text
stringlengths
279
69.3k
"Акбуҙат"тар Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Эдельвейс" балалар һәм үҫмерҙәр клубы ойошмаһында ҡунаҡта булып ҡайтты. Балалар менән "Аҡбуҙат" журналы тураһында һөйләп, шиғырҙар уҡып, йомаҡтар сисеп йәнле итеп аралашыу ваҡыты арауығында ошо ойошмала эшләп йөрөгән уҡытыусы ханым "Аҡбуҙат" журналына арнап шиғыр ижад иткән. Һәм уны ...
Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Изге Шәғбан минең үҙемә тәғәйенләнгән ай», — тигән, был турала үҙенең фәрештәләренә хәбәр биреп. Аллаһы Тәғәлә үҙе лә: «Эй, фәрештәләрем! Минең ҡолдарым булған бәндәләрҙең Минең һөйөклө илсем өсөн тәғәйенләнгән айҙы нисек итеп хөрмәт иткәндәрен, ололауҙарын күрҙегеҙме? Шуның өсөн дә Мин үҙемдең д...
Мәхмүт төтөнгә сәсәп уянды. Торорға маташты. Ләкин айнығып та етмәгән кәүҙәһе уны тыңламаны. Ауырлыҡ менән асҡан күҙен төтөнгә әсеттерә-әсеттерә тирә-яҡты байҡаны, ундағы мәхшәрҙе күреп, ҡото осто. Гәрбилдән арлы-бирле әтмәләгән аласығын төтөн баҫҡайны. Ул сәсәй-сәсәй, бар көсөн йыйып, аласыҡ ауыҙына шыуышты. Аласыҡ эс...
Ошо көндәрҙә Учалы районы ауылдарының береһендәге йорт ҡыйығы эсендә 22 грамм наркотик – марихуана табыла. Ул – психоактив матдә, рәсми телдә каннабис тип тә йөрөтөлә, киндерҙән алына. Учалы район-ара прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, 37 йәшлек гражданға ҡарата һатыу маҡсатын ҡуймайынса наркотик алған һәм һаҡлаған өс...
Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия- интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Өфөлә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара һәм “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурстарын тантаналы ябыу сараһы үтте....
Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ. Әсәйҙәр, бала саҡта ашаған һөтлө коржиктарҙы иҫләйһегеҙме? Шул тәмлекәстең рецепты, һеҙ ҙә бәләкәстәрегеҙҙе һыйлағыҙ. Кәрәк була: ярты стакан һөт 1 йомортҡа 100 г аҡ май 1ст. шәкәр 3-4ст. он 1 ҡап ҡабар...
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – көньяҡ-көнсығыш төбәк йәштәре өсөн мәғариф, фән һәм белем биреү үҙәге, төбәк халҡының ныҡлы таянысы. Йәштәр, йыраҡтағы ҡалаларға юлланмайынса, яҡында юғары белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йортонда йәштәргә, сифатлы белем менән бер рәттән, һоҡланғыс тәрбиә лә бирелә. Бы...
“Ҡыҙыма 11 йәш тулғас, ҡулдарында һөйәлдәр хасил булды. Улар йәмһеҙ генә түгел, бик ныҡ ҡамасаулайҙар ҙа. Баламдың тыуған көнөнә апаһы балдаҡ бүләк иткәс, хатта уларҙы ла бармағына кейә алманы, сөнки һөйәлдәре ауырта ине. Ҡыҙым бик борсолдо, илап та алғыланы. Бер мәл кейәү тейешле кеше бик ябай һәм ҡыҙыҡ кәңәш бирҙе. Ы...
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, 23, 24, 25 ғинуарҙа йылы булыуы көтөлә. Шәмбе, 23 ғинуар, ҡайһы бер райондарҙа иртә менән һауа температураһы -32 градусҡа ҡәҙәр төшәсәк. Төндә һәм иртәнге мәлдә юлдарҙа томан булыу мөмкинлеге бар. 24 һәм 25 ғинуарҙа ҡар яуасаҡ, ул еүеш ҡарға әйләнә, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Урыны менән буран,...
