТ» ивент-холында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектар презентацияһы үтте. Презентацияла бер нисә яңы проекттар күрһәтелде. «Башҡортсофт» онлайн тәржемә...
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда йәш эшҡыуарҙар үҙ бизнесын үҫтереү өсөн ярҙам - 250 мең аҡса алды. Был “Һин-эшҡыуар” федераль программаһына ярашлы башҡарыла. - Һин грант алыусылар исемлегендә юҡ. Ни өсөн? Йәш түгелме, бизнес башланғыс түгелме? - Йәш эшҡыуарҙар-иҡтисад үҫешенең төп ресурсы һәм мөһим капиталы тип иҫәпләнә. Һ...
Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын ҡушҡас, Рәсәй күләмендә көнәркәшлеккә һәләтле супервуз барлыҡҡа килер тип көтөлә.«Башинформ» фотоһы.Дауамы: Башҡортостандың фән һәм юғары белем тармағында ҙур үҙгәрештәр булас...
Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы иҫегеҙгә төшөрә: ғәмәлдәге Ҡануниәткә ярашлы, ҡорал һаҡлау хоҡуғына рөхсәт биш йылға бирелә. Шулай уҡ был ваҡытты оҙайтыу өсөн ҡорал эйәһе йәшәгән урыны буйынса лицензия биреү бүлегенә рөхсәт мәле бөтөүҙән бер ай элек мөрәжәғәт итергә тейеш. Кире осраҡта граждан административ я...
Яҡтар углеводородтар баҙарындағы хәлдәр буйынса фекер алышты.Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Абдель Әзиз Әл Сәүд донъя баҙарындағы углеводородтарға бәйле ағымдағы хәлдәр буйынса фекер алышты һәм ОПЕК+ форматында эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлектәрен белдерҙе. Был турала Кремлд...
Ғафури районында ағинәйҙәр ҡор йыйҙы. Бөгөн республика халҡын ғына түгел, унан ситтә йәшәгән милләттәштәрҙе лә “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныштырып тороу кәрәкмәй. ХХI быуат башындағы ҙур үҙгәрештәр ваҡытында барлыҡҡа килгән был хәрәкәт зарурлыҡтан, эске инаныуҙан, халҡыбыҙ алдында килеп тыуған һор...
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы төбәктәргә уҡыу йылын ваҡытынан алда тамамларға тәҡдим итте.– 1-8-се кластар уҡыуҙы 15-16 майға тиклем тамамларға мөмкин;– 10-сы кластар уҡыуҙы 29-30 майға хәтлем тамамлай;– 9 -11-се кластар – 5 июнгә тиклем;Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, уҡыусылар сентябрҙә үк мәктәптәрҙә уҡый башлар тип иҫ...
Шағир ағай менән мәғарифты үҫтереү үҙәгенең ашханаһына килдек. Кеше күп, сиратҡа баҫтыҡ. Шағирҙың алдында торған ерән һаҡаллы ир, ағайыбыҙҙың ризыҡлы батмусы аша үрелеп, икмәк алды. Ағайым "ҡыҙҙы" ла китте: Иҫләмәйһегеҙҙер? – Кеше ашына саңын ҡойоп, йөрөйҙәр инде! Теге кеше өндәшмәне. Сығып барышлай, Шағир ағай, беҙҙең...
Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов хәбәр итеүенсә, мемориаль таҡтаташ – стеланың проекты һәм документтары әҙер, әле проектты финанслау мәсьәләһе хәл ителә. Стелала Ғәйнә башҡорттарына ҡағылышлы мәғлүмәт биреләсәк. https://vk.com/feed ?c%5Bq%5D=%23%C1%E0%F8%EA%E8%F0%FB%D0%D4§ion=se...
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите редакцияһы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәҡәләләр баҫа башлай. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Шуға айҡанлы «Асылыкүл» - «Балҡантау» район гәзите ре...
