Dataset Viewer
Auto-converted to Parquet Duplicate
text
stringlengths
401
90.8k
Владимир Путинды Финляндия Президенты Саули Ниинистё көтә ине. Хельсинкиҙағы күркәм һарайҙа барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, ике Президент журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Унан һуң катерға ултырып Свеаборг ҡәлғәһендәге причалға киттеләр һәм аралашыу шунда дауам итте. Ниинистё әфәнде беҙҙекен русса сәләмләп ҡаршыланы. - Беҙ һеҙҙең Франциялағы сәфәрегеҙҙе бик ентекле күҙәтеп барҙыҡ. Аңлауыбыҙса, ул уңышлы үтте. Хәҙер беҙгә уңышлы осрашыуҙар бик кәрәк, - тине Финляндия башлығы. - Саҡырыуығыҙға рәхмәт. Беҙҙең Финляндия менән мөнәсәбәттәр яҡшы ғына үҫә, төрлө йүнәлеш буйынса ла. Беҙ үҙ-ара бәйләнештәр кимәле менән ҡәнәғәт, - тине яуап итеп Владимир Путин. Аҙаҡтан финсалап, кiitos, тип өҫтәне. Йәғни, рәхмәт, тине. Ике Президент бик яҡшы итеп һөйләшкән. Бәйләнештәрҙә проблема юҡ. Тауар әйләнеше үҫә. Берлектә проекттар ғәмәлгә ашырыла. Артабан да бергә эшләргә план ҡорғандар. Финдар беҙгә ҡалдыҡтар менән эш итергә өйрәтәсәк. Көҙөн беҙҙең 30-лап төбәк вәкиле Финляндияға барып, тәбиғәтте һаҡлау тармағында тәжрибә өйрәнәсәк. Владимир Путин әйтеүенсә, сентябрҙә Тула ҡалаһында 20-се тапҡыр Рәсәй - Финляндия мәҙәниәт форумы үтәсәк. Киләһе йыл Финляндияла Карелия республикаһы көндәре лә күҙаллана. Фән һәм мәғариф өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Туризм тармағында ла уртаҡлашыр нәмәләр етерлек. Планда тағы әллә күпме берлектәге сара бар. Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА. Фото: Кремлин.ру http://www.ye02.ru/online/18222-vladimir-putindy-sveaborg-len-alyp-barylar.html Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Был күңелһеҙ хәл үткән аҙнала Өфө ҡалаһында булды. Биологиянан бөтөн Рәсәй мәктәп олимпиадаһының төбәк этабына йыйылған 186 уҡыусы араһынан 13-ө кинәт кенә ауырып китеп, дауаханаға эләгә. Шундай уҡ симптомдар менән дауаханаға бер уҡытыусыны ла килтерәләр. Әлеге ваҡытта табиптар уларҙың һаулыҡ торошон “тотороҡло ауыр хәлдә” – тип баһалай. Роспотребнадзор хәбәр итеүенсә, уҡыусыларҙың барыһында ла норовирус инфекцияһы табылған. Әле олимпиадала ҡатнашыусылар йәшәгән “Амакс Турист-отель” ҡунаҡханаһы ресторанында эпидимиологтар тикшереү эштәрен алып бара. Тәбиғәттә ашҡаҙан-эсәк инфекцияларын барлыҡҡа килтереүсе бер-нисә төр вирус бар. Шуларҙың береһе – норовирус инфекцияһы. Был вирустың 10-100 өлөшө генә лә кешене ағыулай ала, бик тиҙ үрсей. Шуға ла балалар араһында ул тиҙ тарала. Ағыуланғандан 24-48 сәғәт үткәс ауырыу үҙен һиҙҙерә башлай: эс ауырта, ҡоҫҡо килә, температура күтәрелә. Ҡайһы берҙә баш ауыртыуы, хәлһеҙлек, мускулдарҙың һыҙлауы булыуы мөмкин. Ғәҙәттә, нововирус инфекцияһының симптомдары 12-72 сәғәттән һуң үҙенән-үҙе бөтә. Ауырыу сигенгәс, организмда был вирусҡа ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә, әммә оҙаҡҡа түгел – 8 аҙнанан һуң ҡабаттан ағыуланыу ҡурҡынысы бар. Шуға күрә, ашар алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ. Белеүебеҙсә, таҙалыҡты вирустар бигүк өнәп етмәй. Сәләмәт булығыҙ! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
31 июлдә мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй. 9-сы зөлхизә (30 июль) – Ғәрәфә көнө. Ошо көндө Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тороп доға, истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй. Ошо көндә ураҙа тотоу бик сауаплы, сөнки хәҙистә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең ошонан алдағы һәм һуңғы йылдарҙағы (ике йыллыҡ) гонаһтары юйылыр”, – тиелә. 31 июлдә мосолмандар Ҡорбан ғәйетен билдәләй. 9-сы зөлхизә (30 июль) – Ғәрәфә көнө. Ошо көндө Ер шарының төрлө илдәренән ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәргә ниәт итеп килгән хажиҙар Ғәрәфәт тауында тороп доға, истиғфар (ғәфү һорау) ҡылып, тәлбиә (ләббәйкә) әйтеп, хаж ғибәҙәтенең икенсе фарызын үтәй. Ошо көндә ураҙа тотоу бик сауаплы, сөнки хәҙистә: “Ғәрәфә көнөндә ураҙа тотҡан кешенең ошонан алдағы һәм һуңғы йылдарҙағы (ике йыллыҡ) гонаһтары юйылыр”, – тиелә. Ғәйет ҡорбаны байрамдың өс көнөндә салына. Ошо өс көндә кемдең ҡорбан салырға мөмкинселеге бар, шулар өсөн был ғибәҙәт – важиб. Һәр бер өй (ғаилә) йыл һайын Ҡорбан байрамы көндәрендә бер ҡорбан салырға тейеш. Әгәр кеше финанс яғынан ауыр хәлдә йәки сәфәрҙә икән – был ғәмәл важиб түгел. Ҡорбанға һарыҡ, кәзә, һыйыр салына. Кәзә 1 йәштән үтергә тейеш, һарыҡ та шулай, әммә кәүҙәһе ҙур булһа, 8 айлыҡ һарыҡ та мөмкин. Һыйыр малын 7 кеше (ғаилә) сала ала, әммә етеһенең дә ниәте ҡорбан итеү булырға тейеш. Важиб ҡорбан ошо өс көндә генә салына. Ғәйет намаҙынан һуң ҡорбан салыу мәсеттәр булған ауылдар өсөн шарт. Ҡорбанлыҡ мал зәғиф, сатан, һуҡыр, үтә ябыҡ, ауырыу булырға тейеш түгел. Көйҙөртөлгән мал да ярай. Әгәр малдың ҡолағының яртыһынан күбеһе инәү һалыу өсөн ҡырҡылған булһа, ярамай. Әгәр яртыһынан аҙырағы, өстән бер өлөшө ҡырҡылһа – ярай. Ҡорбанды салыу – ғибәҙәт, Аллаһҡа яҡынайыу. Шуға уны үҙ ҡулығыҙ менән салыу хәйерле. Имамды, мулланы – кемделер көтөргә кәрәкмәй. Ҡорбан итен ҡасан ашатһаң да була. Нәҡ ошо көндә ашатыу фарыз, тигән шарт юҡ. Ҡунаҡ йыйып ашатыу шарт түгел, кәрәк икән, итен тотош таратып та бирә ала, үҙенә лә ҡалдыра ала. Ғалимдар иһә ҡорбан итен 3 өлөшкә (бер өлөшөн – ғаиләһенә, 1 өлөшөн – кешегә таратырға, 1 өлөшөнә ҡунаҡ саҡырырға) бүлергә тәҡдим итә. Итте күберәк кешегә таратһаң, сауабы ла ҙурыраҡ була. Илдә, республикала һәм районда коронавирус менән киҫкен хәлгә бәйле, ҡала һәм район мәсеттәрендә Ҡорбан ғәйеттәре үткәрелмәйәсәк. Был ҡарар халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде. Шуның өсөн, хөрмәтле дини ҡәрҙәштәр, Ҡорбан байрамына арналған хөтбәне 31 июлдә иртәнге сәғәт 8-ҙә онлайн режимда ҡарарға саҡырабыҙ. Уны Баймаҡ телевидениеһының “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәге һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ:
25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон номеры эш башланы. 25 ғинуарҙа Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгендә социаль ярҙам саралары тураһында граждандарға консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса күп каналлы телефон номеры эш башланы. Республиканың бөтә ҡала һәм райондарына берҙәм телефон һандары: 8 (347) 200-80-80. Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең йәшәгән урын буйынса филиалы менән бәйләнешкә инеү өсөн өҫтәмә номерҙы йыйырға кәрәк. Мәләүез ҡалаһы филиалына ҡараған беҙҙең район өсөн өҫтәмә номер – 108. Тимәк, тәүҙә берҙәм телефон һандарын һәм ошонан һуң 104-те йыйырға кәрәк. Оператор мөрәжәғәт буйынса консультация уҙғара, проблеманы аныҡлаған һорауҙар бирә, кәрәк икән мәсьәләне хәл итеүҙе контролгә ала. Артабан бәйләнешкә инеү, һорауҙы хәл итеүҙе контролләү маҡсатында шылтыратыусының телефоны һәм уның мөрәжәғәтенең йөкмәткеһе һаҡлана. Күп каналлы телефон һандарына эш көндәрендә 8.30 сәғәттән 17.30-ға тиклем шылтыратырға мөмкин. Шәмбе һәм йәкшәмбе – ял көндәре. Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн граждандар тонлы режимда льготалар категорияһын һайлай ала: балалы ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар һәм граждандарҙың башҡа категориялары. Шуға иғтибар итегеҙ, һөйләшеү ваҡыты һеҙҙең телефон бәйләнеше операторы тарифы буйынса түләнә. Быға тиклем киң мәғлүмәт сараларында, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге сайтында элек күрһәтелгән ҡыҙыу бәйләнеш телефон һандары буйынса граждандарға мәғлүмәт биреү 1 февралдән туҡтала. Читайте нас в © "Ейәнсура таңдары" сайты, 2020 Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. ПИ ТУ02-01355-се һанлы теркәү тураһында таныҡлыҡ 2015 йылдың 10 июлендә бирелгән.
Бөгөн Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнө саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле, бай күргәҙмәнән башланып китте. Илде төрлө халыҡтарыбыҙ бөйөк итә Бөгөнгө байрам саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле, бай күргәҙмәнән башланып китте. Бында былтыр үткән II “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында еңеп сыҡҡан эштәр ҡуйылды. Күргәҙмәне Республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков асты. Ул: “Беренсе “Тамға”ға ҡатнашыусылар күберәк стилләштерелгән кейемдәр менән сыҡһа, икенсеһендә күпселекте – 80 процентты, тип әйтергә мөмкин – тарихи өлгөләргә таянып эшләнгәндәре тәшкил итте. Конкурстың төп маҡсатына – башҡорт халҡының тарихи кейемен тергеҙеүгә – өлгәшелде, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ”, – тип билдәләне. Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләне. “Бер нисә йыл элек Радий Фәрит улының беҙ өйрәнеп бөткән сәхнә варианттарына түгел, ә тап тарихи башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә иғтибар йүнәлтеүе бик ҡыуаныслы хәл булды, – тип билдәләне ул. – Ул хатта чиновниктар кейеп йөрөгән кейемгә иғтибар итте, ә хәҙер беҙ ҡәнәғәтлек хисе менән милли юҫыҡта тегелгән костюмда ла йөрөйбөҙ”. Ҡунаҡтар араһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” мәрхәмәтлелек фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла булды. Уның башҡортсалап: “Хәйерле көн, дуҫтар!” – тип сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде. Ул иң беренсе “Тамға” конкурсанттарына рәхмәт белдерҙе. “Милли кейемде һаҡлау һәм тергеҙеү эшен алып барған бөтәһенә лә рәхмәт әйткем килә, сөнки был – беҙҙең тарих, – тине К. Хәбирова. – Ҙур һәм бөйөк нәмәләрҙең бәләкәй өлөштәрҙән торғанын иҫтә тотоу мөһим. Беҙҙең бөйөк илебеҙ Рәсәй ҙә бәләкәй һәм ҙур халыҡтарҙан тора. Беҙгә халҡыбыҙҙың тарихын хәтерҙә тоторға һәм һаҡларға кәрәк, ошонда илебеҙҙең бөйөклөгө сағыла ла”. Күргәҙмә 29 апрелгә ҡәҙәр эшләйәсәк. Халҡыбыҙҙың бай тарихын да, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен дә, көнкүрешен дә сағылдырған уникаль экспонаттарҙы йөрәгендә милли тойғолар йөрөткән һәр кем килеп ҡарарға тейештер. Милли кейем көнө сараһы артабан Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Халыҡ кейемен интерпретациялау мәсьәләһе” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү менән дауам иттте. Унда билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, халыҡтың матди мәҙәниәте өлкәһенә эшмәкәрлек алып барған вәкилдәр ҡатнашты. Сараның төп маҡсаттарының береһе – фән һәм практика өлкәһе вәкилдәрен милли кейемде тергеҙеү мәсьәләләренә йәлеп итеү. Айрат Нурмөхәмәтов һәм "Башинформ" фотолары. Илде төрлө халыҡтарыбыҙ бөйөк итә Автор:Равиля Гатауллина Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Башҡортостанда туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» эшләй23 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты туристик хеҙмәттәр күрһәтеү һорауҙары буйынса «ҡыҙыу элемтәгә» шылтыратыуҙар ҡабул итә. Кәрәкле ярҙамды һәм консультацияны Өфөләге (347) 218-09-78 телефоны буйынса алырға мөмкин. «Путевка һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә, килешеү шарттары боҙолғанда компенсация ҡараламы, туристың ҡулланыу хоҡуҡтары боҙолһа нимә эшләргә, турҙың сифаты күҙалланғандан түбән булһа кем яуаплылыҡ тота? Был һорауҙарға Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәренән яуап ала алаһығыҙ, — тип хәбәр итте ведомствоның матбуғат секретары Нина Никандрова. — Шәхсән мөрәжәғәт итеү һәм дәғүә проектын әҙерләү кәрәклеге килеп тыуғанда республикала йәшәүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13 адресы буйынса 703-сө бүлмәгә мөрәжәғәт итә ала». Белгестәр аңлатыуынса, нәҡ хәҙер – юғары туристик миҙгел, шуға туристик путевкалар һатып алыу һорауҙары айырыуса көнүҙәк. «Беҙҙең маҡсат – ҡулланыусыларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу һәм килешеү төҙөгәндә хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуймау. Көтөп алынған ял боҙолорға тейеш түгел», — тип өҫтәне Сауҙа буйынса дәүләт комитеты баш белгесе-эксперты Оксана Сафина. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
«Башҡортостан» концерт залы базаһында республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн майҙансыҡ эшләй башлаясаҡ. Был проекттың инициаторы – Башҡортотсан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә атай-әсәйҙәр ҙә профессиональ музыкант булырға ынтылған балаларына ярҙам итә алмай, мәҫәлән, һәйбәт музыка ҡоралдары алып бирә алмайҙар. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ла булырға тейеш. Ә йәш таланттарҙы асырға кәрәк,» – ти ул был турала. Һәйбәт ниәт. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
“Аяғымдың балтырҙарында ун тинлек ҙурлығындағы таптар барлыҡҡа килде, улар һыҙлап тороп ауырталар ине. Бер заман улар ярылып асыҡ яраға әүерелә башланы. Әсәйем иһә түбәндәге сараны ҡулланды...” Беҙгә әүҙем уҡыусыбыҙ үҙе менән булған ваҡиғаны яҙып ебәргән. Уның кәңәшенең, бәлки, һеҙгә лә файҙаһы тейер. “Бала саҡта көтмәгәндә сирләп киттем. Мәктәптә уҡып йөрөй инем әле. Аяғымдың балтырҙарында ун тинлек ҙурлығындағы таптар барлыҡҡа килде, улар һыҙлап тороп ауырталар ине. Бер заман улар ярылып асыҡ яраға әүерелә башланы. Әсәйемдең отҡорлоғона аптырайым: ул бер ҙә аптырап ҡалманы, ҡайҙандыр баҡыр купоросы табып алып ҡайтты. Уны иретелмәгән, әммә йомшарған аҡ май менән бутаны ла ошо таптарға һылай башланы. Купоростың ҡаты киҫәктә булғанын иҫләйем. Әсәйем уны тәүҙә аҙ ғына ҡыра ла, шунан аҡ май ҡушып, һөртә торған масса яһай ине, һәр саҡ уның миҡдары төрлөсә булғандыр. Ярҙам итте! Үҙаллы тормош ҡорғас, шундайыраҡ хәлдәр тыуғанда мин дарыуханала ошо майҙы эшләргә заказ бирә инем: 100 грамм аҡ майға 3 грамм баҡыр купоросы. Көнөнә проблемалы урынға ике тапҡыр һөртөргә һәм бинт менән бәйләп ҡуйырға кәрәк. Аҙаҡ үҙем эшләргә лә өйрәндем. Был тылсымлы май менән герпес, тимрәү, стрептодермия, бәшмәк кеүек сирҙәрҙе дауалайым. Уникаль май! Ҡуланып ҡарағыҙ! Хөрмәт менән, Әлфиә Байтирәкова.” Фото: glav-dacha.ru/wp-content Автор: Гүзәлиә Балтабаева https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tilsimli-may-i--ege-eshl-ge-593855/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Бибисара Азаматованың бөгөн тыуған көнөУл халыҡсан, ҡабатланмаҫ моң эйәһе, күптәрҙең яратҡан йырсыһы. Һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Йәшендәрҙәй йәшнәп йәшәргә, тағы ла илһамланып ижад итергә яҙһын, һеҙгә, Бибисара апай! Халыҡсан, ҡабатланмаҫ моң эйәһе, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Бибисара Азаматованың бөгөн тыуған көнө. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Йәшендәрҙәй йәшнәп йәшәргә, тағы ла илһамланып ижад итергә яҙһын, һеҙгә, Бибисара апай! Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы "Мораҙым" ижтимағи-сәйәси гәзитенең рәсми сайты. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында теркәлде. 2015 йылдың 12 авгусында бирелгән ПИ ТУ 02-01395-се һанлы теркәү тураһындағы таныҡлыҡ. Директор (баш мөхәррир) Ладыженко А.Ғ., "Мораҙым" гәзите мөхәррире вазифаһын башҡарыусы Р.И.Исҡужина.