Балалар стоматологтары бригадаһы Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш балалар стоматолог-белгесе Римма Ғәниева етәкселегендә Йылайыр районына сыҡҡан. Ике көн дауамында районда йәшәгән 79 баланың һаулығы тикшерелгән, 56-һына дауалау үткәрелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортоста...
Ығы-зығынан ситләшеп, эске тойомлауығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Ошо арала көтөлмәгән хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Ҡайһы берҙә күптәнге бәйләнештәрҙе файҙаланырға тура килер. Мөһим эштә фекерҙәштәргә таянығыҙ. БУҒА Ҡапыл ябырылған тәҡдим­дәрҙән башығыҙ әйләнеүе ихтимал. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалып, көсөрг...
Свердловск өлкәһенең губернаторы Россель Рәсәйҙә яңы республика – Урал республикаһын булдырыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Уныңса, был Рәсәйҙә федерацияны нығытасаҡ һәм төбәктәрҙең тиңлеген тәьмин итәсәк.Рәхимов шылтыратырға тип телефонға ҡулын ғына һонғайны, ул үҙе зыңғырлай башланы. Бүлмә хужаһы трубканы алды.– Ә...
Ожмах һәм тамуҡ тибеҙ. Улар бит беҙҙән һуң килер быуындарға ҡаласаҡ эштәребеҙ – изге һәм яуыз эштәребеҙ, ҡылған ҡылыҡтарыбыҙ, дөрөҫөрәге, шул эштәр тураһындағы ике төрлө хәтер – изге һәм яуыз хәтер. Беҙҙең турала изге хәтер йәшәһә, рухыбыҙ ожмахта буласаҡ, яуыз хәтер йәшәһә, рухыбыҙ тамуҡта ғазап сигәсәк. Ожмахты йәки ...
Беҙ бал ҡортон беләбеҙме? Был һорауҙы балаларға бирһәң: «Беләбеҙ, улар бал бирә һәм ныҡ итеп ауырттырып саға», – тип яуаплай. Ололарҙың да күптәре бал ҡорттары тураһында ошонан артығын белмәйҙер. Мин сирек быуатҡа яҡын умартасы булып эшәһәм дә, йылдан-йыл үҙем өсөн уларҙың ошоғаса билдәһеҙ, яңы яҡтарын асам. Бына шулар...
Көнбайыш-Мариц бурокүмер бассейнын үҙләштереү кәрәклеге арҡаһында, 1947 йылдың 10 майында ҡала төҙөлөшө башлана[4]. 1947йылдың 2 сентябрендә ҡала Раковски, Мариин һәм Черноконевый торлаҡ пункттарын ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә һәм Георгий Димитров хөрмәтенә исем бирелә[3]. 1947 йылда ҡаланы булдырғанда халыҡ һаны 9...
Ярты килограмм ҡабаҡ, 250 грамм кишер, 120 грамм һуған, ¼ стакан үҫемлек майы, бер аш ҡалағы шәкәр, ярты аш ҡалағы тоҙ, бер стакан һыу, бер аш ҡалағы 9 процентлы һеркә кәрәк. Тәүҙә һуған менән кишерҙе йыуып, таҙартып киптерәбеҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды, ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ. Шунан ҡабаҡты, кишерҙе, һуға...
Яҙыусы иҫән саҡта ла, вафатынан һуң да уның исемен мәңгеләштереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Бөгөн Ноғман Мусиндың йәшәгән йортонда (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 7/1 йорт) таҡтаташ асылды. Был сара уның вафатына бер йыл тулыр алдынан ойоштороло. Сара Ноғоман ағайҙың тауышы менән башланып китте: уның телевидение фон...
Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар. Баҡсағыҙҙа топинамбур үҫтерәһегеҙ икән, уның файҙаһын күрә белергә кәрәк. Уның япраҡтарын, сәскәләрен, бүлбеләрен ҡулланалар. Топинамбурҙан яһалған төнәтмә ҡан баҫымын түбәнәйтә, ҡандағы шәкәрҙе...
Шундай парҙар була – уларҙы күргәс, йылмаймай, эстән генә һоҡланыу ҡатыш ихтирам итмәү мөмкин түгел – үҙ-ара мөнәсәбәттәре публика өсөн түгел - ҡорос, үҙҙәре тырыш, донъялары бөтөн, балалары ипле, йәшәйеш-тороштары бар ғәмгә өлгө. Иҫке Собханғолдоң йәмле Ағиҙел буйын төйәк иткән Торсонбаевтар – ана шундайҙарҙан. Май тә...
Рәмис әсәһе менән үҙенең ниндәй уйында ҡатнашыуын ҡайҙан белһен инде? Уларҙы шат бер егет подъезд алдында уҡ ҡаршы алды. Юл буйы мыжып килгән Рәмис ят ағайҙың ҡулындағы ҙур, оҙонса ҡарбузды күреү менән, йөҙө асылды. – Был кемгә? – тине ул, иҫәнләшеп тә тормай. – Һиңә, малай, һиңә! – Шул тиклем ҙурҙы алмаһағыҙ... – Күтә...
Бер ваҡыт берәү Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең өйөнә килеп: "Инергә мөмкинме?" - тип рөхсәт һорай. Мөхәммәт (с.ғ.с.) үҙенең хеҙмәтселәренә: "Бар, сыҡ та был кешегә рөхсәт һорау тәртибен аңлатып бир. "Әс-сәләмә-ғәләйкүм! Өйөгөҙгә инергә мөмкинме, тип һораһын", - тип әйтә. Мөхәммәт (с.ғ.с.) мосолмандарға ете нәмәне эшләргә бойорғ...
Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте. Үткән йомала коронавирус пандемияһына бәйле райондағы эпидемиологик хәлгә арналған сираттағы брифинг үтте. Тәүге һүҙ менән сығыш яһаған район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин биргән мәғлүмәткә ҡарағанда,...
Һөткә һәм йомортҡаға баҫылған сөсө йә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, май, һөт, йомортҡа һ. б. тәмләткестәр ҡушып эшләнгән ҡамыр) әҙерләнә. Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 сантиметрға яҡын булған ромбиктарға киҫелә. Икенсе варианты — ҡамырҙы түңәрәк формаһында йәйәләр һәм 5 см оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүләлә...
Рәйес күңеле менән һиҙә, ҡатын уға нимәлер әйтергә теләй, ләкин һүҙ башлай алмай. Әллә асылырға теләмәйме? Юҡ, Зөһрә ваҡ-төйәк менән булаша торған ҡатындарға оҡшамаған. Улар үҙҙәренә артыҡ ышана, йә ниндәйҙер хәл иткес ярҙамға өмөт итә. Ир ҡатынға иғтибар менән ҡарап, уны бик ентеләп тыңлаған һымаҡ, әммә бер һүҙен дә й...
Кеше – тәбиғәттең иң серле бер күҙәнәге. Тәбиғәт-ул беҙҙе уратып алған мөхит ,кеше эшмәкәрлегенән тыш барлыҡҡа килгән донъя. Аҡ мунсаҡ төшөп ҡалды, Ай күрҙе, ҡояш алды. /ысыҡ/ Күктән килде, ергә китте. /ямғыр/ Ялт-йолт ялтырай, Ерҙең өҫтө ҡалтырай. /йәшен/ Тау арҡылы уҡ аттым, Атҡан уғым юғалттым. /йондоҙ атылыу/ Таҫма...
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе нигеҙендә 2020 йыл “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителде. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт телен үҫтереү, өйрәнеү, әлбиттә, мөһим. Беҙ, Көмәрле ағинәйҙәре, ошо ҡарарҙы хуплап, уны тормошҡа ашырыу, дәүләт теле булараҡ даирәһен арттырыу маҡсатында диктант яҙҙыҡ. Бы...
