text stringlengths 401 90.8k |
|---|
Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һөйләшкәнсә, “Таҡмаҡ әйтеп кенә бүләкле бул!” конкурсын йомғаҡлайбыҙ. Ярыш шарты «Торатау» гәзитенә арнап таҡмаҡ сығарыу һәм гәзиткә яҙылып ҡуйыу ине. Иң дәртле, әүҙемдәрегеҙҙән бер-бер артлы видеолар ҙа, таҡмаҡтар ҡулъяҙмалары ла килде. Бар ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белде... |
Һәр төбәктең йөҙөк ҡашы һаналған күренекле шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре бар. Ҙур булмаған Дәүләтҡол ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Сәбилә һәм Әхмәт Рахманғоловтар - шуларҙың береһе.
Һәр төбәктең йөҙөк ҡашы һаналған күренекле шәхестәре, өлгөлө ғаиләләре бар. Ҙур булмаған Дәүләтҡол ауылында ла ундайҙар байтаҡ. Сәбилә һәм Әх... |
Рәсәй етәксеһенең Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән сираттағы кәңәшмәһендә төп тема торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙа эскроу-иҫәпте файҙаланыу булған.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Плутник доклад менән сығыш яһаған.
“Яҡын араларҙа “... |
#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Аҡыллы кеше күршеһен маҡтар" конкурсына килгән сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Гөлсәсәк Йосопова. Гөлсәсәктең яҙған хатын сайттан уҡығыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең конкурсыбыҙҙа ҡатнашып ҡалырға ашығығыҙ. Төп бүләк — бушлай ҡотлау сертификаты менән бергә шулай уҡ иң йөкмәткеле яҙы... |
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау буйынса закон проектын ҡабул итте. Документ балалар һәм өлкәндәр араһында дөрөҫ булмаған сексуаль йүнәлештәрҙе таратыуҙы тыйыуға йүнәлтелә.
Боҙоҡ сексуаль мөнәсәбәттәр ҡаты хөкөм ителәсәк
Әгәр ҙә проект закон булып сыҡһа, гомосексуализм, лесбийлыҡ... |
12 майҙа Өфөлә Ҡунаҡһарай алдындағы майҙанда тәүге тапҡыр көс экстримы буйынса «Башҡортостан батыры» мәҙәни-спорт байрамы ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 12 көслө атлет килә.
Сара программаһында лог лифт (120 килограмлыҡ бүрәнәне күтәреү), тракк пулл (йөк машинаһы... |
Ваҡытты, килгән хаттарҙы тикшергәндә, ул гел асыла һәм телефондың энергияһын кәметә. Аҡлы-ҡаралы фотообойҙар отошлораҡ.
Телефонды йыш ҡулда тотмағыҙ. Ҡул йылыһы менән уның батареяһы ҡыҙа, энергияһы кәмей.
Электрға ҡуйыу портын даими таҙартып тороғоҙ. Унда туҙан, сүп тула. Бының өсөн мамыҡлы таяҡсыҡ ҡулланырға була.
Экр... |
Яҡын көндәрҙә иман йорто манараһы тулыһынса аҡ мәрмәр менән ҡапланғас, төҙөлөш баҫмалары алынасаҡ. Таштарҙың махсус заказ менән Грециянан килтерелеүе көтөлә.
Яҡын көндәрҙә иман йорто манараһы тулыһынса аҡ мәрмәр менән ҡапланғас, төҙөлөш баҫмалары алынасаҡ. Таштарҙың махсус заказ менән Грециянан килтерелеүе көтөлә. Тышҡ... |
- Аҡсаға мохтаждар күп хәҙер, олатай, аҡса бөтә эште лә эшләй.- Беҙ тырышып- тырмашып төҙөгән коммунизм шул микән ни?!.- Ҡарттың асыуы йөҙөнә бәреп сыҡты.
Миләүшә Ғәйфуллина
Яңы көн
Юл фәжиғәһендә ҡаза күргән егетте, ашығыс ярҙам машинаһы, ел тиҙлегендә яҡындағы дауаханаға килтереп еткерҙе. Кисектермәй , ауырыуҙың ҡан ... |
Сафлыҡ, паклыҡ булып ергә ап-аҡ ынйы ҡарҙар яуған сихри мәлдә ауылдарға йәм өҫтәп туйҙар гөрләй. Ошо көндәрҙә Иҙәш Ҡусҡары ауылы егете Йәмил Хисмәтов Таҡһыр ауылы һылыуы Эльмираны ғүмерлеккә йәр итте. Ҡарап туйғыһыҙ матур пар ата-әсәләрен, туғандарын ҡыуандырып, айыҡ туй үткәрҙе. Йәштәрҙе туй тантанаһы менән ҡотларға р... |
Бишбүләк төбәк-ара суды “Октябрь” хужалығының элгәре 40 йәшлек етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы.
Ул Рф Енәйәт кодексының 159.2 статьяһы 4 өлөшөндә (түләүҙәр алғанда мошенниклыҡ), РФ ЖК 160 статьяһы 4 өлөшөндә (урлау) ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле, тип табылды.