«Ветеран» үҙәгендә Урал аръяғының социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре етәк-селәре ҡатнашлығында семинар үтте. Сарала Сибай, Өфө ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан килгән вәкилдәр үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты, ҡайһы бер мәсьәләләр хаҡында һөйләштеләр һәм артабанғы үҫеш пландары хаҡында һүҙ алып барҙылар. Әйтергә кәрәк, ҡалабыҙҙа Лилиә Атйетәрова етәкләгән «Ветеран» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең эш тәжрибәһе Башҡортостандың һәр ҡалаһында ҡулланырлыҡ өлгө булып тора. Был хаҡта хатта Мәскәүҙәге үҙәк баҫмалар ҙа яҙып сыҡты. Р. ҒАЯЗОВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Асҡын районы һәм унда урынлашҡан данлыҡлы "Танып" шифаханаһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" хәйриә проекты сиктәрендә, табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн биш тонна минераль һыу оҙатасаҡ. Асҡын районы һәм унда урынлашҡан данлыҡлы "Танып" шифаханаһы, "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" хәйриә проекты сиктәрендә, табиптар һәм шәфҡәт туташтары өсөн биш тонна минераль һыу оҙатасаҡ. Минераль һыу әлеге ваҡытта һауыттарға тултырылған: өс тонна һыу үҙ сәғәтен көтә. Ошо көндәр эсендә уны Бөрө үҙәк район дауаханаһына ебәрәсәктәр. Ошондай уҡ шифалы эсемлекте Зубоволағы Республика клиник инфекция үҙәгендә лә алғандар. Бынан алдараҡ өс тонна минераль һыу Асҡын үҙәк дауаханаһына оҙатылған. Яҙ көнө иһә, хәйриә сараһы сиктәрендә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына ла Асҡын еренең шифалы һыуын ебәргәндәр. Фото: рәсми сығанаҡтан. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Стакан тирәһе ҡайнар һыуға ике стакан тирәһе ондо ҡушып бутайбыҙ ҙа, шәкәрҙе самалап һалып, ике йомортҡа, йөҙ грамм самаһы иретелгән аҡ май, ярты сәй ҡалағы самаһы һүндерелгән сода, бер аш ҡалағы майонез һалып, кәрәгенсә он өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Төрлө эслек һалып бәлеш, ләүеш, өсмөйөш, бөйөрөк бешереү өсөн дан ҡамыр сыға. Хатта манты һәм билмән өсөн дә килешә. Бешереп ҡарағыҙ! Тәмле булһын! Р.ЙӘЛИЛЕВА. Читайте нас в Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2019 йылдың 22 июлендә теркәлде. Теркәү номеры – ПИ №ТУ02-01679. 1990 йылдың ғинуарына нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Стәрлетамаҡ мәғлүмәт үҙәге- Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы. Баш мөхәррир - Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы. Телефон Баш мөхәррир (347) 325-18-57 Яуаплы сәркәтип (347) 325-18-57 Хәбәрселәр (347) 325-75-70 Бухгалтерия (347) 325-60-73
Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе. Тимәк, дәүләт уның хаҡын көйләй, ул аҙыраҡ арзанайырға тейеш. Рәсәй хөкүмәте фавипиравирҙы йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә индерҙе. Тимәк, дәүләт уның хаҡын көйләй, ул аҙыраҡ арзанайырға тейеш. Яңы коронавирус инфекцияһын дауалауҙа ҡулланылған фавипиравир нигеҙендә асыҡ һатыуҙа ла булған өс дарыу сығарыла. Улар — «Авифавир» (8 мең һум самаһы), «Арепливир» (12 мең һумдан ашыу) һәм «Коронавир» (12 мең һумға яҡын). Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт менән һөйләшеп килешкәс, уларҙың хаҡы төшөргә тейеш, тик артыҡ ныҡ түгелдер, тип иҫәпләй фармакология баҙарында ҡатнашыусылар. Ошондай хаҡ менән фавипиравирҙың файҙалы булыуы раҫланмаған. The Bell препараттың 2014 йылда Японияла грипты дауалау өсөн әҙерләнгәнен, биш йылдан һуң уның аналогтарын сығарыу рөхсәт ителгәнен хәтергә төшөрә. Яҙ көнө Японияла уны ковидҡа ҡаршы дарыу итеп һынап ҡаранылар, ләкин уның яҡшы һөҙөмтәләр бирмәүен танынылар. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә өс фармакология компанияһы, фавипиравир сирлеләрҙең хәлен тиҙерәк яҡшыртырға мөмкинлек бирә тип иҫәпләп, уны сығарырға ҡарар итте. https://www.bashinform.ru/news/1508111-v-rossii-antikovidnyy-preparat-za-12-tys-rub-vklyuchili-v-perechen-zhiznenno-neobkhodimykh/ Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Бөгөн Өфөлә буласаҡ плей-оффтың алтынсы осрашыуында «Салауат Юлаев» командаһы капитаны Григорий Панин уйында ҡатнашмаясаҡ. Сөнки КХЛ-дың дисциплинар комитеты быға тиклем «Авангард» менән уҙған бәйгеләге тәртипһеҙлеге өсөн уны өс уйындан ситләтергә тигән ҡарар сығарҙы. Дөрөҫ, ҡиғиҙә боҙоусыларға яза кәрәк, әммә хоккей уйынын ысын ир-аттар уйыны тип, бушҡа ғына әйтмәйҙәр бит… Хоккей ул – этеш-төртөш уйыны. Ул шуның менән ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле. Әгәр шайбаны шылтырып йөрөп кенә уйнаһалар, уның һөйөүселәре лә булмаҫ ине. Уҙған «Себер» һәм «Автомобилист» менән булған уйында, төп ваҡыт тамамланыуға өс минут тирәһе ҡалғанда, еңелеп килгән команданың уйынсыһын тәртип боҙоуҙа ғәйепләп, штраф эскәмйәһенә ултырталар. Ә бит ул да беҙҙеңсә дәғүәсене хоккей ҡағиҙәһе буйынса төртөп ҡолата. Бында бит осрашыуҙың яҙмышы хәл ителә. Уйнат. Плей-офф бит…. Фото:ТАСС Яңылыҡ авторы: Нур Ҡәҙербаев Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Асҡын районының Солтанай ауылында йәшәүсе Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар — матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе. Хәлитовтарҙың ихатаһына барып инһәң, ундағы бөхтәлеккә, матурлыҡҡа хайран ҡалаһың. Иртә яҙҙан алып көҙгә тиклем береһенән-береһе матур сәскәләр күҙҙе иркәләй. Ниндәйҙәре генә юҡ уларҙың: ирис, тюлпан, нәркәс, гортензия, роза, лилиә, георгин һәм башҡалар. Күп йыллыҡтар менән бер рәттән бер йыллыҡ гөлдәр ҙә шау сәскәлә ултыра. — Сәскәләр үҫтереү — иң яратҡан шөғөлөм. Уларҙы тәрбиәләп, уларға ҡарап йән тыныслығы, көс-дәрт алам. Йорт-тирәһен матурлыҡҡа күмеү, таҙа тотоу бер кешенең генә ҡулынан килмәй. Тормош иптәшем Зөлфәт вахта ысулы менән Екатеринбург ҡалаһында эшләй, ялға ҡайтҡанда ул ярҙам итә, — ти Земфира Фәрит ҡыҙы. Был уңған ғаиләнең йорт-баҡсаһында ҡыуаҡтар, емеш ағастары ла шаулап үҫә. Алма, груша, сейә, слива, абрикос, муйылдың әллә нисә төрө мул уңыш бирә. Булдыҡлы хужабикә ҡулынан йәшелсәләр ҙә, баҡса еләге лә бик уңа. Уңған кеше бар яҡлап та уңған була, тиҙәр. Хәлитовтар күпләп мал аҫрай, бал ҡорттары тота, ҡош-ҡорт та үрсетә. Земфира Фәрит ҡыҙы ҡул эшенә лә, аш-һыуға ла бик оҫта. “Йәйен гөлдәр үҫтерәм, баҡса ҡарайым, ә ҡышын ҡул эшенә тотонам. Бигерәк тә йөн эрләргә яратам. Элек балаларға бәйләһәм, хәҙер ейәндәремде ҡыуандырам”, — ти ул. Әйткәндәй, Земфира һәм Зөлфәт Хәлитовтар өс балаға ғүмер биргән. Хәҙер бер ейән һәм ике ейәнсәрен һөйөп ҡыуана. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Башҡортостанда был проект июлдә старт ала һәм ноябргәсә дауам итәсәк. Проект майҙаны 68 компетенцияла 15 бүлеккә бүленеп уҙғарыла. Уҡыусыларға һайлаған һөнәрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡарау тәжрибәле белгестәр етәкселегендә уҙғарыласаҡ. Мәктәпте тамамлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алған йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеү өсөн Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә “Киләсәккә билет” тип исемләнгән проект тормошҡа ашырыла башланы. Был проект Башҡортостан мәктәптәренең 6-11-се класс уҡыусыларына иҫәпләнгән. Үҫмерҙәргә ниндәйҙер һөнәр буйынса үҙҙәре эшләп ҡарау мөмкинлеге булдырылды. - Башҡортостанда был проектың операторы булып Профессиональ әҙерлекте арттырып үтәү үҙәге билдәләнде. “Киләсәккә билет” уҡыусыларға мәктәп йылдарынан уҡ үҙҙәрен төрлө һөнәрҙәрҙә һынап ҡарау өсөн бик уңайлы буласаҡ, - тине Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте. Проект өс этаптан тора. Беренсе этапта уҡыусыларҙың һөнәр һайлауға әҙерлеге билдәләнәсәк. Икенсе этапта урында һәм онлайн-форматта практик саралар ойоштороу ҡаралды. Ике этап һөҙөмтәһе буйынса һәр уҡыусы менән әңгәмә уҙғарыла һәм мәғариф траекторияһын төҙөү буйынса кәңәштәр биреләсәк. Башҡортостанда был проект июлдә старт ала һәм ноябргәсә дауам итәсәк. Проект майҙаны 68 компетенцияла 15 бүлеккә бүленеп уҙғарыла. Уҡыусыларға һайлаған һөнәрҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡарау тәжрибәле белгестәр етәкселегендә уҙғарыласаҡ.
Коронавирус ғүмерҙәрҙе өҙә-өҙә сигенә: һуңғы тәүлектә унан тағы дүрт яҡташыбыҙ вафат булған. Афәтле сирҙән донъя ҡуйыусылар 269 булып китте. 26 февралгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 28 305 осрағы теркәлгән. Үткән тәүлектә инфекция 140 ауырыуҙа асыҡланған. Әле стационарҙарҙа 236 сырхау был шәфҡәтһеҙ сиргә ҡаршы көрәшә, ауыр хәлдәге 16-һы – реанимацияла, етәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор дауаланыусылар – 5 285. Тәүлек эсендә COVID-19 вирусын еңеүгә өлгәшкән 183 кеше стационарҙан ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 22 515. Дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 178 ауырыуға ҡуйылған. Унан сәләмәтләнеүселәр – 190. Автор:Альмира Кирәева Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Коронавирустың яңы штамы – “Цербер” йөрөй арабыҙҙа. Шулай уҡ “Омикрон BQ.1” тип аталған варианты ла теркәлгән. Улар башҡаларына ҡарағанда шәберәк тарала. Яңы вирус тиҙ тарала Әле COVID – 19 Рәсәйҙең 20 төбәгендә көсәйгән икән. Шул иҫәптән, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә лә. Һуңғы ике көндә беҙҙә лә йоҡтороусылар һаны артҡан. Табиптар дауахананан тыш пневмония таралыуын да белдерә. Иң мөһиме – һаулыҡты һаҡлау, сынығыу, иммунитетты нығытыу, вакцина йә ревакцина яһатыу, ә сирләп киткәндә, мотлаҡ табиптарға күренеү.