Йәйге ялды һәр кем түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Балаларҙың оҙайлы ял көндәре булһа, өлкәндәрҙең күптән көтөп алынған отпускылары. Күптәр йыл һайын диңгеҙ буйына барып, ял итеүҙе хуп күрә. Сөнки Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле оҙайлы түгел. Быйылғы йәйҙе иҫәпкә алғанда, май айынан июнгә тиклем ҡыҙыу ҡояш булһа, июль ямғ...
Васыятнамә — граждандың үҙе иҫән ваҡытта мөлкәтен мираҫ итеп тапшырыу тураһында яҙып ҡалдырған теләге, үтенесе. Васыятнамә — яҙыу урыны һәм ваҡыты күрһәтелеп төҙөлөргә һәм васыятнамә яҙыусының үҙ ҡулы менән имза ҡуйылып, нотариус тарафынан раҫланырга тейеш. Бөгөнгө көн васыятнамә төҙөү үлгәндән һуң мөлкәттең яҙмышын би...
Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса башланы. Бөгөн республикабыҙҙа мәртәбәле байрам – Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәләге сығышын шул уңайҙан башҡортса...
Учалы районының Комсомольск урта белем биреү мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты менән берлектә 2021 йылдың 14 майында «Төбәк мәҙәни мөхит шарттарында туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү проблемалары» Бөтә Рәсәй фәнни — ғәмәли конференцияһы үтте. Сарала С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғ...
Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта булһаң да мәңге һине һағынырмын Үтте инде бергә булған бәхетле саҡтар Ҡалды инде уҡылмаған һин яҙған хаттар Туҡтап тормай тормош - алға бара Әгәр мине һағынһаң, һауаға ҡара Һинең өсөн йондоҙ булып янырмын Йыраҡта бу...
Арҙаҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йыраусы, уҡытыусы Әҙһәм Исҡужин исеменә ойоштороласаҡ Өфө ҡала асыҡ конкурсы алдынан "Беҙҙең донъя".Музыка Беҙҙең донъя 2014-02-20T10:19:00+00:00 ссылка для скачивания Шәхестең уҡыусыһы- Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лау...
Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли аш-һыуҙары һәм кейемдәрен тергеҙеү буйынса төбәк фестиваль-конкурсы уҙҙы. Кисә Стәрлебашта Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаһына арналған башҡорт фольклоры, йолалары, милли ...
Бәләкәй Рудольф Ағиҙелдең иң ҡалҡыу ярына ултырып, Өфөнән сыҡҡан поездарҙы күҙәтергә яратҡан. Сәйәхәткә сығып китеү тураһында гел генә хыялланған ул. Мәскәү-Владивосток поезында донъяға килгәнгәлер, бәлки, тормошо ла малайҙың туҡтауһыҙ бер хәрәкәтте күҙ алдына килтерә. Атаһы — хәҙерге Өфө районы Әсән ауылынан Хәмит Нур...
Бигерәк сибәр инде Мәүсилә апайым. Мин уның осҡондар сәсрәп торған ҡуйы ҡара керпектәр менән ҡаймаланған күҙҙәренән һис ҡарашымды айыра алмайым. Әле ҡыуаҡ-таллыҡ күләгәһенә ҡасып икәүләп кенә һыу инәбеҙ. Аҡ ситса эске күлдәге еүеш тәненә йәбешкәнлектән нескә билен, оҙон аяҡтарын шау ғына күрһәтеп тора. Мин шым ғына көр...
Ниһайәт, барыбыҙ ҙа көткән ваҡиға етте – коронавирусҡа ҡаршы «Спутник V» вакцинаһы бөтә теләүселәргә лә яһала башланы. Эйе, республикаға ул былтырғы йыл аҙағынан килтерелә, әммә тәүге партиялар эшмәкәрлеге даими аралашыуға ҡоролған һөнәр эйәләренә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә һәм башҡаларға тәғәй...
Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Кисәге мәсьәләнең яуабы былай ине: йыл дауамында егет фатир хужаһына 78 һум аҡса түләһә, фатир хужаһы егеткә 81,90 һум аҡса “ҡайтара”. Шулай итеп фатир хужаһы 3,90 һумға отола.Был мәсьәләне дөрөҫ сискән Гөлназ Ҡылысбаева, Гүзәл Йылҡыбаева, Гүзәл Атнағолова, Зөлфиә Аҡсурина, Рәйфә Голошубина, Г...
Рөстәм Нурыев Категория:I мең йыллыҡта вафаттар битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: [[Категория:I мең йыллыҡта вафат… ә 15:11 11 июнь 2015 Ардах18 "{{Commonscat|Deaths by year}} Категория:I мең йыллыҡ Категория:Вафат йылдары буйынса шә…" исемле яңы бит булдырылған
2022 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем Башҡортостандан биш меңгә яҡын егет Рәсәй биләмәһе буйлап төрлө ғәскәрҙәргә юллана. Дөйөм алғанда, быйыл яҙ Рәсәйҙә 134,5 мең егет армияға алынырға тейеш. Рәсәй Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһен дә Украинаға ебәрмәйәсәктәр - махсус опе...
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда генерал Шайморатов һәм Григорий Аксаков ордендары булдырыла. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта тейешле закон проектын ҡарраға йыйына. Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙә...
Элек башлаған эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтырға тура килер. Уларҙы тиҙ генә тамамларға мәжбүр булыр­һығыҙ. Ғөмүмән, иң ауыр мәсьәләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмаҫ. Кесе йомала күптәнге дуҫығыҙҙан хәбәр килер. һыуғояр (21.01 – 19.02) Был арала үҙегеҙҙе тыныс тотоу еңел булмаҫ, моғайын. Төрлө ваҡ-төйәк мә­шә­ҡәт эсегеҙҙе бошоро...
Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды. Үткән йома Мораптал мәҙәниәт йортонда “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар һәм үҫмерҙәр ижадының асыҡ республика фольклор фестивале уҙғарылды. БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәг...
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡы минималь күләмгә бәйле булғандар эш хаҡы артыуға иҫәп тота ала. Был хаҡта Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының "Кеше ресурстары менән идара итеү" кафедраһы доценты Людмила Иванова-Швецҡа һылтанма менән «Прайм» агентлығы хәбәр итә. Белг...
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türk...
Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан Яңы Монасип ауылын ситтән килгәндәр "Соҡор эсендә ултырған кеүек", — тип әйтәләр, сөнки ауылды тирә-яҡтан матур текә тауҙар уратып алған. Көньяҡтан Иҫке Монасип ауылының Кепес тип аталған яғынан башланып, үргә ҡарай бейегәйә барған тау һыртын Һиңгергиҙә тип атайҙар. Ағиҙел йылғ...
Ҡарағайлы үҙәк ауылы(хәҙер Сосновка) 1885 йылда түңгәүер ырыуының Юлдыбай ауылынан сыҡҡан кешеләр тарафынан нигеҙләнгән. ЭргәһендәҠарағайлы йылғаһы ағып ята. Ул йылға Үртәзем йылғаһына ҡоя. Үртәзем йылғаһы үҙ сиратында Яйыҡҡа барып ҡушыла. Ул йылғаны бындаУрал тип атайҙар. Ҡарағайлы ауылы эргәһендә Үтәташ тип аталған м...
Видео фото менән таныштырып теркәү бушлай булғас - Видео чат №1 - егет йәки ҡыҙ менән танышып онлайн! Видео чат №1 - егет йәки ҡыҙ менән танышып онлайн! Дания: ябай кеше тормошо, ҡатын-ҡыҙ нисек кейенеп - ҡыҙыҡлы сайттар Был модник һыу ҡуллана алмай Һәр илдең үҙ мәҙәниәтенә эйә булған, ғәҙәте һәм йәшәү рәүешен, кейем с...