Судта билдәләп үтелеүенсә, 2016 йылда ауыл хужалығы... |
Өфөнөң ҡарттар һәм инвалидтар йортона йәйҙең бер матур көнөндә Башҡортостаныбыҙҙың бер ауылынан яңыраҡ ҡына әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан бер йәш кенә егетте алып килделәр.
Был егет үҙ аяҡтарында йөрөй алмай ине, уны носилкала ятҡан килеш күтәреп керттеләр. Иҫерек көйө өй башынан ҡолап төшкән дә, бүтән инде аяҡтарына баҫа... |
4 ноябрҙә Башҡортостандың Милли музейында "Сәнғәт берләштерә" исеме аҫтында йылдың иң мөһим мәҙәни сараһы – "Сәнғәт төнө-2022" Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙасаҡ. Был кистә музейға бүләк ителгән раритет әйберҙәрҙән торған бер көнлөк күргәҙмә ойоштороласаҡ, мәҙәни-күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, шулай ... |
Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2020 йылда Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни һәм аң-белем таратыу саралары ойошторола.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы 2020 йылда Башҡорт теле көнөн уҙғарыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был көндә республикала мәҙәни һәм аң-белем... |
Ҡарағай тубырсыҡтарың файҙаһы иҫ киткес ҙур: улар баш мейеһендәге инсультты булдырмау ғына түгел, хатта фалиж һуҡҡан кешене лә аяҡҡа баҫтырырлыҡ көскә эйә ти белгестәр. Тубырсыҡтарҙа йөрәк-ҡан системаһына ыңғай тәьҫир иткән бик күп файҙалы матдәләр бар: улар организмда ҡан йөрөшөн яҡшырта, кислород менән байыта һәм тро... |
Рәсәйҙә «Мәҙәниәт» милли проектын тормошҡа ашырыу башланды. Шуға бәйле федераль бюджеттан ил төбәктәре ҡаҙналарына мәҙәниәт тармағына булышлыҡ итеү өсөн субсидиялар бүлеү ҡағиҙәләре һәм һайлап алыу критерийҙары аныҡлана. Тейешле ҡарар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте порталында баҫылған.
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинфор... |
Мөһим статистик ваҡиғаға — 2020 йылдың 1 октябрендә старт биреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға теүәл бер йыл ҡалды. Рәсәй тарихында ун икенсе тапҡыр уҙған сара бөтөнләй яңы, һанлы форматта үтәсәк: ил халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталын файҙаланып иҫәп алыуҙа үҙ аллы ҡатнаша ала, ә теркәүселәр махсус программа менән тә... |
“Арғымаҡ” этно-рок төркөмө бына ун йыл инде үҙенсәлекле йыр-моңдары менән тантаналы сараларҙа, байрамдарҙа сығыш яһай.
Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға еткереүсе “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөн Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр. Март айында был төр... |
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.10 марттағы документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар өсөн мотлаҡ изоляция тәртибе 2021 йылдың 25 мартына тиклем һаҡлана. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡт... |
Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһендә инфраструктура булдырыу дауам итә. Кисә “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы Кушнарен районына 50 евроконтейнер ебәрҙе.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһе... |
Өфөлә 2020 йылда ашығыс ветеринария ярҙамы үҙ эшен башлай. Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы — республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында ошо хаҡта белдерҙе.
«Йыл аҙағында Башҡортостан райондарының ветеринария хеҙмәттәренә 40 автомоб... |
#ВладимирПутинРәсәй Президенты Владимир Путин Ҡытай Халыҡ Республикаһы етәксеһе Си Цзиньпин менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итәләр Кремль сайтында. Күрше ике ил башлығы коронавирусҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәрҙе, Ҡытай менән Рәсәй араһында был йәһәттән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуы тураһында билдәләнде, тиелә унда.... |
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенцияларҙың федераль үҙәге” йәмғиәте директоры Николай Соломон белдереүенсә, Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында тулайым төбәк продукты буйынса 10-сы урынды биләй һәм шуның өсөн дә “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа тәүге пилот ... |
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда уҙған «Һөт иле» VII бөтә Рәсәй фестивалендә булды.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Конгресс-холл янындағы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда уҙған «Һөт иле» VII бөтә Рәсәй фестивалендә булды.
Республика етәксеһе ҡала халҡы ... |
Шәбағыштар тамашаһын һуңыраҡ башланы, бер-береһенән бер тотам ҡалмай йөрөгән хакимиәт, йәмәғәт вәкилдәре алдында күрһәтә торғандары күп, шәбағыштар - айыҡлыҡтың нимә икәнен яҡшы белгән халыҡ, күрһәттеләр.
Тамашаһы - тамаша, конкурста еңергә тырышырға кәрәк, районда, бер түгел, ике ауыл ике йыл рәттән еңде, өсәр миллион... |
Бөгөн республиканың мәҙәни йәмәғәтселеге легендар башҡорт йырсыһы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләне.
Баш ҡалала бөйөк башҡорт йырсыһының яҡты иҫтәлегенә арналған саралар үтте, Мосолман зыяратында ҡәберенә һәм Октябрь революцияһы урамындағы йортҡа ҡуйылған таҡтаташына сәскәләр һалыу ойошторолдо, тип ... |
Шығай ауылында йәшәгән ветеран Мәһәҙей Бикбай улы Әбсәләмовтың йорто бик иҫке, йәшәү өсөн шарттары булмаған. Йыл башында махсуслаштырылған ойошма тарафынан уның өйө йәшәүгә яраҡһыҙ тип табыла.