Стәрлетамаҡ холоҡ төҙәтеү учреждениеһында ләләләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Хөкөм ителгән ҡатын-ҡыҙҙар тәрбиәләгән ике меңдән ашыу сағыу сәскә иректәге аҫыл затты һөйөндөрҙө. Тотҡондағы ҡатын-ҡыҙ ҙа матурлыҡты ярата һәм һоҡлана белә. Сәскә үҫтереүҙән тыш, колония йәшелсә һәм үҫентеләр үҫтереүҙә махсуслаша. Ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ инде, теплицалағы гүзәллек уларҙың кәйефен күтәрә, һәр бер сәскәне хәстәрләп тәрбиәләргә тырышалар. Анастасияның яратҡан шөғөлө ул - баҡса үҫтереү. Яҙғы сәскәләрҙе ваҡытында өлгөртөү өсөн ҡыҙ быйыл айырыуса ҙур тырышлыҡ һалған. Уғрылыҡ арҡаһында колонияға килеп эләккән Анастасия был ҡылығы өсөн үкенеп бөтә алмай. ”Аҡса булмауы, эшһеҙлек һөҙөмтәһендә законды боҙҙом,” - ти ул. Дүрт айҙан иреккә сығасаҡ, уны өйҙә ата-әсәһе һәм ҡыҙы көтә. Колония уға хаталарын таныуҙан тыш, күңеленә ятҡан эш табырға ла ярҙам иткән. Бында йыл әйләнәһенә төрлө культуралар үҫтерелә. Колонияла тотҡондарҙы рәсми рәүештә эшкә урынлаштыралар, хеҙмәт хаҡы түләйҙәр. Ярҙамсы хужалыҡ республикалағы бөтә колонияларҙы йәшелсә менән тәьмин итергә булыша. Колония хеҙмәткәрҙәре үҫентеләр төрҙәрен арттырырға уйлай, тимәк, хөкөм ителгәндәр өсөн эш урындары ла артасаҡ тигән һүҙ. Фото: cityopen.ru Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
8 июль–Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө Әжекәй ауылынан Рәфизә һәм Фидаил Ғәтиәтуллиндар – сәстәрен сәскә бәйләгән көндән алып матур донъя көтөп, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, берҙәмлектә, татыулыҡта ғүмер кисереүсе, үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән етеш тормошҡа ирешкән, балаларын йәмғиәттең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләгән һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе. Улар 7 июлдә рубин туйҙарын билдәләй. Ирле-ҡатынлы Ғәтиәтуллиндар – районда билдәле уҡытыусылар. Улар-ҙың дөйөм педагогик стажы 77 йыл тәшкил итә. Бөтәһе лә ихтирам иткән был пар күп йылдар дауамында үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән киләсәк быуынды тәрбиәләүгә һәм белем биреүгә ҙур өлөш индергән. –Бөрө педагогия институтын тамамлағас, тыуған ауылым Әләгәҙҙә ҡалырға мөмкинселегем бар ине. Ләкин әсәйем: “Һине бында барыһы ла белә, балалар тыңламаҫ ул,” – тине. Шуға күрә Әжекәй ауылы мәктәбен һайланым. Ошонда үҙемдең буласаҡ тормош иптәшем – Магнитогорск пед- институтының художество графикаһы факультеты студенты менән таныштым,– тип хәтерләй Рәфизә Зөфәр ҡыҙы. Ул 2009 йылда Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы тип таныла һәм 100 мең һум аҡсалата дәртләндереү ала, РФ-ның һәм БР-ҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы булып тора. Фидаил Абдулла улы рәсем, һыҙым һәм технология уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул үҙенең уҡыусылары менән төрлө конкурстарҙа, шул иҫәптән биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса Япония һәм Германиялағы халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ул шулай уҡ БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ. Был татыу ғаилә биш бала тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтыра. Хәҙер улар һигеҙ ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша. Оло улдары Илшат үҙенең ғаиләһе менән Иглин районында йәшәй. Ул үҙ эшен асҡан – магазины бар. Рәшит – “Ҡарағай” шифаханаһында дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары, район Советы депутаты. Лариса – Төмән өлкәһендә табип. Туғандары бәләгә тарығас, Ғәтиәтуллиндар уларҙың балаларын опекаға ала. Бөгөн Родион авиация колледжын тамамлап, Яҡутияла эшләп йөрөй, Алина – Красноуфимск медицина колледжының III курс студенты. Ғәтиәтуллиндар етеш донъя көтә, һәр кемгә алсаҡ, асыҡ йөҙлөләр. Ижади ҡарашлы ғаилә башлығының үҙ оҫтаханаһы бар. Ул заказдар буйынса умарта, бал ҡорто өсөн рамдар, ишектәр, тәҙрәләр, ҡымыҙ өсөн мискәләр һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Шулай уҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнәләр, ҙур хужалыҡ тоталар. Ә йәйен уларҙың ҙур, яҡты өйҙәре балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, яҡындарының шат ауаздарына күмелә.
Япон ҡатын-ҡыҙҙарының һомғоллоғона, әсәй, хатта өләсәй булғанда ла тәбиғи матурлыҡтарының 18 йәшлек ҡыҙҙарҙыҡы кеүек булыуҙарына күптәр һоҡланып та, аптырап та ҡарай. Бындай оҙон ғүмерле йәшлектең сере нимәлә икән? Ҡояшлы илдә йәшәһәләр ҙә, япон һылыуҙары тиреләрен ҡояш нурҙарынан һаҡлайҙар, ҡыҙыныу улар өсөн бөтөнләй ят күренеш. Көнөнә ике-өс тапҡыр бит тиреләрен таҙартып торалар. Ғөмүмән, башҡа косметикаға аҡса бик сарыф итмәһәләр ҙә, бит йыуыу, таҙартыу өсөн ҡулланылғандарына йәлләмәйҙәр. Киске 11-гә тиклем йоҡларға тырышалар. Әлбиттә, япон ҡатын-ҡыҙҙарын йоҡосо тип тә әйтеп булмай, сөнки улар иртәнге 5 – 6 ла уянып иртәнге аштар әҙерләйҙәр. Дөрөҫ ятып йоҡлау ҙа матурлыҡты һаҡлаусы бер ысул. Япон гүзәл заттары бит, муйын, түш тиреләрен сирыш иртә ҡапламаһын өсөн арҡаға ғына ятып йоҡлауҙы хуп күрәләр. Ас ҡарынға һәм көн оҙонона һыу эсәләр. Япон ҡатын-ҡыҙҙарының күпселеге һалҡын ҡанлылар. Күрәһең, төйөлгән ҡаштар, асыуҙан турһайған ирендәр, сирылған танау, йәмрәйгән йөҙ ҙә тиҙ ҡартайталыр.
Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәйне. Һатыуға сығарылған малды һуйыу проблемалары хаҡында күп яҙҙыҡ. Яңыраҡ ҡына районда Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығы начальнигы Азат Салауат улы Йыһаншин граждандарҙы шәхси һорауҙары менән ҡабул иткәйне. Унда Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы халҡы ғына түгел, хатта Мәләүездән дә килеп еткәйнеләр. Уларҙың барыһының да һорауҙары бер тирәлә — мал һуйыу цехы тирәһендә өйрөлдө. Азат Йыһаншин проблемаларҙы тыңлағас, хәл итербеҙ тигән ине. Бер аҙнанан артығыраҡ ваҡыт үтте, хәлдәр яҡшы яҡҡа үҙгәрҙеме икәнен белешер өсөн юл ыңғайы Покровка ауылы янындағы мал һуйыу цехына һуғылып сыҡтыҡ. Беҙҙе унда цех хужаһы Геннадий Елисеев ҡаршы алды һәм үҙенең аһ-зарҙарын бәйән итте: - 15 млн. һум аҡса түгеп цех төҙөп ҡуйҙыҡ та, бына тора хәҙер. Берәү ҙә тиерлек бында малын алып килмәй. Ә Күмертау баҙарында һаман да ит һатыла, әммә ул беҙҙең цех аша үтмәй. Был проблема менән Азат Йыһаншинға ла барҙым, әммә яҡшы яҡҡа үҙгәреш һаман да һиҙелмәй. Өс ай эсендә беҙҙең мал һуйыу цехы аша ни бары 40 баш һыйыр малы үтте. Ә Күмертау баҙары аша айына нисә баш һыйыр малы үткәнен беләһегеҙме? Баҙарҙа ғына (магазин-фәләнде һанамағанда) айына 300 баш һыйыр малы һатыла. Унда ит күбеһенсә Ырымбур өлкәһенән килтерелә. Уларҙың барыһы ла ялған справкалар менән алынған. Келәймә ҡуйыр өсөн тикшерергә 200 грамм самаһы ит киҫәге кәрәк, ә Күмертауҙа уның урынына 2 кг тирәһе ит киҫеп алына. Көнөнә генә баҙарҙа 25 кг һыйыр ите, 25 кг сусҡа ите һатыла. Бына хәҙер һанап ҡарағыҙ әле, баҙарҙа келәймә ҡуйыусылар үҙҙәренә күпме ит алып ҡала?! Ә һин ауыҙыңды асып: «Нишләп улай күп алаһығыҙ?» - тип әйтеп ҡара. Шунда уҡ: «Һинең итең һатыуға яраҡһыҙ», - тип кире бороп сығарып ебәрәсәктәр. Күмертау баҙарында ниндәй шарттарҙа келәймә ҡуйғандарын видеоға төшөрөп тә алдыҡ (Редакциянан: видеоны «Вконтакте»лағы беҙҙең «Юшатыр гәзите» төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ). Унда эттәр ҙә, бесәйҙәр ҙә йүгереп йөрөй. Был видеоны Азат Йыһаншинға ла күрһәткәйнек. Беҙҙең шулай итеп видеоға төшөргәнде белгәс, Күмертауҙа беҙ алып килгән итте «сирле» тип, келәймә ҡуймаҫҡа тырыштылар, хатта. Шунда уҡ Йыһаншиндың тура үҙенә шылтыратҡас ҡына, беҙҙең иткә келәймә ҡуйҙылар. Миңә ай һайын электр уты өсөн генә 15-16 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Мал килтереүсе булмағас, аҡса юҡ. Бына әле үҙемдең үгеҙҙе алып килдек һуйырға. Шуның аҡсаһын электр утына түләргә уйлайым. Минең үҙемә лә көн күрергә кәрәк бит. Бер үҙем ике бала үҫтерәм. Миңә лә аҡса кәрәк. Ә эш бармай, аҡса килмәй. Былай булырын белгән булһам, анау тауға матур итеп саңғыла шыуыу урыны эшләтер инем дә, рәхәтләнеп аҡса һуғып ятыр инем. Мәләүездә бит мал һуйыу цехы менән эштәр көйләнгән. Нишләптер беҙҙә генә һаман тотҡарлана. Келәймә һуғыу кемдәргәлер табышлы урын шул... А. ХАЛИҠОВА фотолары Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
Һуңғы ҡыңғырау сыңы сыңлап, сығарылыш синыф уҡыусыларын яңы тормош үрҙәренә әйҙәй. Быйыл ул башҡасараҡ – интернет селтәре аша яңғыраһа ла, уның тауышы онотолмай, мәңге йөрәк түрендә һаҡланыр. Быйыл баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһын 41 ҡыҙ һәм егет тамамлай. – Ун беренселәр әүҙемлектәре, ҡыйыулыҡтары менән айырылып торҙо. Улар араһында һәләтле уҡыусылар ҙа бик күп. XI «А» синыфынан Әминә Шафиҡова, Әминә Хөсәйенова технологиянан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы, Гөлнәзирә Буранҡаева бишенсе синыфтан башлап башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Руслан Әминев, Илхан Әхмәтйәнов башҡорт әҙәбиәтенән фәнни-ғәмәли конференция еңеүселәре, Айгиз Хәсәнов «Урал батыр» эпосын яттан башҡарыусылар бәйгеһендә алдын­ғылыҡты бирмәне. Үҙемдең XI «Б» синыфым да ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, бер ваҡытта ла һынатманы, ышаныслы таяныстарым булды. Тәртип, өлгәш яғынан да өлгө күрһәттеләр. Мәктәп йылдарында һәр береһе алдына ҡуйған маҡсатына үҙ аллы ирешергә өйрәнде. Уҡыу­сыларымдың һынауҙарҙы йырып сығыуҙарына һис шикләнмәйем, уларҙың үҙ урынын табып, Тыуған илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып, лайыҡлы хеҙмәт итерҙәренә ышанам, – ти XI «Б» синыфының етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Фәр­үәз ҡыҙы Мортазина. Был синыфты 16 уҡыусы тамамлай. Бик һәләтле, тырыш, һәр яҡлап та әүҙем булған улар. Синыф етәкселәре һәр береһен маҡтап телгә алды. Беренсе синыфтан алып «бишле» билдәһенә генә өлгәшеп, өлгөлө өлгөргәнлек аттес­татына дәғүә итеүселәр ҙә бар. Ундайҙар дүртәү булып сыҡты. Урал Бикбулатов бар яҡтан да өлгөрлөгө менән хайран ҡалдыра. КВН-дарҙа сығыш яһай, спорт менән бик дуҫ. Каратэ-киокушинкай буйынса ҡара билбау алырға йыйынып йөрөй. Синыф старос­таһы – Руслан Рәхимов, уҡы­тыу­сыларҙың уң ҡулы ул. Гимназияның «Осҡон» балалар ойошмаһы ағзаһы ла. Заһир Илмөхәмәтов урыҫ телле мәктәптәр өсөн сыҡҡан интерактив башҡорт теле дәрестәрендә ҡыҙыҡлы әңгәмәләре менән үҙен телһөйәр, илһөйәр уҡыусы итеп танытһа, Айһылыу Йәғәфәрова, ағаһы, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамазановҡа оҡшап, бик итәғәтле лә, уҡыуҙа ла шәп икән. Ҡалған ун беренселәргә лә бер ҙә һүҙ тейҙерерлек түгел. Шәүрә Хәсәнованы күптәрегеҙ беләлер ҙә әле, гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе. Төрлө иншалар конкурстарында алдынғы урындар ҙа яулаған. Гөлдәр Ишморатова информатиканан һоҡландырһа, Золина Закирова шиғырҙар һөйләүгә оҫта, инглиз теленән олимпиада еңеүсеһе. Ғәлимә Ҡараҙбаева «Китап – белем шишмәһе» бәйгеһендә иң-иңе булып таныл­ған, Фәйзи Ғәскәров балалар бейеү ансамблендә бейей. Әмилә Ғөбәйҙуллина «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында призлы урын алып ҡыуанған. Алһыу Әбел­ғужинаны тарихты яҡшы белеүсе булараҡ беләләр. Арыҫлан Үтәшев, Рәзилә Йосопова, Камилла Нурғәлина, Рөстәм Бикмөхәмәтов, Әнүәр Ибәтуллин, Азат Хәмзиндәр – синыфта һәм гимназия кимәлендә үткән һәр сараларҙың әүҙем ойоштороусылары. Уҡыу йылдарында XI «Б» синыфы белем алып ҡына ҡалмаған, атай-әсәйҙәре, уҡытыу­сылары менән бергәләп күңелле сәйәхәт тә иткән. Красноусолдағы шифаханала ял итеү, Нарыҫтау, Ирәмәл тауҙарында булыу, Өфө музейҙары буйлап экскурсиялар, Ҡазан һәм Төркиәлә олимпиадаларҙа ҡатнашыу – барыһы ла онотолмаҫ хәтирәләр булып һаҡлана. Ә киләсәккә ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәйҙәр икән? Бер нисәүһе матур хы­ялдары менән дә бүлеште. Камилла НУРҒӘЛИНА: – Бәләкәй саҡтан төрлө илдәргә сәйәхәт итергә хыялланам. Ундағы тәбиғәт, кешеләрҙең йәшәү рәүеше, сит төбәктәрҙең тарихы, мәҙәниәте ҡыҙыҡһындыра. Инглиз теле – донъяла иң таралған телдәр­ҙең береһе, уны тәрәнерәк өйрәнә башланым. Минең күңелем матурлыҡ донъяһына ла тартыла. Шуның өсөн хәҙерге заман дизайны, мода йүнәлеше буйынса уҡырға илһамланып йөрөйөм. Золина ЗАКИРОВА: – Кәйефтәр һәйбәт. Университет осорон көтәм. Тәржемә буйынса уҡырға инергә уйлайым. Шәүрә ХӘСӘНОВА: – Киләсәктә журналист булырға теләйем. Бәләкәй саҡтан ошо хыялымды тормошҡа ашырырға тырышам. Төрлө сараларҙа ҡатнашам. «Портрет», «Тау-тау хәбәр», «Бәхетнамә» тапшырыу­ҙарында төшкәнем бар, «Йәншишмә» гәзитендә лә әүҙем яҙыштым. Барлыҡ матур уй-хыялдарығыҙ бойомға ашып, күп данлыҡлы шәхестәр тәрбиәләгән гимназияның данын тағы ла юғарыраҡ күтәрергә яҙһын һеҙгә, ҡыҙҙар, егеттәр! Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Өфөлә, «Торатау» конгрес-холында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы — башҡорт халҡының бар донъянан йыйылған вәкилдәренең йыйыны үҙ эшен башланы. Тарихи милли форум 1995 йылдан алып ойошторола. Маҡсаты — башҡорт халҡын берләштереү, этномәҙәни үҫтереү, милли берҙәйлекте һаҡлау, башҡорттарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен үҫтереү. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге үткәрә. V ҡоролтайҙа халыҡ араһынан һайланған 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша, уларҙың яртыһы тиерлек — республикала, 157-һе Рәсәй төбәктәрендә йәшәй. Башҡорт халҡының 50 вәкиле тарихи ватанына 21 илдән — АҠШ-тан, Швейцариянан, Голландиянан, Монаконан, Израилдән, Латвиянан һәм башҡа илдәрҙән килгән. Йыйындың көн тәртибендәге төп мәсьәлә — 2050 йылға халыҡтың киләсәген күҙаллауҙы формалаштырған Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы концепцияһын раҫлау. Стратегияның сайтында документҡа тәҡдимдәр индерергә була. Ҡоролтай эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ҡунаҡ сифатында Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте етәксеһенең милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов, Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары Лилиә Ғүмәрова һәм Ирек Ялалов саҡырылды. http://www.bashinform.ru/news/1324455-v-ufe-nachal-svoyu-rabotu-v-vsemirnyy-kurultay-bashkir-/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
15 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1874 коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында. 1874 кешенең 524-е һауығып сыҡҡан, 16-һы вафат булған. Һуңғы тәүлектә республикала үлеү осраҡтары теркәлмәгән. Тәүлек эсендә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 10 598 яңы осрағы раҫланған, 113 үлем осрағы теркәлгән. Бер тәүлектә илдә 4 696 кеше һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә хәҙер 262 843 коронавирус йоҡтороусы иҫәпләнә, уларҙың 58 226-һы һауыҡҡан, 2 418-е үлгән. Бөгөнгә илдә COVID-19 булыу-булмауға 6,4 миллион лаборатория тикшереүе үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 225,8 мең тест эшләнгән. Рәсәйҙә 257 мең самаһы кеше коронавирусҡа шик менән табиптар күҙәтеүе аҫтына алынған. http://www.bashinform.ru/news/1450489-chislo-bolnykh-koronavirusom-v-bashkirii-dostiglo-1844-chelovek/ Галина Бахшиева Теги: коронавирус Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Балкантау" Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01350 от 09 июля 2015 г.