Тәтешле районы халҡы үҙҙәренең яратҡан урыны – Үрге Тәтешлеләге Бармыш йылғаһы быуаһы янындағы йәмәғәт урынын күреп ҡыуана. Өйрәнелгән, ғәҙәти был урынды шул тиклем дә үҙгәртеп була икән, тип ғәжәпләнә улар. Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының ...
Ижади осош өсөн шәп осор. Тышҡы ҡиәфәтеңде, торошоңдо үҙгәртергә теләрһең. Һөйгәнеңә хис­тойғоң сағыуланыр. Буға Иғтибарҙы ғаиләңә бүлеү зарур. Ниәтеңде ғәмәлгә ашырыу мәле етте. Яҡындарың менән мөнәсәбәт йылына. Игеҙәктәр Ваҡытты аралашыуға күберәк бүлергә кәрәк. Ваҡиға уртаһында ҡайнарға, осрашыу, юлға сығыуҙы ойошто...
Әгәр һеҙ бөтә төр аҙыҡ-түлек һыуыҡта һәйбәт һаҡлана тип уйлаһағыҙ, был улай түгел. Ҡапланмаған йәшелсәләрҙән, емештәрҙән ферменттар бүленеүе мөмкин. Йыуылмаған кишер камерала башҡа аҙыҡ-түлеккә кире тәьҫир итә. Һөҙөмтә тиҙ генә күренмәй, әлбиттә, әммә һөт тиҙерәк әсей башлай, һыуытҡыста насар еҫ барлыҡҡа килә. Һыуытҡыс...
Яңы йыл табынына тауыҡ итенән “Цезарь”, “Бәшмәкле аҡлан”, “Алтын балыҡ”, “Һуйыр ояһы”, “Неаполь”, “Щвейцарса” һәм башҡа төрлө тауыҡ, һыйыр малы, йылҡы иттәрен ҡулланып эшләгән турамаларҙы ҡуйырға мөмкин. Һеҙҙең иғтибарға бер нисәүен тәҡдим итәбеҙ. Бауырҙан “ Наҙлылыҡ” турамаһы Кәрәк: 300 г бауыр , 3-4 картуф, 3 йомортҡ...
– Миңә кеше араһында уңайһыҙ, – тип башланы Урал иртәнсәк ҡатыны менән ауыр һөйләшеүҙе. – Кешеләр был хаҡта беләсәк һәм беҙгә бармаҡ төртөп күрһәтәсәк. – Һин ҡыҙыҡ кеше, Урал, – тине уға ҡатыны. – Ана, интернетты ҡара, гәзиттәрҙе уҡы, кемде нимә тип яҙмайҙар ҙа нимә тип һөйләмәйҙәр. Шул һөйләгәндәрҙең 90 проценты дөрөҫ...
Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат менән беҙҙең тап шундай мәл. Иртән үк балыҡҡа барырға һөйләшкәйнек, Әсләм дуҫты әсәһе өләсәләренә йомошҡа ебәрҙе. Һеҙҙең ваҡыт үткәрә алмай йонсоғанығыҙ бармы? Ундай саҡта сәғәттең минуты ла йылдай тойола. Әле Марат ме...
Ул, арыу ғына оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, егеттәрсә етеҙлек менән һикереп тороп сәйнүген ҡайнатырға ҡуйыр өсөн икенсе бүлмәгә сығып та китте. Һыйырын һауып ингәнсе ҡайнай торор. Соланда эленеп торған, һарай эсендәге эштәр менән генә шөғөлләнер өсөн тәғәйенләнгән иҫке курткаһы менән калошын кейеп алды. Ошонда уҡ кәшт...