Үҙән ауылында йәшәүсе ветеран Николай Тимофеевич Барменков та торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы көткән. Бөгөн уларҙы Белорет районы х... |
Ул саҡта уға 57 йәш ине. Яңғыҙы ғына ятаҡтың бер бәләкәй бүлмәһендә тора, юҡ-юҡта хәл белешергә инәм, айныҡ сағын тап итергә тырышам. Ағай һалдырырға ярата, донъялағы тороп ҡалған бар йыуанысы араҡылыр бахырҙың. Ауыл кешеһе ул, ғүмеренең күп ваҡыты ҡалала үтте, заманында техникум бөткән (элек техникум белеме ныҡ юғары ... |
Балаларҙың йәйге мәшғүллеген һәм һауыҡтырыуын ойоштороуға әҙерлек бара Был йүнәлештә эш ғинуар башында уҡ башланды. Ял ойошмалары, һауыҡтырыу комплекстары бөтәһе лә махсус реестрҙа булырға тейеш.
Балаларҙың йәйге мәшғүллеген һәм һауыҡтырыуын ойоштороуға әҙерлек бара
Был йүнәлештә эш ғинуар башында уҡ башланды. Ял ойошм... |
Бик иркә, наҙланып ҡына йәшәп өйрәнгән ҡатын ине Гөлъямал. Әйләнгән һайын — ял йорто, әйләнгән һайын — шифахана йә дауахана.
Ире юғары вазифа биләгәс, дауаханаһы ла ябай түгел — Министрҙар Кабинетыныҡы. Хәл белергә барһаң, ауырыуы, ниндәй профессор ҡарауы, ниндәй ҡиммәтле дарыуҙар алыуы тураһында гына һөйләр ине. М ине... |
Кисә Башҡортостан Хөкүмәте президиумы кәңәшмәһендә хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус инфекцияһы менән сирләгән айырым категория граждандарға санаторий-курорттарға сәләмәтлеген нығытыу өсөн сертификаттар биреү тәртибе раҫланды.
– Был Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың күрһәтмәһе, – тип аңлатты беренсе ... |
Башҡортостанда ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар күберәк булып сыҡтыБөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы республикабыҙҙа имен-аман ғына үтеп китте, буғай. Ҙур янъялдар ҡупманы, һуғышманыҡ-даулашманыҡ, 12 переписчиктың эттән тешләнеүен һәм бишәүһенең ҡул-аяҡ быуынын сығарыуын иҫәпләмәгәндә. Тәүге һөҙөмтәләр 2011 й... |
Рәсимә Ураҡсина: Хатта шөкөрмөн. Тормошомдан бик ризамын. Үҙемде бик бәхетле кешеләр иҫәбенә индерәм. Һис ниндәй “комфорт” күрмәйенсә, аслы-туҡлы үҫтек бит беҙ. Биш-алты йәштән колхоз эшенә егелдек. Хәҙерге йәшәйешем ожмахтың үҙелер. Өйөмдә һыуҙың йылыһы ла, һалҡыны ла ағып тора. Бешерәм тиһәм плитәм бар. Элек бит ялан... |
Егет-ҡыҙҙарҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Уларҙың 47-һе ғүмерҙәрендәге тәүге юғары наградаға - «Уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың «алтын фондын» филармонияла тәбрикләнеләр.
- Бөгөн беҙ яҡшыларҙың ... |
Күптән күрмәгән төркөмдәш ҡыҙҙың ун ике йыл буйы көтөп, ниһайәт, бәпес алып ҡайтыуҙарын ишеткәс, бик ҡыуандыҡ. Ҡыҙҙар менән йыйылышып, бәпәй күрергә лә барып ҡайттыҡ әле.
“Ирем вахтанан кәләш алып ҡайтты бит! – тип һүҙ башланы әхирәтебеҙ. – Дөрөҫөн генә әйткәндә, бәпәй алып ҡайтырға уйымда ла юҡ ине. Мин бит тик ирем ө... |
- Бөрйән - минең өсөн алтын бишек. Иң элек донъяға тәүгә ауаз һалған ожмахтай изге ерем. Ошо матурлығын күреп, тыуған тупраҡтан көс, һут алып буй еткереп, ҙур тормош һуҡмағына аяҡ баҫҡанмын. Яҙмыш ҡушыуы буйынса гел ситтә йәшәһәм дә, күңелем менән һәр саҡ Бөрйәнемдәмен. Изге күңелле, ябай, сабыр райондаштарыма һоҡланам... |
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә онлайн форматта күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе. Ул Бәләбәйҙә «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “Автонормаль” заводында ойошторолдо.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә онлайн форматта күсмә “Сәнәғәт сәғәте” үткәрҙе. Ул Бәләбәйҙә «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған “... |
Республикала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалауға йүнәлтелгән айлыҡ дауам итә. Уның символы — ал таҫма. Программаның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре яман шеше хаҡында тулы мәғлүмәт еткереү, сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм кәрәкле ярҙам күрһәтеү.