16-17 апрелдә Красноусол ҡасабаһында милли киң матбуғат сараларының «Медиайыйын» форумы үтәсәк. Был турала “Башинформ” хәбәр итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, программала бер нисә секция эше ҡаралған. Уларҙа республика, район баҫма һәм электрон милли матбуғаты мөхәррирҙәре, журналистары ҡатнашасаҡ. Форумдың маҡсаты — республика халыҡтарының үҙенсәлеген һаҡлау, йәмғиәттә татыулыҡты нығытыу буйынса мөһим сара булараҡ Башҡортостан халыҡтары телдәрендәге баҫма һәм электрон киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеү; яңы эш формаларын, дөйөм мәсьәләләрҙе асыҡлау; милли матбуғат вәкилдәренә артабанғы һөнәри үҫешкә стимул биреү. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, беҙ туған телдәрҙе һаҡлауҙа милли киң матбуғат саралары мөһим урын алып тора тип иҫәпләйбеҙ, шуға күрә милли матбуғат форумын үткәреү башланғысы менән сыҡтыҡ, тине. «Һәм, әлбиттә, бөгөнгө баҙар шарттарында улар үҙҙәрен нисек тоя, дәүләттән ниндәй ярҙам саралары кәрәк, ошо шарттарҙа улар нисек интернет мөхитенә сыға, социаль селтәрҙәр аша аудиторияһын нисек арттыра, ниндәй яңы перспективалар күрә – шуларҙы аңлау мөһим», — тип аңлатты ул. Фото: "Башинформ". Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Рух" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт йылмайыу" тигән проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән. Республика мәктәптәрендә "Сәләмәт йылмайыу" тигән проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Ул белем усаҡтарында теш табибы кабинеттарын булдырыуға йүнәлтелгән. Төбәктең мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, республиканың 61 мәктәбе өр-яңы заманса стоматология ҡорамалдары менән йыһазландырылған кабинеттарға эйә буласаҡ. Әлеге мәлдә Башҡортостан мәктәптәренең 15 процентында бындай кабинеттар эшләп килә. Проект уларҙың һанын мөмкин тиклем арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бер ыңғай стоматология кабинеттарын белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә хәл ителә. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә хаҡтарҙың күтәрелеүе яғыулыҡ-майлау материалдарына, автосервис һәм техник үҙәктәр хеҙмәттәренә, лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуы менән бәйле. Йәмәғәт транспортына – яңы тарифтар “Башавтотранс” предприятиеһы һәм ҡайһы бер шәхси пассажирҙар ташыу ойошмалары транспортта йөрөүгә яңы тарифтар билдәләне. 15 апрелдән “Башавтотранс” автобустарында йөрөү ҡулаҡса һәм банк картаһы менән иҫәпләшкәндә 33 һум торасаҡ. “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә – 28 һум, экспресс режимы – 40 һум. Шәхси транспорт хужалары ла юл йөрөүгә хаҡтарҙы арттырыуҙарын белдерҙе. “Альянс СКД”, “ПАН АВТО”, шәхси эшҡыуар Батыров Ф.Ф. , шәхси эшҡыуар Миназов К.З. һәм “Арбат +” шулар иҫәбендә. 20 апрелдән 214-се, 218-се, 257к маршруттарында, 22 апрелдән – 244-се, 25 апрелдән – 211-се, 228-се, 249-сы, 266-сы, 25 апрелдән 248-се маршруттарҙа юл хаҡы арта. 25 апрелдән 210-сы, 221-се, 225-се, 252-се, 291-се (был маршрутта баҡсаларға тиклем барғанда юл йөрөү хаҡы – 50 һум) маршруттарҙа ниндәй ысул менән түләүеңә ҡарамаҫтан, юл хаҡы 35 һум тәшкил итәсәк. 205-се маршрутта юл хаҡы, ниндәй ысул менән түләүеңә ҡарамаҫтан, 30 һум тәшкил итәсәк. Йәмәғәт транспортында юл йөрөүгә хаҡтарҙың күтәрелеүе запчасткә, яғыулыҡ-майлау материалдарына, автосервис һәм техник үҙәктәр хеҙмәттәренә, лизинг түләүҙәренә хаҡтарҙың артыуы менән бәйле. Фото: Башинформ. Автор:Дина Арсланова Читайте нас в © 1917 - 2020 «Башҡортостан» гәзите. Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башҡортостан» гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (РОСКОМНАДЗОР). Регистрационный номер: серия ПИ ФС77-33205 от 11 сентября 2008 г.
Өфөлә В.И.Ленин исемендәге майҙанда 21 ноябрҙә төндә баш ҡаланың төп шыршыһын ҡуйҙылар. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын Благовещен районынан килтергән. Ғәҙәттәгесә, Яңы йыл шыршыһын ҡалаға ингән ерҙә 14 Ҡыш бабайҙан һәм Ҡарһылыуҙан – Өфөнөң ете районы вәкилдәренән торған делегация ҡаршы алды. Улар шыршының матурлығы, бейеклеге буйынса баһаланы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһына инергә «рөхсәт» бирҙе. Юл-патруль хеҙмәте автомобилдәре оҙатыуында ул ҡала урамдары буйлап Өфө хакимиәте алдына килтерелде, бында уның хөрмәтенә йырлы-моңло, әйлән-бәйләнле тамаша ойошторолдо. Шыршыны ай ярым элек үк һайлағандар. Уның бейеклеге – 30 метр самаһы, ә йәше – 90 йылдан ашыуыраҡ. Тиҙҙән уны биҙәү, майҙанда иһә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү эштәре башланасаҡ. Өфөнөң башҡа ял итеү урындарында ла Яңы йыл шыршылары ҡуйыласаҡ. Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге һаналған театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Театр сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән исемле йыл профессиональ кимәлдәге генә түгел, үҙешмәкәр кимәлдәге йәки халыҡ театрҙары өсөн дә өр-яңы мөмкинселектәр, ижади офоҡтар асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Иң мөһиме, боҙ урынынан ҡуҙғалды, был йүнәлештә маҡсатлы эш башланды. Баш ҡалабыҙ театрҙарында ғына премьералар осоро тип уйламағыҙ һеҙ, беҙҙең район ауылдарында ла төрлө жанрҙарҙағы бынамын тигән әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Һабыр ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уңышлы ғына эшләп килгән ижади түңәрәктә шөғөлләнеүселәр, мәҫәлән, үҙ тамашасыларын хатта мюзикл ҡуйып ҡыуандырған. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге һаналған театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Театр сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән исемле йыл профессиональ кимәлдәге генә түгел, үҙешмәкәр кимәлдәге йәки халыҡ театрҙары өсөн дә өр-яңы мөмкинселектәр, ижади офоҡтар асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Иң мөһиме, боҙ урынынан ҡуҙғалды, был йүнәлештә маҡсатлы эш башланды. Баш ҡалабыҙ театрҙарында ғына премьералар осоро тип уйламағыҙ һеҙ, беҙҙең район ауылдарында ла төрлө жанрҙарҙағы бынамын тигән әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Һабыр ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уңышлы ғына эшләп килгән ижади түңәрәктә шөғөлләнеүселәр, мәҫәлән, үҙ тамашасыларын хатта мюзикл ҡуйып ҡыуандырған. Музыка, театр сәнғәтенең бер төрө булараҡ, мюзиклда актерҙар уйыны ла, йыр-бейеүҙәр ҙә бергә ҡушылған. Һабыр үҙешмәкәрҙәре был юлы сюжет нигеҙе итеп барыбыҙға ла бик яҡшы таныш, бала саҡтан яратып тыңлаған “Йомро-йомро йомғағым” башҡорт халыҡ әкиәтен һайлаған. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ, халыҡҡа ул яңыртылып, йәғни заманлаштырылып тәҡдим ителә. Быныһы инде – Һабыр һәүәҫкәрҙәренең күп яҡлы ижади эҙләнеүенең һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, үгәй әсәйҙең ҡыҙына хас эске насар сифаттар мюзиклда уның тышҡы ҡиәфәтендә лә сағыла, спектаклде ҡуйыусылар уны гот итеп күрәләр. Ә бына урмандағы әбейҙең бүләге лә үҙенсәлекле – алтын-көмөш тулы һандыҡ урынына ул ҡыҙҙарға егет “бүләк” итә. Бына ошондайыраҡ бик ҡыҙыҡлы ижади табыштар менән байыта үҙ әҫәрен ҡуйыусылар. Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр заманда ла үҙ ҡиммәттәрен юғалтмаған изгелек һәм миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлелек һәм итәғәтлелек кеүек мәңгелек темалар бик матур итеп асып һалынды. Ғөмүмән, тамашасылар билдәләүенсә, илар ерендә – илап, көлөр ерендә – көлөп, әкиәт геройҙарының кисерештәрен үҙҙәре аша үткәреп, ысын мәғәнәһендә ижади ләззәт ала улар. Ошонан да юғарыраҡ баһа буламы икән артист кешегә?! Ролдәрҙе башҡарыусылар тураһында һүҙ сыҡҡас, уларҙы исемләп атама-һаҡ, дөрөҫ булмаҫ. “Йомро-йомро йомғағым” мюзиклында төп ролдәрҙе Гөлнара Сөләймәнова (үгәй ҡыҙ Гөлбикә), Әлиә Бағышаева (үгәй әсәй), Гөлфиә Таһирова (үгәй әсәйҙең ҡыҙы), Гөлдәр Таһирова (урмандағы әбей), йырсылар, бейеүселәр Зилә Теүәлбаева, Гөлдәр Ишемғолова, Рәзилә Таһирова, Гөлйемеш Туҡтамышева, юлбаҫарҙар – “Ләйсән” балалар баҡсаһы коллективы, һунарсы, көтөүсе Юлдаш Мырҙабаев, әкиәтсе әбей Гөлназ Мырҙабаева, егет булып уйнаусылар Азамат Туҡтамышев һәм Ғәлим Ишемғолов башҡарҙы. Бына ниндәй ҙур ижади коллектив тупланған бында, афарин! – Махсус белемле режиссерыбыҙ булмаһа ла, үҙебеҙ рәссам да, декоратор ҙа, музыкаль биҙәүсе лә ролен башҡарҙыҡ. Репертуарҙы ла бергәләп һайланыҡ, актерҙарыбыҙ менән фекер алышып, уларҙың йәшен, буй-һынын, холоҡ-фиғелен күҙ уңында тотоп, ролдәрҙе бүлештек, – тип һөйләй Һабыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең художество етәксеһе Гөлйемеш Туҡтамышева. Әйткәндәй, Һабыр һәүәҫкәрҙәренең бындай мюзиклдар ҡуйыуҙа ижади тәжрибәһе күптән бар инде. Ике йыл элек улар “Золушка” әкиәте буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәткәйнеләр. Ул ваҡытта хатта итәкле ҡупшы бал күлдәктәрен дә үҙҙәре тегеп кейгәйне Һабыр оҫтабикәләре! Быйылғы мюзиклдарын сәхнә оҫталары Һабырҙа һәм күрше Сәләх ауылында ҡуйған. Ижади уңыштарынан дәрт-илһам алған һабырҙар Йомағужа ауылына ла йыйына икән. Дөйөм алғанда, быйылғы Театр йылына пландары бихисап уларҙың. Бына әле урам-урам булып спектаклдәр ҡуйыу идеяһы менән янып йөрөгән саҡтары. Тимәк, күңел төпкөлөндәге хыялдарын тормошҡа ашырып, ябай тамашасыны артист итеп сәхнәгә алып сыҡҡан Һабыр ижади түңәрәгенең яңынан-яңы спектаклдәре тураһында ишетәсәкбеҙ әле! Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА. Читайте нас в Зарегистрировано Управлением Федеральной службой по надзору законодательства в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ №ТУ02-01424 от 26 августа 2015 г.