Фәрғәт Ғәлин туған халҡы йөрәгендә ихлас һәм алсаҡ ауылдаш, оло йөрәкле һәм изге күңелле ағай, тоғро дуҫ, һәм балаларының күңелендә һөйөклө атай булып мәңгегә иҫтәрендә һаҡланыр. Бер күҙ асып йомған арала ла Мәңгелеккә етер нур ҡала. Бөгөн Ғафури районы Үзбәк ауылы халҡы ижади ҡарашлы, йомшаҡ һүҙле, ихлас күңелле, эшһө...
Йоғошло сирҙең таралыу ҡурҡынысы менән бәйле, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Юғары әҙерлек тәртибен һаҡлау тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡамау тәртибен һаҡлау тәҡдим ителә. Был өлкән йәштәгеләрҙең аҙыҡ-түлек, дарыу алыу өсөн сығыуҙарына һәм баҡсаға барыуҙарына ...
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 1...
Ташҡын буйынса брифингта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Идрисов шешлек бешергәндә янғын сығыу хәүефен кәметеү саралары тураһында һөйләгән. Был турала “Башинформ” хәбәр итә. Ташҡын буйынса брифингта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эд...
Әнүзә Мажитова Баймаҡ районы Өмөтбай ауылында йәшәй. Ғүмер буйы ауыл китапханасыһы булып эшләне. Әле ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе. "Беҙ үҙебеҙ Баймаҡтар", "Өмөтбай кисә, бөгөн" төркөмдәрен алып бара. УРАЛ МӨҒЖИЗӘҺЕ (Нәҫер - инша) Тәбиғәт һәм кеше... Кеше һәм тәбиғәт... Улар бер - береһенә үтә лә яҡын, айы...
“Тыуған яғың ҡайһы яҡ, тиһеңме? Ейәнсура – минең тыуған яҡ. Әле лә бит, Ейәнсурам, тиеп, Һағыштарға сумып торған саҡ...»Яңыбай ауыл мәҙәниәт йортонда 8 Март – Башҡорт теле йылын тантаналы асыу уңайынан, шулай уҡ халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы, яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғолованың (Ҡәҙербәков...
Борон-борон заманда ярлы ғына бер бабай менән әбей йәшәгән. Улар ҡартайышып вафат булған, өс улдары тороп ҡалған, ти. Егеттәр һунар итеп көн күргән. Бер мәл өсәүләшеп урманға барғас, юлды юғалтҡандар, бер нисә көн аҙашып йөрөгәндәр. Шырпылары ла, саҡматаштары ла булмаған. Усаҡ яға алмағандар, бик ныҡ асыҡҡандар. Эңер т...
Венера, бала хаҡында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә әсәһе мәрхүмәне иҫкә төшөрә. Әсәһе, Хәҙисә, ғүмер буйы ҡаты ҡуллы булды. Юҡ ҡына сәбәп булһа ла, Венераны, ҡустыһы Сәғит менән икеһен, стенаға һырындырып, яра торғайны. Уф, Хоҙайым! Һуҡҡылап ҡына ҡалмай, иң оятһыҙ һүҙҙәрҙе ҡушып, балаларынан, ни өсөндөр, үс ала торғайны. Венера,...
Мәскәү милләттәр йортонда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт үтте. Байрам Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Мәскәүҙәге «Башҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән ойошторолдо. Сарала сәләмләү һүҙе менән Башҡортостандың Мәс...
Үткән йома Ҡариҙел районында республикалағы беренсе смарт-китапхана асылды. Уны асыу тантанаһы “АРТ-ҠОРОЛТАЙ” мәҙәни форумы ултырышында РФ мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашлығында үтте. Үткән йома Ҡариҙел районынд...
Көтөлмәгәндә булды осрашыу Аса алмай ҡалдым тик йөрәгемде. Унда дөрләй усаҡ бик тә ҡыҙыу, Ҡараштарың тынғы бирмәй күңелгә. Йылдар, айҙар үтһә лә, Тағы осратыу өмөтө һүнмәне. Йылдар, айҙар үтһә лә, Күҙҙәрем һинең күҙҙәрҙе эҙләне. Күңелдәр ирей наҙлы ҡараштарҙан, Тән йылыңды ҡосағымда тойоу рәхәт. Күңелдәр ирей беҙ бергә...
Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йоғошло сирҙең төп таралыу урыны – ғаилә һәм кешеләр күп йыйылған урындар. Мәҫәлән, хәрби коллективтар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, ҡарттар йорттары, психоневрологик диспансерҙар, һәм, әлбиттә, яза башҡарыу хеҙмәтенә ҡараған структуралар. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, йоғошл...
Бер көн танышым бик хафаланып шылтыратты: “Зәүхиә апай, кинәт инсульт һуҡмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигәйнең әле? Әллә нисә тапҡыр аңлаттың да ул, көндәлек ығы-зығы менән баштан сыҡҡан. Беҙҙең эштә күрше бүлектә компьютерҙа эшләп ултырған 30 йәшлек хеҙмәткәребеҙҙе инсульт һуҡты. “Ашығыс ярҙам” саҡырҙылар, тик ҡотҡар...
Һарытау өлкәһендә шәхси иғлан фото Менән таныш, һәм башҡа бушлай теркәйОнлайн-сервис танышты, һарытау өлкәһе Өсөн етди мөнәсәбәттә. Һарытау өлкәһендә осраған яңы тәҡдимдәр Менән иғландар бушлай шәхси иғландар таҡтаһы. Башҡа фотографиялары беҙҙең ир-егет Ҡатын-ҡыҙ менән бушлай таныша Иғлан таҡта аралашсы һәм тәҡдим Һары...
Мәғлүм булыуынса, республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан Һуғышында оло еңеүҙең 75 йыллығын лайыҡлы ҡаршылау, һуғышта ҡатнашҡан үлемһеҙ һалдаттарҙың, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемен мәңгеләштереү маҡсатында масштаблы сара – “Шайморатов вариҫтары” (“Шаймуратовцы”) халыҡ проекты старт алды. М...
70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл хужалығы процестарын автоматлаштырыу буйынса 25 инженерлыҡ проектын эшләне. 70-тән ашыу уҡыусы ауыл хужалығы өлкәһендәге «Агробум» тигән робот техникаһы олимпиадаһында ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ауыл ху...
Ҙур ғына һауыт төбөнә йыуылған укроптың яртыһын һалабыҙ. Унан шулай уҡ йыуылған ҡыярҙың ике яҡ осон ҡырҡып, һауытҡа тығыҙ итеп тултырабыҙ ( Үҙегеҙ теләгәнсә ҡырҡып һалырға мөмкин). Өҫтөнә ҡалған укропты һәм ваҡ итеп туралған һарымһаҡ һалабыҙ. Айырым һауытта газлы минераль һыуҙа тоҙҙо иҙеп алабыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашман...
Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, уңыштар һәм етди мәсьәләләр менән ысын тормош яҡтыртылған майҙансыҡ. “Инйәр”ҙең яҙмышына битараф ҡалмағыҙ Район биләмәһендә сығарылған һәм таратылған урындағы гәзиттәр асылда халыҡ трибунаһы, шатлыҡтар һәм әрне...
“Экология” милли проектыҠағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. “Экология” милли проекты Ҡағыҙ, пластик, һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы ташлау өсөн комплекттарҙы балалар экология һәм биология үҙәге тарата. Балалар көнкүреш ҡалдыҡтарын үтилләштереү мәҙәниәтенә ө...
Ғәбиҙәне был хәбәр ҡабаланырға, инде йәшерен һаҡсы ғына булып түгел, ә асыҡтан-асыҡ алышҡа инергә лә әҙер ҡурсалаусы булыуын күрһәтергә мәжбүр итте. Ул теге көндән алып егеттең кем икәнлеген, юҡ, кем икәнлеген әле лә аңлап етмәй ул, әммә ҡөҙрәтле ҡара көс булыуын һәм был көстөң нимә теләгәнлеген төшөнә. Уға Ләйләнең, т...