Тикшерел һәм сәләмәт бул. Башҡаланың 13-сө клиник дауаханаһына ҡа... |
«Тағы ла иҫереп ҡайтҡан», – тип әсенеп уйлап алды Рабиға*. Йәш саҡта, ярай, эсте инде. Бына олоғайған көндәрендә, исмаһам, бергәләп тәһәрәт алып, намаҙҙар уҡып ултырһаҡсы, тип хыяллана ла бит ҡатын, юҡ шул, үҙ һүҙле Зәйнәғәлеһе һаман элекке юлын ҡыуа: эсмәй һин дә мин бер килке йөрөгәндән һуң йәнә шайтан һыуына туйынып... |
Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Христос Раштыуаһы – байрам көндәре булып тора, тип иҫкә төшөрә республиканың Хеҙмәт министрлығы.
020 йылда 4 һәм 5 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә 4 ғинуарҙағы ял көнө – 4 майға, 5 ғинуар... |
Раевка ауылының М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тантаналы шарттарҙа стоматология кабинеты асылды.
Әлбиттә, белем усағында теш табибы бүлмәһен асыу – мәктәп өсөн сағыу ваҡиға. Быға ҙур әҙерлек эштәре алып барылған, тейешле бүлмә һайланған, ҡорамалдар һатып алынған, медицина эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензи... |
Билдәле булыуынса еВау компанияһының техник директоры балаларын бер ниндәй яңы технологиялар менән ҡулайлаштырылмаған мәктәпкә биргән. Шулай уҡ хәҙерге замандың гигант компаниялары Google, Apple, Yahoo, HP эшселәре лә балаларына компьютерҙары булмаған, ручка, ҡәләм, теген энәһе, хатта балсыҡ менән эш иткән мәктәпкә бир... |
Нурсолтан ҡалаһының Дуҫлыҡ йортонда Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары күрһәтелде. Картиналар башҡорт телендә русса субтитрҙар менән барҙы. Фильмдар күрһәтеүҙе «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни берләшмәһе ойошторҙо.
Сараға Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, шулай уҡ Ҡаҙағстандың төп халҡы, студенттар, б... |
Рәсәй Федерацияһы президентлығына теркәлгән кандидаттар, кандидаттарҙы күрһәткән сәйәси партиялар иғтибарына!
2003 йылдың 10 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында»ғы 19-ФЗ һанлы Федераль закондың 53 статьяһына ярашлы, «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите редакцияһы 2018 йылдың 17 февраленән 2018 йылдың 1... |
..Коронавирус кешелек өсөн ҡурҡыныс ауырыу булһа, Ер шары өсөн дарыу ул: тәбиғәтте көнө-төнө юҡ иткән кешелекте дауаларға - аҡылға ултыртырға тырыша...
...Коронавирус кешелек өсөн ҡурҡыныс ауырыу булһа, Ер шары өсөн дарыу ул: тәбиғәтте көнө-төнө юҡ иткән кешелекте дауаларға - аҡылға ултыртырға тырыша...
...Әлбиттә, кеш... |
Барлыҡ клиптарҙы 14 декабрҙә ҙур сарала күрһәтеү, шулай уҡ унда Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау планлаштырыла.
Йәш артистар Башҡорт теле йылында клиптар төшөрә. Был турала кисә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырышында танылған артист, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Риант Рамазанов белдерҙе.
Проектта Фәйзи Ғәскәров исем... |
Тормоштоң әсе елдәренә бирешмәҫлек көс, юғары үрҙәр яуларлыҡ тырышлыҡ, сәм, илем, телем тип янырлыҡ рух,
барыһы ла яҡшы буласағына ышаныс һәм өмөт уятыусы ул Әсә. Ғүмеребеҙҙең һәр миҙгелендә "балам" тип йән атыусы,
тәҙрәләрҙән күҙен алмай зарыҡҡанда ла йылмайып ҡаршылаусы, абынғанда ҡулын һуҙыр, илағанда йәшен һөртөр,
... |
Пандемия ваҡытында ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе Иглин районы автоволотерҙары үҙ ярҙамынан ситтә ҡалдырмайҙар. Бөгөн аҙыҡ-түлектән торған йыйма өлөш Иглин ҡасабаһында йәшәгән күп балалы Низаметдиновтар һәм Сухаревтар ғаиләләлренә тапшырылды.
Николай Самойленко волонтерҙар сафында.
Пандемия ваҡытында ауыр хәлдә ҡалған ға... |
Башҡортостанда 2020 йылдың 1 февраленән «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша беренсе кластарға алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр итә Һанлы үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ғаризаны ҡағыҙға яҙып килтерергә лә мөмкин.
Беренсе класҡа алыу... |
Америка полицияһы Чарльстонда үлтереш ойошторған тип иҫәпләнгән әҙәмде тәүлек эсендә тапҡан һәм ҡулға алған. 21 йәшлек Дилан Руф күрше Төньяҡ Каролина штатында ҡулға алынған. Егет быға тиклем дә законһыҙ рәүештә шәхси территорияға үтеп инеүе һәм наркотиктар эше буйынса полиция ҡулына эләккән булған, ә һуңғы тыуған көнө... |
Башҡортостан биләмәһендә ялған аҡсалар йөрөүен дауам итә. Әйләнешкә индерелгән ялған 1000 һәм 5000 һумлыҡ аҡсалар араһында үтә теүәл ҡорамалдарҙа баҫылған 5000 һумлыҡтар күпселекте тәшкил итеүе асыҡланған.Гознак предприятиеһында етештерелмәгән ялған аҡса бер-береһенә йәбештерелгән ике ҡат ҡағыҙҙан ғибәрәт. Уны түбәндәг... |
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һүҙҙәренсә, 2 июлгә иртәнге сәғәт 9-ға 2 миллион 763 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашты, был 90,83% тәшкил итә. Ҡа... |
2019-2020 йылда Республикала 65 мәктәп стоматология бүлмәләре асылды. Был хаҡта 7 сентябрь Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.