Рәсәйҙә пенсия йәшен ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 63, ир-егеттәр өсөн 65 йәшкә тиклем күтәреү тәҡдим ителә. Чиновниктар был пенсия реформаһынан һуң ил халҡы яҡшыраҡ йәшәй башлаясаҡ, тип вәғәҙәләй. Йәғни пенсия йәше артыу менән әлеге хаҡлы ялдағыларға түләүҙәрҙе күтәреү ҡарала. Хөкүмәт ниңә пенсия йәшен күтәреү аҙымына бара һуң? Бының төп сәбәбе - илдәге хеҙмәт ресурстарына бәйле хәлдең көсөргәнешле булыуы, йәғни эшләп йөрөүсе кешеләр әҙәйә, пенсионерҙар күбәйә. Премьер-министр Дмитрий Медведев әйтеүенсә, был пенсия системаһының ҡаҡшауына алып килеүе, хатта дәүләт үҙенең социаль йөкләмәләрен үтәй алмаҫлыҡ хәлгә еткереүе мөмкин. Тик пенсия йәшен күтәреп кенә хаҡлы ялдағыларҙың яҡшы йәшәү кимәлен тәьмин итеп була, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ул. 1970 йылда беҙҙең илдә бер пенсионерға 3,7 эшкә һәләтле граждан тура килһә, 2019 йылға был күрһәткес 2 кешегә, 2044 йылға тиклем 1,5 кешегә тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Ошо демографик һәм иҡтисади шарттарҙа хаҡлы ялдағыларға лайыҡлы пенсияны түләү мөмкин булмаясаҡ, тип белдерә белгестәр. Пенсия йәшен күтәреү менән хаҡлы ялдағыларға түләүҙе йыл һайын 1 мең һумға арттырыу планлаштырыла. Быға тиклем ғәмәлдә булған пенсия системаһының ҡайһы бер ҡағиҙәләре 30-сы, ҡайһы бер ҡағиҙәләре 50-60-сы йылдарҙа ҡабул ителгән. Ул ваҡыттан алып ғүмер оҙайлылығы 30 йылға тиклем артҡан. Бынан тыш, көнкүреш һәм хеҙмәт шарттары ла яҡшырған. Бөгөн ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә тиң. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдарына ярашлы, 2030 йылға был күрһәткес 80 йәшкә тиклем етергә тейеш. Әлеге ваҡытта беҙҙең илдә ҡатын-ҡыҙҙар - 55, ир-аттар 60 йәштә пенсияға сыға. 2019 йылдан башланасаҡ яңы реформаның күсеү осоро ярайһы оҙон. Ул 2028 йылда ир-аттарға 65 йәштә һәм 2034 йылда ҡатын-ҡыҙҙарға 63 йәштә хаҡлы ялға сығыу менән тамамланасаҡ. Йәш йыл һайын яртышар йылға арттырыласаҡ. Беренсе арттырыуы 1959 йылғы ирҙәргә һәм 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Улар 2020 йылда пенсияға сыға аласаҡ, уларға 61 һәм 56 йәш буласаҡ. Артабан - 2022 йылда 1960 йылғы ирҙәр, 1965 йылғы ҡатындар пенсияға сыға (уларға 62 һәм 57 йәш тулғанда). Һәм артабан ошо схема буйынса 2028 һәм 2034 йылдарға тиклем. Алдан сығыуға хоҡуғы булған ҡайһы бер категория граждандарының да пенсия йәше арттырыласаҡ. Мәҫәлән, Алыҫ Себерҙә эшләп йөрөүселәргә - 55 (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 60 (ир-егеттәр) йәштән хаҡлы ялға сығыу хоҡуғы бирелә. Хаҡлы ялға сыҡҡандарға реформа ҡағылмай. Шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләрҙең, зарарлы һәм хәүефле производствола эшләгәндәрҙең, беренсе төркөм күҙ ауы-рыуҙары һәм хәрби травма алған инвалид-тар, бала саҡтан инвалидтар, чернобылсе-ләр һәм башҡа категория граждандарҙың ваҡытынан алда сығыу буйынса пенсия-ларына льготалар һаҡланасаҡ. 40 һәм 45 йыл эшләгәндәр (ҡатындар һәм ирҙәр) ялға ике йылға алдараҡ китәсәк. Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова: - Пенсия йәшен әкренләп күтәреү - иҡтисади аҡланған сара. Элекке йәш - 55 һәм 60 - уҙған йөҙйыллыҡтың 20-се йылдары аҙағында ҡабул ителгән, ул саҡта ғүмер оҙонлоғо 43 йәш тәшкил иткән! Уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә еткәндә, пенсионер йәше артыуы дөрөҫ. Әле пенсионерҙарҙың күбеһе хаҡлы ялға сыҡҡас та эшен ташламай. Әүҙем оҙон ғүмер һәм уға йүнәлтелгән стратегия көнүҙәк темаға әүерелде. Яңы реформа ҡабул ителеү менән эш биреүселәр, предприятиеларҙа квалификациялы хеҙмәткәрҙәрҙе һаҡлап, “йәшерәк” хеҙмәткәрҙәр эҙләмәйәсәк. РФ Премьер-министры ҡушыуы буйынса, эшкә бер ҡаршылыҡһыҙ урынлаштырыуҙы РФ Роструды күҙәтәсәк. Беҙ башҡа илдәрҙә пенсияға бәйле үҙгәрештәр ҡасан һәм нисек булыуын да ҡарап сыҡтыҡ. Һуңғы йылдарҙа пенсия йәше күп кенә илдәрҙә күтәрелә башлаған. Төп сәбәптәрҙең береһе - беҙҙәге кеүек үк донъя көрсөгө һәм халыҡтың ҡартайыуы, йәғни оло быуын вәкилдәренең күбәйеүе. Пенсия йәше буйынса рекордсмен тип Австралияны әйтергә була. Унда хаҡлы ялға сығыу ваҡытын 66,5 йәштән 70 йәшкә тиклем күтәрәләр. Быны улар былтыр эшләй башлаған һәм реформаны 2036 йылға тамамларға уйлайҙар. Башҡа илдәр араһында 70-кә тиклем күтәргәндәр булмаһа ла, 67-68 йәшкә ҡәҙәр арттыра башлаусылар байтаҡ. Бөйөк Британияла ла бөгөн этаплап пенсия йәшен арттыралар. 2018-2020 йылдарҙа ул - 66 һәм 2044-2046 йылдарҙа 68 йәшкә етәсәк. СССР-ҙың элекке республикаларында хәл нисек һуң? Уларҙың барыһында ла тиерлек 1990 йылдан һуң пенсия йәше арттырылған йә иһә әлеге ваҡытта күтәрелә. Әрмәнстанда ул бөтәһе өсөн дә бер төрлө - 63 йәш. Тажикистан һәм Ҡырғыҙстанда хаҡлы ялға ир-аттар - 58-ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар 63-тә сыға. Белоруссияла 2017 йылдан алып пенсия йәше алты ай һайын күтәрелеп килә, ул 63 һәм 58 йәшкә етергә тейеш. Социаль һорашыуҙар күрһәтеүенсә, рәсәйҙәр араһында яңы реформаны һағайып та, хуплап та ҡабул итеүселәр бар. Яңы үҙгәрештәр нәмә килтерер - уныһын ваҡыт күрһәтер.
27 февралдә Күмертауҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Татарстандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаеваның концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан тиҙ арала Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһы һөйөүен яулап алырға өлгөргән, Учалы районы һылыуы, моңло тауышлы йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. 27 февралдә Күмертауҙың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Татарстандың атҡаҙанған артисы, Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айгөл Һағынбаеваның концерты буласаҡ. Ошо уңайҙан тиҙ арала Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһы һөйөүен яулап алырға өлгөргән, Учалы районы һылыуы, моңло тауышлы йырсы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. - Айгөл Рәүил ҡыҙы, һуңғы йылдарҙа айырым концерттар менән сығыш яһағанығыҙ күренмәй. Тамашасыларығыҙ һеҙҙе юғалтҡандыр инде. Күмертау, Көйөргәҙе халҡын ниндәй тамаша менән әсир итмәксеһегеҙ? - Эйе, һуңғы йылдарҙа гастролдәргә сығып йөрөмәнем, 6 йыл буйына балалар тәрбиәләп өйҙә ултырырға тура килде миңә. Яратҡан тамашасыларыбыҙға театрлаштырылған өр-яңы тамаша тәҡдим итмәксебеҙ. Әйткәндәй, был турҙағы концертыбыҙҙың иң тәүгеһе һеҙҙең ҡалала үтәсәк. Концертта халыҡ йырҙары ла, ҡурай моңдары ла, дәртле йыр-бейеүҙәр ҙә буласаҡ. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы, оҫта баянсы Хәлит Фәтихов, йырсы Дияна Ишниязова, «Ҡаруан» төркөмө ҡатнашасаҡ. Күмертауҙа бик күптән булғаным юҡ, шулай ҙа бындағы тамашасыларҙың артистарҙы ихлас ҡабул итеүҙәре хәтеремә һеңеп ҡалған. Минең бер еҙнәйем ошо ҡаланан. Шуға күрә Күмертау, Көйөргәҙе халҡының ҡунаҡсыл, алсаҡ булыуҙарын яҡшы беләм мин. - Билдәле артистарҙың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Беҙҙең гәзит уҡыусыларҙы ла, тамашасыларығыҙҙы ла һеҙҙең ғаилә тормошо ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр, тип уйлайым. - Ғаиләбеҙҙә 2 ҡыҙ үҫә. Әмилә ҡыҙыбыҙға — 11, кескәй Ғәйшәгә 5 йәш. Тормош иптәшем бөтөнләй икенсе һөнәр эйәһе булһа ла, йырҙар ижад итеү менән етди мауыға. Репертуарымдағы бик күп йырҙар уныҡы. Минең ижадыма ҡарата ла ныҡ талапсан. Һәр йырымды еренә еткереп башҡарыуымды талап итеүсе лә ул. «Был йыр эсендә ныҡлап йәшәмәйһең», - тип ҡайһы бер йырҙарҙы ҡабат-ҡабат яҙҙырта. Күберәк баян, ҡурай көйҙәренә ҡушылып йырлағанымды ярата, халыҡ йырҙарын өҫтөн ҡуя. Үҙем дә халыҡ йырҙарын яратып башҡарам. Оло ҡыҙым ҡайһы саҡ: «Әсәй, һин бит йәштәр өсөн дискотека йырҙарын бер ҙә йырламайһың», - тип әйтеп ҡуя. - Ә ҡыҙҙарығыҙ үҙҙәре йырлайҙармы? - Ике ҡыҙымдың да йыр-моңға һәләте, тауыштары бар, әммә сәхнәгә сығып сығыш яһағандары юҡ әлегә. Кесе ҡыҙым бейергә ярата. Бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫкә төштө. Ниндәйҙер концертта сығыш яһарға бәләкәй ҡыҙым менән бергә барырға тура килде. Унда матур башҡорт костюмдарында балалар сығыш яһарға әҙерләнә ине. Минең ҡыҙым: «Әсәй, уларҙың, моғайын, артыҡ костюмдары барҙыр. Әйҙә һорап алайыҡ та, мин дә улар менән бергә сығып бейейем», - тип аптыратҡайны. Сәхнәгә сығып бейергә дәрте бар шул баламдың. - Ҡыҙҙарығыҙҙың һеҙҙең юлды һайлауын теләр инегеҙме? - Һәр кем үҙ юлын үҙе һайларға тейеш, тип уйлайым. Теләйһеңме-теләмәйһеңме риза булаһың инде. Бына үҙемдән генә алайыҡ. Тәүҙә ата-әсәйем минең артист булыу хыялыма ҡаршы килмәнеләр, киреһенсә, минең теләгемде күтәреп алдылар, музыка мәктәбенә уҡырға бирҙеләр. Инде үҫеп етеп, ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тыуғас, атайым кинәт кенә минең сәнғәт юлынан китеүемә ҡаршы булды ла ҡуйҙы. Әммә мин үҙ һүҙемдән ҡайтманым, бер кемде лә тыңламаным, хыялыма табан барҙым. Шуға күрә юлымда осраған кәртәләргә, ауырлыҡтарға ҡарамай, маҡсатыма ирешергә ынтылдым, сөнки мин үҙемде аҡларға тейеш инем. Икенсе һөнәр һайлаһам, үкенер инем, әммә минең юлымда осраған ҡыйынлыҡтар булмаҫ ине, бәлки, тип тә уйлап ҡуям ҡайһы саҡ. Кесе ҡыҙым әле табип булырға хыяллана. Олоһо буласаҡ һөнәре хаҡында уйланып ҡына йөрөй. - Үҙегеҙ нисә йәштән йырлай башланығыҙ? - Өләсәйем бер ваҡиғаны гел иҫләп көлә ине. Өс йәш тирәһе булғанда әсәйемдәр мине өләсәйемдә ҡалдырып ҡайҙалыр киткәндәр. Шунда телевизорҙан Фәриҙә апай Ҡудашеваның йырлағанын күреп ҡалғанмын да: «Өләсәй, телевизорҙың ишеге ҡайҙан асыла ул? Шунда инеп йырлағым килә», - тип илағанмын. Минең өсөн ҙур сәхнәгә сығыу Учалы ҡалаһынан башланды. 6-сы класта музыка мәктәбендә уҡығанда сәхнәгә сыға башланыҡ. Миәс, Златоуст, Екатеринбург ҡалаларына конкурстарға йөрөнөк. - Белеүемсә, һеҙ сәнғәт буйынса белемде Ҡазанда алғанһығыҙ? Ул тарафтарға нисек барып юлыҡтығыҙ? - Минең турала:«Ул Башҡортостанды һатып, Ҡазанға китте бит», - тип әйтеүселәр бар. Ни өсөн Ҡазанға китергә тура килде һуң миңә? Башҡортостанда: «Тауышың юҡ һинең», - тип мине сәнғәт институтына уҡырға алманылар, ә Ҡазанда шунда уҡ алдылар. Унда уҡый башлау менән Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов үҙенең концертында сығыш яһарға саҡырҙы. Шул концертта тәүгә башҡарған «Бер ҡайтырмын тыуған яғыма» тигән йырым менән Башҡортостанда ла, Татарстанда ла танылыу алдым. Тәүге аҡса эшләү сығанағым да шул йыр булды. Телгә килгәндә инде, башҡорт һәм татар теленең икеһендә лә йырлайым. Башҡорт теле — минең туған телем булһа, татар теле — миңә һөнәри белем биргән тел. Ҡазанға килгән саҡта татарса бер һүҙ белмәй инем. Имтихандарҙы тик башҡорт телендә бирҙем. «Был ҡыҙ татарса өйрәнә алмаҫ ул. Нисек уҡыр икән?» - тип шикләнеүселәр булды. Әммә мин бирешмәнем, уларҙың шул һүҙҙәренә сәмләнеп, 2 ай эсендә татар телен үҙләштерҙем. Ғөмүмән әйткәндә, миңә бер нәмә лә еңел генә бирелмәне. Ижад юлымда ла, ғаилә тормошомда ла төрлө ҡаршылыҡтар осрап ҡына торҙо. Аллаға шөкөр, Аллаһы Тәғәлә миңә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәр ваҡыт көс бирә. - Ҡазандан ҡайтҡанға үкенмәйһегеҙме? - Юҡ, үкенеү тойғоһо кисермәйем. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, тыуған яҡ үҙенә тарта. Ижад кешеләре бөгөн бында, иртәгә тегендә тигәндәй, төрлө ергә йөрөп тора. Ҡазанға һаман саҡырып торалар, Аллаға шөкөр. Унда ла концерт менән 8 йыл барғаным юҡ ине, Алла бирһә, тиҙҙән айырым концерт программаһы алып барасаҡмын. 