Бындай уй-теләктең башыма ла инеп сыҡҡаны булманы. Прозаик өсөн арт һаныңдың ултырышлығы ла кәрәк бит. Яһарға ла, ҡорорға ла, сыуалсыҡтарҙы сисергә лә кәрәк. Ә шиғыр, тыуһа, үҙенән үҙе тыуа ла ҡуя. Прозаиктағы егәрлелек миндә юҡ ул. Әйтер һүҙҙе шиғыр менән әйтеп, анһат ҡына ҡотолам да ҡуям. Көсләп, көсләшеп яҙмайым. Бе...
Кәбеҫтә халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла. Баш, тамаҡ ауыртҡанда, мастопатия, тубыҡ артрозы булғанда, тән бешкәндә уны киң ҡулланалар. Кәбеҫтәне юҡҡа ғына “баҡса батшабикәһе” тимәйҙәр. Ул һаулыҡ өсөн бик файҙалы, витаминдар һәм минералдарға бик бай. Унан бешерелгән аштарҙы һәм бәлештәрҙе, салаттарҙы кем генә яратмай? Ҡы...
Ҡапҡанан инһәк, утынлыҡтан туҡылдаған тауыш сыға. Берәйһе килеп утын ярып йөрөйҙөр, тип утынлыҡ яғына ыңғайланыҡ. 86 йәшендә утын яра Инәйҙең үҙен күреп, аптырап бер булған беҙҙе: «Утын ярып йөрөйөм. Төпкө яҡҡа ут яғайым, утын индерәйем тип сыҡтым әле», - тип ҡаршы алды Рәйсә инәй. Әҙер утының күп бит, тигәс: “Шул ярып...
Башҡортостанға рәсми визит менән килгән Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы көн элгәре республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында булды. Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Бангладештың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Бангл...
2019 йылдың 23 ғинуарында район прокуратураһы тарафынан иртәнге сәғәт 10.00-дан көндөҙгө 1.00-гә тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, ер, урман ҡануниәте талаптарын күҙәтеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” уҙғарыла. Был көндө 2-18-71 (прокурор урынбаҫары И.Р.Аллағузин), 2-11-51 (прокурор ярҙамсыһы Р.Р.Абз...
Март айында көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә Наурыз байрамын билдәләйбеҙ. Был байрам ҡаҙаҡ, әзербайжан, ҡырғыҙ, иран, үзбәк, тажик халҡынан килгән беҙгә. Наурыз фарсы теленән тәржемә иткәндә, “яңы көн” (көн менән төн тиңләшкән ваҡыт) тигәнде аңлата. Күптәр уны мосолмандарҙың Яңы йылы тип уйлай, әммә, ысынбарлыҡта был ба...
Украинала газ бөтә, Зеленский Путин менән осрашыу эҙләй. Күршеләргә йәй көнө усаҡ яғырға тура килмәгәйе. Ағиҙел -15 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 24 Июнь 2019, 11:11 Украинала газ бөтә, Зеленский Путин менән осрашыу эҙләй. Күршеләргә йәй көнө усаҡ яғырға тура килмәгәйе. Был хәбәр дөрөҫ, Украинаның г...
Бәләкәй инә айыу (йондоҙлоҡ) (лат. Ursa Minor) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — Кохаб (β UMi), яҡтылығы 2,08 була. Майҙаны буйынса урыны — 56. Йөкмәткеһе 1 Күҙәтеү 2 Тарих 3 Иҫкәрмәләр 4 Һылтанмалар КүҙәтеүҮҙгәртергә ТарихҮҙгәртергә ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Йондоҙлоҡтар исемлеге. Был йондоҙҙар тураһында...