2019-2020 йылда Республикала 65 мәктәп стоматология бүлмәләре асылды. Был хаҡта 7 сентябрь Башҡортостан Р... |
Ҡаҙ өмәһенә бәйле һынамыштар Ҡаты ҡуллы кеше салһа, йөнө ҡаты була, йолҡҡанда ашала, тиҙәр. Ҡаҙҙы йолҡҡанда иң тәүҙә уның ҡултыҡ аҫтындағы «харам ҡанаттарын» йолҡалар, йәш ҡыҙҙар шуларҙы биш бөртөк итеп ҡултыҡ аҫтына йәшерә лә «киләсәген юрарға» сығып китә. Иң тәүҙә осраған кеше ир-егет икән – тиҙҙән кейәүгә сыға, ҡаты... |
Мәғлүм булыуынса, быйыл ғинуарҙа Президент менән осрашыуҙа республика башлығы Александр Бречалов уны Ҡорал оҫталары көнөн байрам итеү тантанаһына Ижевскиға саҡырғайны.
“Владимир Владимирович, һеҙҙе 19 сентябргә ҡорал оҫталары форумына йәки 10 ноябргә Михаил Калашниковтың тыуған көнөнә үҙебеҙгә саҡырырға теләйбеҙ. Нәҡ 2... |
“Деловая Россия” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдың икенсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса кесе һәм урта бизнесты үҫтереү өлкәһендә беренсе урындарҙа бара. Ул Төмән өлкәһе һәм Байкал аръяғы крайынан ғына ҡалыша. Әммә был өлкәлә башҡара торған... |
Кинйәкәй башланғыс мәктәбендә һанаулы ғына балалар уҡыһа ла, төрлө фәһемле саралар үтеп тора. Ошо көндәрҙә генә байрам уңайынан бында әсәйҙәрҙе йыйып шатландырҙылар.
Яҙгөл Хәйруллина менән Әлфинә Ильясова башҡарыуында “Күбәләк” бейеүе, Урал Дауытов, Рәсим Ҡорбанаев һәм Ғәлим Кинйәбаевтың “Һыбайлылар” бейеүе байрам күре... |
“Киң мәғлүмәт сараларында 2019 йылда һәм унан алдағы йылдарҙа республиканың үҫеш перспективалары тураһында күп яҙалар. Беҙҙең муниципалитеттың ниндәй пландар менән йәшәүен белге килә?” – тигән һорау менән редакцияға бер нисә гәзит уҡыусыбыҙ шылтыратты
“Киң мәғлүмәт сараларында 2019 йылда һәм унан алдағы йылдарҙа респуб... |
Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 25 апрелдә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ойоштора. Ул беренсе тапҡыр онлайн рәүештә уҙасаҡ.
Унда ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ. Акция уҙасаҡ көндө көндөҙгө сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш те... |
6 октябрь, йәкшәмбе көнө, Иҫке Яҡуп ауылы гөрләп торҙо. Был көндө киләһе йыл билдәләнәсәк Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм июнь айында үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек сиктәрендә беренсе ҙур өмә үткәрелде.
6 октябрь, йәкшәмбе көнө, Иҫке Яҡуп ауылы гөрләп торҙо. Был көндө киләһе йыл билдәләнәсәк Бөйөк Ең... |
Ағымдағы йылдың февраль айында Аҙнай ауыл клубына Нурзидә Солтанова мөдир итеп тәғәйенләнде. Ауылдың мәҙәни тормошо, киләсәккә пландары менән танышыу өсөн уның менән бәйләнешкә индек.
Аҙнайҙарҙың күңелдәре тулы моң
Нурзидә Шамил ҡыҙы үҙе лә Аҙнай ауылынан, ғаиләһе менән күрше Этҡол ауылында йәшәй. Тормош иптәше Рөстәм ... |
Уҡыусылар Вәлит ауылынан афған һуғышында ҡатнашыусы Айрат Түләшев менән осрашты. Ул һуғыш мәхшәре, афған ерендә һәләк булған иптәштәре тураһында һөйләне. //
Яугир-интернационалист менән осрашыу
Уҡыусылар Вәлит ауылынан афған һуғышында ҡатнашыусы Айрат Түләшев менән осрашты. Ул һуғыш мәхшәре, афған ерендә һәләк булған и... |
14 апрелдән быға тиклем раҫлау өсөн башҡа төбәктәргә ебәрелгән коронавирусҡа тикшереүҙәрҙең барыһы ла республика лабораторияларында үткәрелә башланы.
14 апрелдән быға тиклем раҫлау өсөн башҡа төбәктәргә ебәрелгән коронавирусҡа тикшереүҙәрҙең барыһы ла республика лабораторияларында үткәрелә башланы.