6 йыл буйы концерт, гастролдәр менән йөрөмәгәс, әллә нисек ҡыҙыҡ булып тора әле ул. Тулҡынландырған кеүек. Икенсе ҡыҙыма ауырға ҡалып, гастролдәрҙе ҡапыл ғына туҡтатҡас та шулай ҡыйын булып торғайны. Аҙаҡ өйҙә ултырырға ла өйрәнеп кителде. - Һеҙҙең сәхнә костюмдарығыҙ ҡайһы бер артистарҙыҡы кеүек асыҡ-ярыҡ, ҡыҫҡа түгел. Стилегеҙ өҫтөндә кем эшләй? - Тәүге йылдарҙа мин дә асыҡ күлдәктәрҙә сығыш яһай торғайным. Йәш саҡ, кейемдәрең ябығыраҡ булһын, асыҡ ярамай, тип әйтеүсе кеше лә булманы. Шул саҡтарҙа сәхнәгә сыҡҡандан һуң ныҡ ауырый торғайным. Иҫемде юғалтып йығылған саҡтарым да булғыланы. Уларҙың барыһы ла күҙ тейеүҙән икән. Әле кейемдәрем мөмкин тиклем ябыҡ булһын, тип тырышам. Быға минең намаҙға баҫыуым да тәьҫир итте. Намаҙға баҫыуыма 6 йыл инде. Тегеүселәрем дә мине белеп бөткән, аңлап торалар. Күлдәктәрҙе магазиндан һатып алырға яратмайым. - Телевизорҙан матур кейенгән артистарҙың йырлауын күреп: «Үҫкәс, мин дә шундай артист буласаҡмын», - тип хыялланмаған бала юҡтыр, моғайын. Әртист булырға теләгән йәштәргә нимә әйтер инегеҙ? - Әгәр теләгегеҙ менән һәләтегеҙ тура килһә, һис шикһеҙ, маҡсатығыҙға табан барығыҙ, тиер инем. Мин үҙем бала саҡтан бер нәмәгә ҡарамай үҙ маҡсатыма табан ынтылдым. Үрҙә әйттем инде, ҡыйынлыҡтарҙы ла күп кисерергә тура килде. Йырсы булыуыма үкенмәйем. Шулай ҙа бер үкенгән әйберем бар: йырсыға уҡыған саҡта, парралель рәүештә берәй етди һөнәр алырға ла кәрәк булғандыр, тип уйлайым хәҙер. Артист кешегә һәр ваҡыт гастролдәргә сығып китергә тура килә. Ғаилә, балаларҙы ҡалдырып китеүе бигерәк ҡыйын. Өләсәйҙәр ҙә, бала ҡараусылар ҙа, нисек кенә яҡшы булмаһындар, балаға әсәйҙе алыштыра алмайҙар шул. Берәй ваҡыт килер, йырлай ҙа алмай китермен, шул ваҡытта нишләрмен икән, тип уйланып ҡуям. Уҡыу өсөн ҡасан да һуң түгел, тиҙәр ҙә ул, шулай ҙа һөнәрҙе йәшерәк саҡта алыу яҡшыраҡтыр, тигән уйҙамын. - Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айгөл Рәүил ҡыҙы! Халыҡ йырҙарын, ысын йыр-моңдо һөйөүсе тамашасыларығыҙ 27 февраль көнө зал тултырып килер, тип ышанабыҙ. Уңыштар һеҙгә! - Артист халҡының еңел булмаған хеҙмәтен аңлап торғанығыҙ, ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡанығыҙ өсөн үҙегеҙгә рәхмәт, «Юшатыр» гәзите. Мин һүҙем һуңында үҙемдең администраторым хаҡында ла әйтеп үткем килә. Ришат ағай Төхвәтуллин артистарҙың концерты булһын, тамашасы йыйылһын, тип күп эш башҡара, әммә ул гел сәхнә артында ҡала, еңел булмаған эше лә күренмәй. Беҙ уның менән күптән бергә эшләйбеҙ. Ришат ағайға ҙур рәхмәтлемен. Уның менән эшләүе рәхәт. Бигерәк тә тырыш, эшһөйәр кеше. Әгәр ул минең менән эшләргә риза булмаһа, был гастролдәргә лә сыҡмаҫ инем. Читайте нас в Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ ФС 02 - 01456 от 14.09.2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан»
26 сентябрҙә баш ҡаланың Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Әбйәлилем – биш ырыу төйәге» концерт программаһы менән беҙҙең район әртистәре сығыш яһай. Муниципаль берәмектәр араһында Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыуға арналған «Башҡортостан тарихы биттәре» республика халыҡ ижады фестиваль-марафоны дауам итә. 26 сентябрҙә баш ҡаланың Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Әбйәлилем – биш ырыу төйәге» концерт программаһы менән беҙҙең район әртистәре сығыш яһай. Сара сиктәрендә райондың мәҙәни һәм социаль-иҡтисади ҡаҙаныштар күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе. Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа башҡорт сатира оҫтаһы һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙар ингән. Автор был китапты дуҫы – күренекле рус яҙыусыһы һәм тәржемәсе Иван Тертычныйҙың (1953-2017) яҡты иҫтәлегенә арнай. Шиғырҙарҙы башҡорт теленән Иван Тертычный һәм Николай Переяслов тәржемә иткән. Китап ике бүлектән тора: беренсеһә – сатирик һәм публицистик, икенсеһенә – юмористик һәм лирик шиғырҙар ингән. Баҫманың тышында башҡорт карикатурисы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Хәлил Әхтәмовтың «Олимпта сатирик» дуҫтарса шаржы файҙаланған. Дизайнды Ҡырым рәссамы Кирилл Лемешко башҡарған, ул сериялар логотибын да әҙерләгән. Китаптың тиражы – 1500 дана. Марсель Сәлимов – Сергей Михалков, Владимир Гиляровский (Рәсәй), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй (Канада) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты, «Алеко» (Болгария) премияһы, «Интеллигент миҙгел» (Саки ҡалаһы, Ҡырым) фестивале лауреаты. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Йәнтөйәк" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы.
Журналды асыу менән Бишбүләк районының Һарайлы-мең ырыуына ҡараған Айыт ауылы мәктәбендә үткән әҙәби саранан мәҡәләне һәм “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына ҡушылыусы синыфтарҙы күрәбеҙ. “Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота. “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы”нда – Гөлназ Ҡолһарина. Уның менән хәбәрсебеҙ Нурия Әхтәмова әңгәмәләшә. Хәбәрсебеҙ Зөбәржәт Яҡупованың Башҡортостан Юғары суды судьяһы Марина Хомечко менән ҡорған әңгәмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән фекерҙәбеҙ. “Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан дәүләтебеҙҙең символдары – герб һәм гимн тураһында бәйән итә. “Аманат” йондоҙлоғо”нда был юлы – Тимур Рамаҙан. Уның менән Зарина Бағышаева таныштыра. Шулай уҡ Зарина апайығыҙҙың мәктәп сәхнәһе өсөн Яңы йыл сценарийы ла бирелгән. “...Икенсе төшө бер аҙна самаһы үткәс керҙе, шикелле. Донъя тик аҡ төҫтә генә, имеш...” Был юлдар Аэлита Илһамованың “Төш йәки фәрештәнән ябай ер ҡыҙы” мәҡәләһенән. Яҙыусы Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнованың “Любизар һүҙе нимә аңлата?” тигән әҫәре лә әҙәбиәт һөйөүселәр зауығына тап килер, тигән өмөттәбеҙ. Шулай уҡ “Хат-хәбәр”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Исемең матур! Кем ҡушҡан?”, “Аманат” энциклопедияһы”, “Мөғжизәле донъя” һ.б. рубрикалар урын алған. Дуҫтар! “Аманат”ҡа яҙылыу 25 декабргә тиклем дауам итә. 6 айға яҙылыу хаҡы – 338 һум 40 тин. Бергә булдыҡ, артабан да бергә булайыҡ! Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә COVID-19 вирусын йоҡтороусылар тағы ла 3 мең 448-гә артҡан. Кисә 3 мең 388-гә күбәйгәйне. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһында коронавирус менән сирләүселәр бөгөнгә бөтәһе 27 мең 938 кеше булып китте. 2 мең 304-е һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә ил буйынса – 34, барлығы 232 кешенең ғүмерен өҙгән был ҡороғорвирус. Башҡортостанда ла хәлдәр шәптән түгел: был тәүлектә генә 42 яңы осраҡ теркәлгән. Шулай итеп, республикала бөтәһе 191 кешегә коронавирус йоҡҡан. Үҙизоляция режимын һаҡлайыҡ. Магазиндарҙа, урамда йөрөгәндә аралыҡ 4 метр булырға тейеш, тиҙәр. Битлек, медицина бирсәткәләре кейәйек. Бынау пандемия ваҡытында бөҙрәханаға, маникюр эшләтергә йөрөмәй торһаҡ та булалыр. Иң мөһиме: ҡағиҙәләрҙе үтәйек, әммә хәүефләнмәҫкә тырышайыҡ. Һаҡланғанды Алла һаҡлар. Төшөнкөлөккә бирелеү иммунитетты ҡаҡшата бит ул. Читайте нас в 1930 йылдың 12 февраленән нәшер ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Баш мөхәррире — Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов. Башҡортостан Республикаһы буйынса элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киңкүләм коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында 2015 йылдың 18 авгусында теркәлде. Теркәү номеры — ПИ №ТУ02-01403. Республиканский информационный центр – филиал государственного унитарного предприятия Республики Башкортостан Издательский дом «Республика Башкортостан». Р./счёт 40602810200000000009 в Филиал ПАО «БАНК УРАЛСИБ» в г.Уфа, БИК 048073770, ИНН 0278066967, КПП 027843012, к/с 30101810600000000770.
Ҡарағаттарығыҙ бештеме? Беҙҙеке беште! Ҡарағаттан нимә генә эшләмәйбеҙ: компот ябабыҙ, туңдырабыҙ. Ҡурай еләге менән иҙеп туңдырһаң да ныҡ тәмле! Быйыл ҡарағат мул булды, уңышты исрафламай йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡалайыҡ. Үҙем яратып эшләгән ҡайнатманың рецебы менән бүлешәм. Был ҡайнатма желе һымаҡ килеп сыға, банка ситтәренә йәбешмәй. Ике стакан һыу, алты стакан шәкәр, дүрт стакан ҡарағат кәрәк. Ҡарағаттың күләме күберәк булһа, 500 грамлыҡ банка менән дә үлсәргә була. Өс стакан шәкәрҙе һыуға һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатабыҙ. Унан ҡарағатты һалабыҙ. Ете минут ҡайнатҡас, күбеген алырға кәрәк. Утты самалап уртаса ҡыҙыулыҡта тотоғоҙ. Ете минуттан ҡалған өс стакан шәкәрҙе һалырға ла тағы биш минут ҡайнатырға. Банкаларҙы стерилләгәс, эҫе ҡайнатманы һалабыҙ ҙа, тимер япҡыстар менән ябабыҙ. Банкаларҙы әйләндерергә кәрәкмәй, кискеһен эшләп, шунда уҡ баҙға сығарып ултыртҡанда, желеһы тағы ла ҡуйыраҡ була. Тәмле булһын! Автор: Лилия Нуретдинова https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/ara-atti-beshk-n-sa-i-364602/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Наилә Сәғәҙиева үткән йылдың авгусында Красноусол ауылында кейем тегеү ательеһы аса. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уға республика ҡаҙнаһы иҫәбенән 200 мең һум субсидия бирелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан Наилә Сәғәҙиева үткән йылдың авгусында Красноусол ауылында кейем тегеү ательеһы аса. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты сиктәрендә уға республика ҡаҙнаһы иҫәбенән 200 мең һум субсидия бирелә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан – Асылғандан һуң тәүге бер нисә ай дауамында ателье эшмәкәрлегенән килем ҙур булманы. Субсидия аҡсаһына яңы ҡоролмалар алдыҡ һәм сериялы әйберҙәр тегә башланыҡ. 2021 йылдың июнендә Wildberries сайты менән килешеү төҙөнөк, тәүге тауарҙарыбыҙҙы унда табырға мөмкин дә инде, – ти Наилә Әмир ҡыҙы. Ғафури районында йәшәгәндәргә шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам саралары хаҡында 8 (34740) 2-10-39, 2-14-06 телефондары буйынса белергә мөмкин, тип хәбәр итә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Автор:Гөлшат Ҡунафина Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса алдынғылыҡты яулай. Башҡортостан Ленинград өлкәһе менән бер рәттән ауыл ипотекаһы программаһында ҡатнашыу әүҙемлеге буйынса алдынғылыҡты яулай.Өс ай ғәмәлдә булған “Ауыл биләмәләрен комп­лекслы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса өс миллиард һумдан ашыу күләмдәге 1,5 меңгә яҡын ғариза хупланған. Ауыл хужалығы министр­лығынан хәбәр итеүҙәренсә, 500-ләп заемсы бер миллиард һумлыҡ ташламалы кредит алған.Ауыл ипотекаһы килешеүҙәре һаны буйынса Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы райондары алда бара. Заемсыларҙың 60 проценты – фатир, 40 проценты шәхси йорт һатып алған. Ауыл ипотекаһы бирелгәндәрҙең яртыһынан күберәге – йәш ғаиләләр.Илдә ташламалы ауыл ипотекаһынан 3,8 мең кеше файҙаланған, 61 төбәктә 7,7 миллиард һумлыҡ кредит бирелгән. Бындай алымға ихтыяжды иҫәпкә алып, финанслауҙы арттырыу мәсьәләһе хәл ителә. Күсемһеҙ милек эксперттары билдәләүенсә, ипотека буйынса ташламалы программалар баҙарҙың тотороҡлолоғон тәьмин итә.Фото: Минсельхоз РБ Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА Читайте нас в Общественно-политическая газеты муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан. Издается с 1991 года. Учредитель: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан и ГУП РБ Издательский дом "Республика Башкортостан". Свидетельство ПИ № ТУ02-01481. Издание зарегистрировано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан 06 ноября 2015 г.
“Коммерсант” баҫмаһы белдереүенсә, тиҙҙән гарантияланған пенсия планы сиктәрендә аҡсаны пенсия алыу өсөн балдарға йәки страховкалы стажға әйләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ә гарантияланған пенсия планы – ул әле Рәсәй Үҙәк банкы менән илдең Финанстар министрлығы әҙерләгән пенсия йыйылмалары. Әгәр граждандың хеҙмәт стажы йәки балдары етмәһә, уларҙы Рәсәй Пенсия фонды аша үҙаллы түләүҙәр аша юллау мөмкинлеген бирмәкселәр. Шулай итеп, Пенсия фонды планында хаҡлы ялға тип тупланған сумманы кәрәкле стаж йәки балдарҙы алыуға йүнәлтмәкселәр. Әйткәндәй, был хаҡта Рәсәй Үҙәк банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецовтың кәңәшсеһе Степан Кузнецов “Корпоратив пенсиялар – үҫештең яңы этабы” темаһында арналған “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә әйткән. Читайте нас в 2022 Сайт издания "Бэлэбэй хэбэрзэре" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия редакции.