Стәрлетамаҡта бер ла... |
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә хәбәрҙәр бушлай күп каналлы 8-800-222-11-83 телефон номерына ҡабул ителә.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәгенә хәбәрҙәр бушлай күп каналлы 8-800-222-11-83 телефон номерына ҡабул ителә.
Мәғлүмәт-белешмә үҙәгендә һайлаусылар һәм һайлау процесыны... |
Рәсәй Президенты Латин Америкаһына (Көньяҡ Америка) БРИКС саммитында ҡатнаша. 11-се саммит ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, бик мөһим мәсьәләләр ҡарала. #ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Латин Америкаһына (Көньяҡ Америка) БРИКС саммитында ҡатнаша. 11-се саммит ике көнгә иҫәпләнгән. Ҡағиҙә булараҡ, бик мөһим мәсьәләл... |
Бөтә донъяға таралған короновирус инфекцияһынан һаҡланыу йөҙөнән районда шәхси эшҡыуарҙар Рәмиә Дәүләтова, Фруза Сәрүәрова, «Ритм» йәмғиәте ательеларында күп тапҡырҙар ҡулланыла торған мамыҡ туҡымаһынан битлектәр тегелә башланы. Улар көндәлек 1000-1200 дана тегелә.
Шәхси эшҡыуар Рәмиә Дәүләтова ательеһы көнөнә 800 дана... |
Эш көнөн саҡ үткәреп бөтөп ҡайтты Әлмира. Быға тиклем төнгәсә ҡалып ултырып, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ яҙыу-һыҙыуынан арынып сыҡҡанында, мәктәбендә төнгө ҡарауылсынан башҡа йән эйәһе ҡалмай торғайны. Бөгөн йәш уҡытыусыларҙан да алдараҡ ысҡынды. Сөнки йөрәге тыныс түгел. Сөнки ҡайта һалып хәл итә торған эше бар.
Өҫтөн алы... |
Шулай, тормош дауам итә, 2020 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Яңы моронлаған йыл һеҙгә бәхет, шатлыҡ, уңыштар һәм һаулыҡ килтерһен! Киләсәктә лә һеҙҙең менән бергә булырбыҙ, тигән өмөттәбеҙ. Һәр кеше яңы йылдан яңылыҡтар көтөүсән. Мәңге элекке һымаҡ булмаҫ, үҙгәрештәр ҙә килер, яңы өмөттәр уятыр.
“Һәнәк” һәм “Ағиҙел” журналдарын ... |
Башҡортостанда каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә республикала башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Башҡортостанда каникулдар 6 апрелгә тиклем оҙайтылды. Ошо хаҡта оператив кәңәшмәлә республикала башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Алдан 2 апрелдән мәктәптәрҙә алыҫтан тороп уҡытыу башлана тип белдерел... |
Бөгөн төндә Башҡортостанда ҡырҡа һыуытты. Йылы көндәрҙән һуң тотош республикала температура түбәнәйҙе. Төндә урыны менән 15-20 градусҡаса һалҡынайтты.
Бөгөн төндә Башҡортостанда ҡырҡа һыуытты. Йылы көндәрҙән һуң тотош республикала температура түбәнәйҙе. Төндә урыны менән 15-20 градусҡаса һалҡынайтты.
Иртән Өфөлә -8,-14... |
Граждандар йыш ҡына телефон аша алдашыу ҡорбандары була. Енәйәт схемаһы шундай: кеше кеҫә телефонына банк картаһының блокировкаланыуы, банк менән бәйләнешкә инеү талап ителеүе тураһында мәғлүмәт килә. Ҡайһы берәүҙәр күр-һәтелгән телефон буйынса шылтырата, һәм яман ниәтле кешеләр уларҙан алдап картаның конфиденциаль мәғ... |
Саҡмағош районында сыҡҡан янғын тағы ла оло йәштәге ике кешенең ғүмерен өҙгән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
Саҡмағош районында сыҡҡан янғын тағы ла оло йәштәге ике кешенең ғүмерен өҙгән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
... |
Башҡортостанда, «Алға» картаһы буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 6 апрелгә тәүлек эсендә юл йөрөүҙәрҙең уртаса һаны 74% кәмегән, һуңынан эшләгән предприятиелар исемлеге артыуға бәйле 5% артҡан, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
21 районда ҡала яны маршруттары ябылған. Даими автобус бәй... |
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018–2019 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона төбәктең әҙерлеге мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль райондар һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
Кәңәшмәлә юл-транспорт комплексыны... |
Бөгөн, 30 сентябрҙә, Ҡубияҙ ауылы мәҙәниәт йортонда асҡындар Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында Театр йылына арналған үҙешмәкәр театрҙарҙың фестиваль-марафоны штандартын борайҙарға тапшыра.
Борай район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклен сәхнәләштерәсәк. 1 октябрҙә улар ф... |
Бынан 29 йыл элек ҡыштың сатлама һыуыҡ бер көнөндә Афған еренән һуңғы Совет һалдаты сығарыла, унда туғыҙ йыл һәм 51 көн ябай совет егеттәре интернациональ бурысын үтәй.15 февраль был илдә һуғышҡандар өсөн генә түгел, хатта яҡын һәм алыҫ сит ил территорияһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ яугир-интернационалистар... |
Баймаҡ районы фермерлыҡ һәм кооперация йүнәлештәрен үҫтереү, был йүнәлештә яңы производстволар асыу, ошо тәңгәлдә йәштәрҙе дәүләт программаларына йәлеп итеү буйынса республикала үҙенсәлекле тәжрибә үҙәге булып тора. Бөгөн беҙҙең район крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм кооперативтар һаны буйынса Башҡортостанда алдынғы уры... |
35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләргә һәм йәш белгестәргә “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы буйынса ауылда торлаҡ төҙөүгә (һатып алыуға) социаль түләү бирелеүе тураһында 11 таныҡлыҡ тапшырылды. Бер ғаилә “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” програмаһында ҡатнашты.
- Өй туйлаусыларҙың кү... |
Күршеләрем, иртән торһам,Сәләм биреп өндәшә.Шатлыҡтарҙы уртаҡ итә,Ҡайғыларҙы бүлешә.Эйе, “Күрше хаҡы – тәңре хаҡы”, “Күршене һатып алып булмай” тигән әйтемдәрҙән күренеүенсә, өйлө генә булыу етмәй, күршеңдең ниндәй кеше булыуы ла мөһим. Һәр саҡ күршеңә йомошоң да төшә, ярҙам итеп рәхмәт һүҙҙәре ишетеү ҙә ҙур ҡыуаныс, ө... |
Өфөләге 16-сы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Дарья Крутько Ульяновскиҙа спорт форумында Владимир Путинға Өфөлә гимнастика үҙәген төҙөү үтенесен белдергәйне. Аврора һәм Эшсе хәбәрселәр урамдары киҫелешендә ҡыҙҙың хыялы тормошҡа ашырыла башлаған да инде. Дарья был спорт төрө менән ете йәштән алып шөғөлләнә.
Дарья Крутькон... |
Атайлы балалар ғаиләһенә еңелерәк булғандыр инде, сөнки уларҙың етешерәк йәшәүен күреп үҫтем мин. Күрше ҡыҙға уйнарға ингәндә, бәләкәс кенә икмәк киҫәгенә ымһынып ҡарап торған саҡтарым иҫтә уйылып ҡалған.
Һуғыш. Бала. Был ике һүҙ бер-береһенә бер нисек тә тап килмәгән төшөнсәләр. Ҡәһәрле, аяныслы һуғыш һәм саф, ғәйепһе... |
Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Дағстандың Ботлих ауылында 20 йыл элек республикаға баҫып ингән халыҡ-ара террорсыларға етди ҡаршылыҡ күрһәткән батырҙар менән осрашты.#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Дағстандың Ботлих ауылында 20 йыл элек республикаға баҫып ингән халыҡ-ара террорсыларға етди ҡар... |
Башҡортостанда биләмәләрҙең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә –... |
Бөгөн «Йоматау» шифаханаһында «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһе табиптарға «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары, шулай уҡ онкология ауырыуҙарын иртә стадияла асыҡлаған өсөн сертификаттар тапшырыу тантанаһынан башланды.
Мораҡ үҙәк район дауаханаһы терапевы Әлфиә Әлимғолова, Асҡын үҙәк район дауаханаһыны... |
Башҡорт эстрадаһында ут сатҡыһы кеүек сағыу, ҡыйыу, ташып торған энергиялы бейеүсе, йырсы Алтынай Вәлитов: Яратам мин ошо һорауға яуап бирергә)):
“Исемемде атаәсәйем бергә уйлап ҡушҡан. Алтын менән бәйле исем ҡушҡылары килгән. Бөтөн яҡлап та алтын кеүек булһын, тип. Ғөмүмән, башҡорт ират исемдәре тартынҡы хәрефкә бөт... |
Унда кремний бар, ә ул тире торошон яҡшырта, һырҙар, һытҡылар барлыҡҡа килеүҙән аралай. Организмда кремний етерлек булһа, йоҡо яҡшы, күңел күтәренке булыр.
Ҡауындың файҙаһы ҙур!
Ҡауын витаминдарға бай. Унда кремний бар, ә ул тире торошон яҡшырта, һырҙар, һытҡылар барлыҡҡа килеүҙән аралай. Организмда кремний етерлек бул... |
Яуаплылығы сикләнгән “Аграр традициялар” йәмғиәте мал аҙығы әҙерләүселәре сенаж һалыуҙы тамамланы, был көндәрҙә улар бесән әҙерләү менән мәшғүл.
Яуаплылығы сикләнгән “Аграр традициялар” йәмғиәте мал аҙығы әҙерләүселәре сенаж һалыуҙы тамамланы, был көндәрҙә улар бесән әҙерләү менән мәшғүл.
22 июлгә хужалыҡта алдағы ҡышл... |
Бирғәлиндың кандидатураһы Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының VIII отчет-яңынан һайлау съезы делегаттарына ҡарауға тәҡдим ителә. Сара 16 октябрҙә Өфөлә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты пленумының сираттағы ултырышында Башҡортостан Республикаһ... |
Көн артынан көн үтеп, йыл аҙағына ла яҡынлашабыҙ. Майҙандарҙы сағыу уттары менән балҡыған шыршылар биҙәй, сауҙа кәштәләре Яңы йыл бүләктәре менән тулды. Кешене өмөт йәшәтә, беҙ барыбыҙ ҙа башланасаҡ йылдың быйылғыһына ҡарағанда уңышлыраҡ булыуын, ауырлыҡтарҙың иҫке йылда тороп ҡалып онотолоуын теләйбеҙ.