Каникулдар үтер ҙә китер. Ял итергә лә, һыу инергә лә, дуҫтарға ҡунаҡҡа барырға ла, емеш-еләк йыйырға ла өлгөргәнһегеҙҙер, йәш дуҫтарыбыҙ. Ә китап? Китап уҡырға ваҡыт таптығыҙмы? Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте һеҙгә шатлыҡлы хәбәр еткерә. "Мәктәп китапханаһы" серияһында исеме киң билдәле, әҫәрҙәре бик күп телдәргә тәржемә ителгән, бер нисә быуын балалары яратып уҡып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" исемле повесы баҫылып сыҡты. Ул башҡорт һәм рус телендә бер китап булып нәшер ителгде. "Беҙҙең өйҙөң йәме" - ябай ауыл малайы Йәмилдең Оксананы ҡан туғанылай яҡын күреп, ҡабул итеүе, уларҙың тормошо аша Бөйөк Ватан һуғышы осоронда илебеҙҙәге халыҡтың йәшәйешен, килеп тыуған афәт алдында кешеләрҙең берҙәмлеген, кешелеклеген, дуҫлығын һ.б. күрһәтә. "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы һеҙгә оҡшаясаҡ, балалар! 25.07.2022 Возврат к списку ОБ ИЗДАТЕЛЬСТВЕ Сегодня ГУП "Башкирское издательство "Китап" им. Зайнаб Биишевой - крупнейшее в республике. Здесь выпускается художественная, общественно-политическая и научно-популярная литература, выходят в свет словари, справочники на башкирском, русском, татарском и других языках. Согласно рейтингу Ассоциации книгоиздателей России, среди шести тысяч российских издательств "Китап" входит в число первых пятидесяти, среди региональных занимает шестое место, а среди национальных - первое.
15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне. 15 февралдә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын уҙғарыу планы тураһында докладын ҡабул итмәне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикала Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы тип иғлан ителде, ул үлемде кәметеүгә, халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән. Республика етәксеһе белдереүенсә, вице-премьер үҙенең шул тиклем мөһим темаға докладында республикала үлемде кәметеү буйынса аныҡ саралар тәҡдим итмәгән. «Маҡсат күрһәтелергә тейеш – үлемде кәметеү. Һеҙҙең докладта был хаҡта бер һүҙ ҙә күрмәнем», — тип билдәләне ул. Хәбиров һүҙҙәренсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән ентеклерәк эшләргә һәм уларҙың һәр береһе буйынса күрһәткестәрҙе кәметеү буйынса план төҙөргә кәрәк. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Бөгөн Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОРТ) Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап «Башҡортостан Республикаһы көнө» бара. Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында – Башҡортостан көнө Бөгөн Рәсәй Йәмәғәт телевидениеһында (ОРТ) Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-нән башлап «Башҡортостан Республикаһы көнө» бара. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә: “ОРТ республикабыҙ - уның иҡтисады, тәбиғәт байлыҡтары, тарихы һәм мәҙәниәте тураһында һөйләйәсәк. Һәм, әлбиттә, иҫ киткес халҡыбыҙ тураһында. Эфирҙа роликтар һәм документаль фильмдар, интервьюлар һәм яңылыҡтар күрһәтелә. Бик мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ булмаҡсы", - тип яҙғайны. Тапшырыуҙар теҙмәһен Радий Фәрит улы менән әңгәмә башланы. Һөйләшеү республика тормошоноң һәр сағылышына ҡағылды. Артабан, ошо ваҡытҡа ҡарата, сәнәғәт, ауыл хужалығы тармаҡтары, башҡорт балы һәм башҡа темалар яҡтыртылды. Ошонда ҡарарға була: https://otr-online.ru/online/ Автор: Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Ырымбур-Силәбе яҡтарында урынлашҡан Уй йылғаһы буйында, сик һағында хеҙмәт иткән башҡорт һалдаттары сығарған “Уйыл” йыры ошо көндәрҙә татар телендә яңғыраны. Был төрлө уйҙарға этәрҙе. Берәүҙәр уны башҡорт халыҡ йырының популяр була барыуы тип аңлаһа, икенселәр халыҡ мираҫына ҡул һуҙыу тип борсолдо. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары Фаил Йортбәков, Әлфир Заманов, Ғаяз Ғәйетбаев, билдәле йырсы Рәмил Туйсин һәм башҡалар тәүгеләрҙән флешмоб башланы ла, уны эстафета тип иғлан итте. Йәғни, башҡорт халыҡ йыры “Уйыл”ды һәр башҡорт кешеһе йырлай тигәнде иҫбат итә ул. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин билдәләүенсә, ”Уйыл” әрме, башҡорт һалдаттарының тыуған яҡтарын һағынып йырлаған тарихи йыры. Унда шундай һүҙҙәр бар: –Ҡурайсылар, ай, ҡурай уйнамаҫ Башҡорт ҡурайҙары булмаһа Егет кенә, ай, йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрте булмаһа, Башҡорт ҡурайы тигән һүҙе үк үҙе әйтеп тора. Был йырҙың сығышы,тарихы ул ата- бабаларыбыҙҙың ауыр яҙмышына, тап беҙҙең еребеҙгә бәйләнгән, – тине артист. – Беҙҙә уны һәр башҡорт балаһы йырлай. Эстафетаны башлаған Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Айбулат Ҡотошовтың билдәләүенсә, “Уйыл” 20-25 йыл әрме һурпаһын эскән башҡорт казактарының аһ-зар йыры: – Минең эсемде бошорган бер әйбер, Башҡортостанда тыуып үҫеп, беҙҙә ҡанат нығытҡан йырсылар ҙа Татарстанға китеп уны татар йыры тип йырлай. Ғорурлыҡ тойғоһо, намыҫ булырға тейеш тә инде кешеләрҙә. Фатирға, машинаға һатылып, үҙ ереңдең алтын фондына ингән халыҡ йырҙарын икенсе милләттеке тип йырлап тороу ҙур гонаһтыр, тием. Ысынлап та, был эстафетаны беҙҙең ижад берекмәһе башланы, хәҙер йырсылар уны Нефтекама дәүләт филармонияһы йырсыһы, шулай уҡ Сибайҙа үҫкән ижадсы Раян Алтыншинға, Салауат башҡорт драма театры артисы Риза Мәһәҙиевҡа тапшырҙы. Улар ихлас күңелдән ҡабул итте һәм йырлап ишеттерҙе. Был нимә хаҡында һөйләй? Беҙҙә һәр кем, хатта бәләкәй бала ла “Уйыл” йырын башҡара белә. #башҡортхалыҡйырыуйыл #башкирскаянароднаяпесняуйыл #рамильтуйсин #флешмобУйыл Читайте нас в © 2020 Сайт журнала «Башҡортостан ҡыҙы». Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Баш ҡалабыҙҙың 5-се балалар поликлиникаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яңы ҡоролмалар алынды Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Японияла яһалған электроэнцефалограф NeuroFax EEG-1200К – юғары эксперт класлы һанлы система, ҡулланыуҙа ла бик ябай. Дауалаусы табип ЭЭГ-тест үткәреүҙе быума тотҡанда, мейелә шеш табылғанда, баш йәрәхәтләнгәндә, йыш ҡына баш әйләнгәндә, аңды юғалтҡанда, йоҡлай алмай яфаланғанда тәғәйенләй. Шулай уҡ милли проектҡа ярашлы, балалар поликлиникаһы бинокуляр офтальмоскоплы ла булды. Ул күҙ төбөн тикшереү, күреү нервыһының селтәрле шекәрәһендәге патологияны, балаларҙың, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың күреү органдарында ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн ҡулланыласаҡ. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Иэйгор" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Биш кис дауамында намаҙҙар уҡылды, ифтарҙар (киске ашау) уҙғарылды. “Рамаҙан сатыры”на көн һайын күрше райондарҙан имамдар килде. Шулай уҡ БР мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге Рамаҙан айына бағышланған байрам концерты ойошторҙо, “Наил хажи” мәсетенең 20 йыллығына арнал-ған “Мөнәжәттәр” конкурсы үтте. Сараның һуңғы көнөнә Асҡын, Краснокама, Ҡалтасы райондарынан имам-мөхтәсибтәр һәм Төркиәнән ҡөрьән-хафиздар саҡырылғайны. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһын да республика мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ҡотланы. Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин әүҙем эшләгән һәм исламдың рухи һәм әхлаҡи нигеҙҙәрен тергеҙеүҙә, йәмғиәттә социаль тотороҡлоҡто һаҡлау-ҙа, үҙ-ара ихтирамды нығытыу-ҙа һәм милләт-ара һәм конфессия-ара өлкәлә толерантлыҡты үҫтереүҙә, халыҡтар араһындағы тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты нығытыуҙағы ҙур хеҙмәттәре, үҙҙәренең юғары бурыстарына тоғролоҡтары өсөн район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға һәм район хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Гөлназ Ҡадироваға рәхмәт белдерҙе. “Рамаҙан сатыры” барышында беҙҙең тирмәлә һәм өҫтәл янында ҡунаҡтар күп булды. Беҙ эҫе былау, татлы емештәр ашаныҡ, изге Ҡөрьәнде уҡыныҡ, тормош тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Диндәштәре менән бергә булырға теләгәндәр ҙә, хәҡиҡәткә тәүге аҙым– үҙ ғүмерҙәрендәге иң мөһим аҙымды яһарға тәүәкәлләгәндәр ҙә, йәки былай ғына, беҙҙең халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре менән ҡыҙыҡһы- ныусылар ҙа – барыһы ла беҙҙең сатырҙа урын тапты. Ә беҙ хәлебеҙҙән килгәндең барыһын уҡ булмаһа ла, Рамаҙан айы тап шул табыныу айы бул-һын өсөн бик күп нәмәләр эшләнек. Беҙ – ул мөхтәсибәт һәм дин тотоусы мосолмандар, ул Мәсетле районы хакимиәте һәм хакимиәт башлығы Әнис Ҡасим улы Әсәҙуллин үҙе, ул күп кенә ойошмалар етәкселәре һәм эшҡыуарҙар – барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт һәм доғаларыбыҙ һеҙҙең өсөн. Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдарына әжерен ҡайтарһын! Беҙ нимә эшләргә, нисек эшләргә һәм ни өсөн икәнлеген күрһәттек. Ә артабан… Һәр кем үҙ юлын үҙе билдәләргә тейештер, тип уйлайым. Усаҡтағы ут һүмәһен өсөн даими утын өҫтәп торорға кәрәккән кеүек, эскерһеҙ ышаныу йылыһын һаҡлау өсөн дә ниәттәр һәм ғәмәлдәр кәрәк. Ифтар ойоштороуҙа ярҙам тәҡдим итеү, үҙең менән ашамлыҡтар-ҙан нимә лә булһа алып килеү, ураҙа тотоусыны өйөңә саҡырып ашатыу – табыныу ысулдары күп, һәм уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн Аллаһы Тәғәлә күп тапҡырҙар һәм тулыһынса үҙ шәфҡәтен күрһәтәсәк. Ә иң мөһиме – йылдың ҡалған 11 айында ла ураҙалағы кеүек йәшәү. Аллаһы Тәғәлә беҙҙән һәм һеҙҙән ураҙабыҙҙы һәм изге эштәребеҙҙе ҡабул итһен, Аллаһынан ҡурҡыуыбыҙҙы, ниәттәребеҙҙең сафлығын һәм сабырлығыбыҙҙы баһалаһын. Барыбыҙға ла тыныслыҡ һәм ике донъяла ла бәхет насип итһен! Амин! Азамат ВӘЛИЕВ, Мәсетле районы имам-мөхтәсибе. БЕЛЕШМӘ. Райондың имам-мөхтәсибе Азамат хәҙрәт Вәлиевтың инициативаһы менән Мәсетле районы “Рамаҙан сатыры”н уҙғарыу буйынса Башҡортостан Республикаһында новатор булды. Район мөхтәсибәте инициативаһы буйынса икенсе йыл инде Ураҙа ғәйетен билдәләгән көндө балалар өсөн байрам ойошторола. 15 июндә Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында кеше күп булды. Сара йәш мәсетлеләрҙең Ҡөрьән уҡыуынан башланды. Унда ҡатнашыусылар мосолмандарҙың традицион диненә ҡағылышлы һорауҙарға яуап биреп, үҙ белемдәрен күрһәтә алды. Шунан балаларҙы тәмле туңдырма, бисквитлы бәлештәр, татлы мамыҡ һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйланылар. Балалар тын тултырыл-ған батутта бик теләп күңел асты. Былар барыһы ла бушлай булды – район мөхтәсибәтенә һәм бағыусыларына рәхмәт.
“Экохәстәрлек” сиктәрендә уҡыусылар өсөн махсус дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, экодәрестәр ойоштороласаҡ. Белем көнөндә мәктәптәрҙә “Беҙҙе уратҡан бар нәмә – экология” исеме аҫтында интерактив дәрес үтәсәк. Айгөл ЙӘМИЛЕВА. Читайте нас в © «Аҡбуҙат» - Мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби-нәфис журнал. Сайттағы мәҡәләләрҙе администрацияның ризалығы менән генә күсереп алырға рөхсәт ителә. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуған һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы.
Әғүҙү бикәлимәәтил – ләһиттәәммәти мин ғаҙабиһи үә шәрри ғибәдиһии үә мин һәмәзәтишшәйәәтыыни үә ән йәхдуруун. Мәғәнәһе: “Алланың ғазабынан, бәндәләрҙең насарлыҡтарынан, шайтандарҙың һәр төрлө яуызлыҡтарынан һәм бәйләнеүҙәренән Алланың бөтә кәлимә һүҙенә һыйынам”. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә Аллаһүииә ғаратин -нүжмү үә һәдә әтил- ғүйүн. Үә әнтә хәййүн ҡаййүмүн лә тәхүҙүкә синәтүн үә лә нәүм. Йә хәййү ҡаййүм. Иһдә ләйли үә әним ғәйни. Мәғәнәһе: Эй, Раббым! Йондоҙҙар ҙа һүнде, күҙҙәрем йомола башланы. Ә һин – мәңгелек һәм үлем белмәҫ зат – йоҡоға мохтаж түгелһең. Эй, мәңгелек зат! Тәнемде имен ит! Миңә тыныс йоҡо бир!».
Ирекмәндәр башҡа кешеләргә ярҙам итeр өсөн үҙҙәренең ваҡыты менән уртаҡлаша. Ә шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме - шәфҡәтлелек, изгелек кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән аралаша белеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу. Йәш ирекмән, студент Александра Савинаға ла тап ошо һыҙаттар хас. Александра 2012 йылда тире-венерология диспансерында ойошторолған «Беҙ тормошто һайлайбыҙ» волонтерҙар хәрәкәтенә инә. Ойошманың етәксеһе Зөлфиә Садиҡова ярҙамы менән ҡыҙ был шөғөлгә тиҙ тартыла. Конкурстар, лекциялар, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, бер һүҙ менән әйткәндә, волонтерлыҡ Александраның тормошона ныҡлап үтеп инә. Йәш ирекмән - Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенты. Ул уҡыуҙан буш ваҡыттарын әүҙем үткәрергә тырыша: сәйәхәт итә, тәбиғәттә булырға ярата. Шулай уҡ социаль проекттар менән шөғөлләнә, китаптар уҡый. Уның әйтеүенсә, һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа белем алырға ынтыла. - Минең девизым - Тирә-яҡ тормош яҡшырһын өсөн, көн дә әҙ булһа ла изгелек ҡыл, - ти Александра. - Бәләкәй генә ярҙамымдан кешеләрҙең йылмайыуҙарын күреп, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү - минең өсөн үҙе шатлыҡ. Волонтер булыу миңә бик оҡшай. Александра былтыр үткән Ирекмәндәр йылында «Евразия» халыҡ-ара йәштәр форумында үҙ проектын уңышлы яҡлаған һәм уны тормошҡа ашырыу өсөн йөҙ мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән. Грантты ул Ирекмәндәр мәктәбен асыуға йүнәлтергә уйлай. - Волонтерҙар мәктәбе проекты ошо араларҙа старт аласаҡ. Бер нисә ай дауамында унда ҡатнашыусылар «Йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияны профилактикалау һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау» программаһы буйынса белем туплаясаҡ. Уларҙы бай эстәлекле уҡыу программаһы көтә: лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡала акцияларын һәм сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашыу. Шулай уҡ проект сиктәрендә Ирекмәндәр мәктәбендә ҡатнашыусылар өсөн өс көнлөк күсмә форум үткәреләсәк, - ти Александра. Әлбиттә, был хәрәкәттә ҡатнашыусыларға йәш сикләүе юҡ. Иң мөһиме - тик теләгең һәм йөрәгең изге булһын!