Һеҙгә байрам кә... |
Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының БДИ буйынса һөҙөмтәләре билдәле була башланы. Мәҫәлән, химия буйынса имтиханда Борай ауылының 2-се гимназияһын тамамлаған Луиза Хәлил ҡыҙы Тажетдинова 100 балл йыйыуға өлгәшкән.
Луизаның уҡытыусыһы - Әнисә Илдар ҡыҙы Мортазина. Был - уларҙың ентекле хеҙмәте һәм яҡшы әҙерлеге һөҙөмтәһе.
У... |
Тиҙҙән илебеҙ өсөн мөһим байрам - Халыҡтар берҙәмлеге көнө - яҡынлаша. Шул уңайҙан ҡала-районыбыҙҙа бихисап байрам саралары уҙғарыласаҡ.Мәҫәлән, бөгөн ҡала-районыбыҙҙың барлыҡ мәктәптәрендә лә тематик дәрестәр уҙғарылды. 1-се Башҡорт лицейының 5-се Г класы уҡыусылары менән аралашабыҙ.
Тиҙҙән илебеҙ өсөн мөһим байрам - ... |
Омуль бөгөнгө көндә юҡҡа сығыу сигендә тора. Сөнки уны браконьерҙар күпләп тота һәм “ҡара” баҙарҙа юғары хаҡҡа һата.
Ҡиммәтле балыҡты һаҡлап алып ҡалыу, үрсетеү маҡсатында дәүләт махсус саралар күрә. Был эшкә йәмәғәтселек, билдәле шәхестәр ҙә йәлеп ителә. Изге эшкә үҙ өлөшөн билдәле Америка актеры, Голливуд йондоҙо Сти... |
Ғүмерҙең фанилығын, һәр сәғәт-минутының һанаулы икәнен иҫкәрткәндәй, тыҡ-тыҡ һуҡҡан метроном тауышы аҫтында исем-шәрифтәр яңғырай: Фәнис Фазылйәнов, Рушан Ахунйәнов, Евгений Медведев, Рөстәм Шәйәхмәтов, Камил Сәйфуллин, Артур Әхмәтйәнов, Айҙар Мөхтәруллин, Ринат Зәйнуллин...
Ғүмерҙең фанилығын, һәр сәғәт-минутының һана... |
Өфөлә кейәү менән кәләш туй көнөндә ҡан тапшырған. Йәштәр туй тантанаһын һәйкәлдәр янына барып билдәләмәгән, ә Республика ҡан ҡойоу станцияһына барған.
Өфөлә кейәү менән кәләш туй көнөндә ҡан тапшырған, тип яҙа “Башинфрм” агентлығы. Йәштәр туй тантанаһын һәйкәлдәр янына барып билдәләмәгән, ә Республика ҡан ҡойоу станци... |
18-се быуатта барлыҡҡа килгән Хәлил ауылы тиҙ арала ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм башҡа милләт халыҡтары өсөн мәҙәни, сауҙа һәм дини үҙәккә әйләнә.
18-се быуатта барлыҡҡа килгән Хәлил ауылы тиҙ арала ошо төбәктә йәшәгән башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм башҡа милләт халыҡтары өсөн мәҙәни, сауҙа һәм дини үҙәккә әй... |
200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.
Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Ҡала ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы(2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡараға... |
Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәштә тәүге мәсьәлә – ил буйынса вакцинацияны башлау тип атаны.#ВладимирПутин
Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы көрәштә тәүге мәсьәлә – ил буйынса вакцинацияны башлау тип атаны.
Дәүләт башлығы шулай уҡ COVID-19тан дарыуҙар һәм вакцина барлыҡҡа килг... |
“Ҡурай сәскәлеге” модель китапханалар комплексына ҡараған “Йәшлек” китаханаһында үткәрелгән әҙәби-музыкаль кисәгә мәшһүр яҙыусының ижадын хөрмәт иткән Ғәбдөк шиғриәт һөйөүселәре йыйылды.
Сараның маҡсаты - әҙипкә, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү. Быйылғы Театр йылы, Башҡортоста... |
Бөгөн, 1 октябрҙә, республикала ташлама менән матбуғат баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ул 11 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Бөгөн, 1 октябрҙә, республикала ташлама менән матбуғат баҫмаларына яҙылыу ун көнлөгө башланды. Ул 11 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Үҙәк баҫмаларға хаҡтар 10 процентҡа түбән булһа, республик... |
Иң ҡыйыны мөҙҙәтле ялға сыҡҡас башланды уның. Бында инде ул кәрем бөткәс, кемгә кәрәк мин тип, был уйҙы башынан бөтөнләй алып ташланы ла, һимеҙлегенән аяғын саҡ һөйрәп атлаған ҡатынына хеҙмәт итеүен дауам итте.
Лена Абдрахманова
Шәриф тәмәке тартырға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына әүәҫләнә.
Уға нисек өйрәнгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡ... |
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.