Йыл һайын 27 майҙа илебеҙҙә Китапханалар көнө билдәләнә. Был матур көн Рәсәйҙең бөтә китапханасыларының һөнәри байрамы. Районыбыҙҙа бөгөнгө көндә 30 китапхана эшләп килә. Уларҙың араһында етәүһе моделле статусын алған, 4 китапхана куп функциялы үҙәк составына ингән. Бөтә китапханалар ҙа интернет һәм компьютер менән тәъмин ителгән. Ҡырмыҫҡалы үҙәк китапханаһының электрон уҡыу залы булдырылған, бында Борис Ельцин исемендәге электрон китапханаға инеп, үҙеңә кәрәк китапты уҡыу мөмкинселеге бар, был студенттар өсөн бик ҡулай. Бөгөнгө китапханалар - китап һаҡлағыстар ғына түгел, был ысын мәҙәниәт үҙәктәре. Китапханасылар эше тәү ҡарашҡа ғына тыныс һәм күҙгә ташланып бармаған кеүек күренә. Хәҙерге китапханасынан белемле, киң эрудициялы, тәрбиәле, уҡымышлы, алсаҡ булыу, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеү талап ителә. Китапханала төрлө осрашыуҙар, байрамдар уҙғарыла. Мәҫәлән район балалар китапханаһының баш китапханасы Людмила Дмитриева етәкселегендә 2019 йылдан алып «Библиоша” ижади ойошма бик уңышлы эшләп килә. Бында 6 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге ҡурсаҡ театры яратҡан балалар йөрөй. Йәш китапханасылар йыл һайын районда уҙғарылған «Үҫеш нөктәһе” йәштәр форумында ҡатнашып икенсе йыл еңеүгә өлгәштеләр, бүленгән аҡсаға күреү һәләте буйынса инвалид балалар өсөн тактиль китаптар эшләнеләр. 2019 йылдан бирле район үҙәк китапханаһы методисы Эльвира Байназарова етәкселегендә компьютер технологияһына уҡытыу түңәрәге эшләй. Түңәрәккә оло йәштәге кешеләр бик теләп йөрөй. Бөтә ғаләм интернетҡа күсеп бөтһә лә, телефон һәм компьютер аша теләгән китабыңды табып уҡый алһаң да, китапханаға килеп йәнең теләгән китапты тотоп ҡарап, һайлап алып уҡыуға етмәйҙер. Китапханаларға килегеҙ, китаптар уҡығыҙ. Китап уҡыған кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ һәр һорауға яуап табыр тигән боронғолар. Районда эшләгән бөтә китапханасыларыбыҙҙы ла һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, яңы ижади уңыштар, яңы идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы теләйбеҙ. Алһыу Насирова, район үҙәк китапханаһының баш китапханасыһы. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Даирә" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
15 февралдә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында баш ҡалала уҡыусы Ғафури районы студенттары менән осрашыу була. Сараға Өфөлә йәшәүсе яҡташтар ҙа саҡырыла. Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе ташлап, бер осрашыу үҙе бер ғүмер тип осрашыуға килегеҙ, күрегеҙ, аралашығыҙ! Программала күргәҙмәләр, төрлө тематик майҙансыҡтар, концерт һәм башҡалар. Башлана: 14.00 сәғәттә. Читайте нас в "© 2020 Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының "Табын" ижтимағи-сәйәси гәзите. Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Свидетельство ПИ № ТУ 02-01436 от 1 сентября 2015 года. Главный редактор: Кинзябаева Гульдар Барыевна.
1974 йылдың 17 сентябрендә Яңы Усман ауылында тыуған. Юғары белемле – 2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының зоотехния бүлеген тамамлаған. Хеҙмәт юлын “Үрнәк” совхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып башлаған. 1992 йылда “Йылайыр” совхоз-техникумына уҡырға инә. 1992-1994 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Унан “Үрнәк” совхозында өлкән зоотехник, веттехник, баш зоотехник булып эшләй. 2011 йылдан Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы. Читайте нас в © 2020 "Таң" гәзитенең сайты. Сайт газеты "Тан" Свидетельство о регистрации СМИ ПИ № ТУ 02-01439 от 01.09.2015 г. выдано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының офисы асылды. Ул Зәки Вәлиди урамы, 1 адресы буйынса, «Торатау» конгресс-холы ҡаршыһында урынлашҡан. Офис Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу комитетының эше өсөн тәғәйенләнгән. Майҙансыҡ кәңәшмәләр үткәреү һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа 1500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Уйындарға Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Нидерланд һәм башҡа илдәрҙең командалары килә. 2013 йылда Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара уйындары үтте, унда донъяның 59 ҡалаһынан һәм 20 иленән 800 бала ҡатнашты. Өфө — Рәсәйҙә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарылған берҙән-бер ҡала, шулай уҡ Уйындар тарихында ҡышҡы һәм йәйге Уйындарҙы ҡабул иткән тәүге ҡала булыр. "Башинформ" Читайте нас в © 2008-2020 «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналының сайты. Сайт Республиканского детско-юношеского журнала «Аманат». Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы; Башҡортостан Республикаһының "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Учредители: Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Издательский дом "Республика Башкортостан".
Иҙел башының сағыу, үҙенсәлекле ижади коллективтары күп йыллыҡ традициялары менән районда ғына түгел, республикала ла киң билдәлелек яулаған. Күләмле эштәр башҡарыла Райондың һәр ауылында тиерлек ижади үҙәктәр - 40 ауыл мәҙәниәт усағы бар. Мәҙәниәт идаралығының яйлы эше ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Шулай ҙа мәҙәниәт усаҡтарының күптәренә капиталь ремонт һәм яңылары талап ителә. Йыл аҙағында Ишле мәҙәниәт йорто капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен яңынан асырға йыйына. Күләмле төҙөкләндереү эштәре республика программаһына ярашлы, район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды. Йәйен Аҙнағол ауылы клубының йылытыу системаһы яңыртылды. Бина быға тиклем мейес менән йылытылды. Быйыл райондың һәр ауыл клубында мейес менән йылытыу торбалыһына алыштырылды. Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда йыл аҙағына тиклем косметик ремонт менән бер рәттән тәҙрәләр ҙә алыштырылыуы көтөлә. Тағы ла өс мәҙәниәт усағы төҙөлөшө проекты өҫтөндә эштәр алып барыла. Тирләндә төҙөлөш бара. Йыл аҙағына тиклем Йөйәктең социаль-мәҙәни үҙәге буйынса проект тапшырыласаҡ, ә Асы һәм Тимер юл ауылдарында социаль-мәҙәни үҙәктәр төҙөү буйынса ер участкалары бүленә. Автор:Эльвира Хамзина Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында башҡорт телен өйрәнеүгә сертификат индерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, сертификат алыу өсөн етди һынау тоторға кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ғафури районында уҙған башҡорт теле уҡытыусыларының төбәк-ара форумында башҡорт телен өйрәнеүгә сертификат индерергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, сертификат алыу өсөн етди һынау тоторға кәрәк. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына был мәсьәләне өйрәнергә, атап әйткәндә, ошондай сертификатҡа эйә булғандарға өҫтөнлөк биреүҙе ҡарарға ҡушты, (мәҫәлән, дәүләт йәки муниципаль власть органдарына эшкә ингәндә). Туған телде бәләкәй саҡтан үк өйрәнергә кәрәк, тип иҫәпләй Радий Хәбиров. Бының өсөн шарттар булдырыу мөһим, шул иҫәптән балалар баҡсаларында. Радий Хәбиров «Туған телде өйрәтеү буйынса иң яҡшы тәрбиәсе» республика конкурсын ойоштороу һәм еңеүселәргә республика Башлығы премияларын тапшырыу тәҡдимен хупланы. «Беҙгә балалар баҡсаларында нисек итеп башҡорт телен индереү тураһында етди уйларға кәрәк. Мин бөгөн ҡараным, ҡыҙыҡлы интерактив программалар бар, бөтә балалар ҙа ҙур теләк менән шулар буйынса шөғөлләнергә теләр тип уйлайым. Мәғариф һәм фән министрлығы ошо программа тураһында уйланырға тейеш», — тине Радий Хәбиров. Башҡорт теле заманса уҡытыла, тип билдәләне республика етәксеһе. Ләкин бының менән артабан да шөғөлләнергә кәрәк. Башҡортостан Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына милли мәктәп статусын нығытырға ҡушты, шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, ошо йүнәлештә ҡайҙа барыуыбыҙҙы аңлау зарур. Тағы бер яңылыҡ колледждарҙа башҡорт телен уҡытыу менән бәйле. Уларҙа 96 мең студент белем ала, шул иҫәптән башҡорт телен өйрәнергә теләгән йәштәр күп. Ҡыҙыҡлы булһын өсөн урта махсус уҡыу йорттарына айырым программалар һәм уҡытыу алымдарын әҙерләргә кәрәк. Телде өйрәнеүҙең альтернатив методикаһын, интерактив һәм онлайн формаларҙы индереү мөһим. Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның телефонында башҡорт телен өйрәнеү өсөн биш ҡушымта бар. Кадрҙар әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бүлеү ҡарала. Әйтәйек, быйылдан педагогия колледждарында туған телдәр буйынса өҫтәмә һөнәр менән тәрбиәселәр һәм башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләй башланылар. Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла шулай эшләргә тәҡдим ителә. Был кадрҙар, тәү сиратта, милли, полилингваль мәктәптәр өсөн кәрәк. Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, балаларҙы ата-әсәһе йәки тиҫтерҙәре менән аралаша алһын өсөн башҡортса һөйләү телмәренә өйрәтеү зарур. «Башҡортса һөйләшергә оялмаҫҡа кәрәк, ҡайһы берҙә һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәһәгеҙ ҙә, быны хупларға ғына кәрәк», — тине Радий Хәбиров. https://www.bashinform.ru/bash/1499117/ Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Юрюзань" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Газета зарегистрирована Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Регистрационный номер и дата принятия решения о регистрации: ПИ № ТУ02-01671 от 27 мая 2019 г.
Һыйырҙарҙан алынған һөттөң миҡдары көтөүселәрҙең эшенә туранан-тура бәйләнгән. Сөнки малды ваҡытында һәм туйғансы ашатһаң, тейешенсә тәрбиәләһәң генә, мул продукцияға өмөт итеп була. Һыйырҙарҙан алынған һөттөң миҡдары көтөүселәрҙең эшенә туранан-тура бәйләнгән. Сөнки малды ваҡытында һәм туйғансы ашатһаң, тейешенсә тәрбиәләһәң генә, мул продукцияға өмөт итеп була. «Ишҡол» АХК-һының Ишҡол фермаһы коллективында үҙ эшен намыҫ менән башҡарған малсылар тупланған. Һеҙ һүрәттә күргән һауын һыйырҙары көтөүсеһе Мөнир Нарынбаев та тотош ферманың эш һөҙөмтәһенә үҙенең намыҫлы хеҙмәте менән ҙур өлөш индереүен аңлап, тырышып эшләгән малсыларҙың береһе. Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Оскон" Копирование информации сайта разрешено только с письменного согласия администрации. Гәзит Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идара-лығында 2015 йылдың 6 ноябрендә теркәлде. Òåðêәү íî­ìå­ðû ÏÈ ¹ТУ 02-01480.
Күрше Айраттың урам буйында, ҡоймаһы менән юл араһында, тотошлайы һап - һары, йомшаҡ ҡына бәпембәләр үҫә. Бөтә ерҙә тәртип яратҡан егет инде өсөнсөгә триммеры менән һелтәнеп йөрөй. - Ңиңә тағын тырылдығыңды сығараһың инде, туғаным? - Газон һымаҡ булһын, апай! - Ун көн эсендә өсөнсөгә сабаһың бит? - Шулай шул, үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте әле... Был ҡояш сәскәләре тағын сығырмы , тағын йылмайышып ултырырмы?! Бер аҙнанан һуң ялтырап ҡалған ер һары түшәк менән ҡапланған ине... Шуға иғтибар иттем: беренсе тапҡыр салғы ҡулы тейгәндән һуң өсөнсө көнгә бәпембәләр ҡапыл тартылып - үҫеп элекке хәленсә ултыралар ине; икенсе тапҡыр - дүрт көндә һабаҡтары күпкә ҡайтышыраҡ үҫеп, сәскә атты, а инде өсөнсөнән һуң - ҡып - ҡыҫҡа булып, ергә түшәлеп кенә тәгәрәшеп ята. Тәбиғәт ҡануны бик көслө: һәр тереклек үҫеп, буй еткереп, емешен бирергә тейеш... Егеттең башҡа ҡулы күтәрелмәне... Бәпембәләр ҙә бер аҙҙан ап - аҡ эшләпәрен кейгәндәр ине... Гульдар Кинзябаева Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
Архангел районының Айытмәмбәт ауылында Амур М. оло йәштәге ир менән ҡатынды янғындан ҡотҡарған. Үҙенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, янып торған йортҡа ингән һәм пенсионерҙарҙы сығарған. "Архангел хәбәрҙәрҙәре" гәзите яҙыуынса, был хәл ноябрь башында була. Янғын соландан сыға һәм тиҙ арала өйҙө ялмай. Ут ҡамауында ҡалған бабай тәҙрәне ватыуын вата, әммә тышҡа сығырға хәле ҡалмай. Быны күреп ҡалған күршеләре Амур М. ярҙамға ташлана. Ул ағас рамдарҙы емереп өйгә инә һәм ҡартты күтәреп, үҙ артынан килеп еткән ауылдаштары ҡулына тапшыра. Артабан төтөн тулған өй буйлап әбейҙе эҙләп таба, был ваҡытта оло кеше иҫһеҙ йығылған була. Өлкәндәрҙе ҡотҡарғас, ҡыйыу ир йортто һүндерешергә лә ярҙам итә. Ауылдаштары билдәләүенсә, алты бала атаһы Амур үҙен бер ҙә герой тип һанамай. Ә ысынында изге һәм ҡыйыу ғәмәле менән ул үҙ балаларына ғына түгел, һәр кемгә өлгө булып тора. Фото: "Бәйләнештә". Автор: Миләүшә Сайтакова https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Alti-bala-ata-i-yan-an-yort-a-tashlan-an-547010/ Читайте нас в Ижтимағи-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы. Свидетельство о регистрации СМИ: ПИ № ТУ 02 - 01391 от 12 августа 2015 г. выдано Управлением федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан. Главный редактор Имангулова М.Г.
End of preview. Expand in Data Studio
README.md exists but content is empty.
Downloads last month
6