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан Рәсәйҙә “Демография” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, бигерәк тә, гүзәл заттарға һәр йәһәттән дә уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн илебеҙ етәкселеге ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. Бәләкәй бала тәрбиәләгән, шул уҡ ваҡ...
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова "Бәйләнештә" селтәрендә быйылғы башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты үткәреү датаһын белдерҙе. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2021" акцияһы 24 апрелдә үтәсәк. Диктантта ҡатна...
1890 (бер мең һигеҙ йөҙ туҡһанынсы) йыл — кәбисә булмаған йыл, григориан календары буйынса шаршамбы көндө башлана. Был беҙҙең эраның 1890 йылы, 2 мең йыллыҡтың 890 йылы, XIX быуаттың 90 йылы, XIX быуаттың 9 ун йыллығының 10 йылы, 1890 йылдарҙың 1 йылы. Йөкмәткеһе 1 Ваҡиғалар 2 Тыуғандар 3 Вафат булғандар 4 Шулай уҡ ҡар...
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында был тармаҡ буйынса уңышл...
Яҡташыбыҙ Малаяҙ һылыуы Зөһрә Мөхәрәмованың һылыулығы донъяны яулай. Башҡорт дәүләт университетының 4 курс студенткаһы быйыл Ҡытайҙа һәм Дубайҙа үткән халыҡара кимәлдәге ике конкурста ҡатнашты. Дубайҙа апрель башында тамамланған конкурс Зөһрәгә “Ғәләмдең идеаль матурлыҡ мисы” Гран-приһын һәм еңеүсе данын килтерҙе. Яҡта...
Владимир Путин – МагнитогорскиҙаБөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Магнитогорск ҡалаһына килде. Етәксенең урындағы металлургтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотлауы, металлургия комбинатының тау-байыҡтырыу фабрикаһында өр-яңы “5-се аглофабрика” производствоһын асыуҙа ҡатнашыуы планлаштырылған. Әйткәндәй, Магнитогорскиҙа б...
Ләйсән Барлыбаеванан "Ҡыҙыл бәрхәт" торты рецебы Ҡамыр өсөн: он - 340г, шәкәр - 300г, какао - 1аш ҡалағы, тоҙ - 1/4 сәй ҡалағы, сода - 1сәй ҡалағы, разрыхлитель - 2 сәй ҡалағы, йомортҡа - 3шт, рафинир. көнбағыш майы - 300мл, кефир 3,2% - 300мл, ҡыҙыл аҙыҡ буяуы - 2 сәй ҡалағы. Ҡамырҙы эшләүе бик еңел. Миксерҙы иң аҙаҡ ...
Бүре (йондоҙлоҡ) (лат. Lupus) — йондоҙлоҡ, иң яҡты йондоҙо — γ Lup, яҡтылығы 2,80 була. Майҙаны буйынса урыны — 46. Йөкмәткеһе 1 Күҙәтеү 2 Тарих 3 Иҫкәрмәләр 4 Һылтанмалар КүҙәтеүҮҙгәртергә ТарихҮҙгәртергә ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә ҺылтанмаларҮҙгәртергә Йондоҙлоҡтар исемлеге. Был йондоҙҙар тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һе...
Тулғаҡ ғазаптары кисереп яҡты донъяға тыуҙырған, үҫтергәнсе төн йоҡоларынан ҡалған әсәй ҙә, һинең өсөн күп ваҡыт өнһөҙ-тынһыҙ ғына борсолған атай ҙа берәү генә була... Яңыраҡ кейәүгә сыҡҡан бер әхирәтем менән туйҙарынан һуң һөйләшеп ултырғанда: “Иреңдең туғандарына үҙең теләгәнсә-белгәнсә өндәшәһеңме? Әллә улар әйткәнс...
Миома – йомшаҡ мускулатуралы ағзала барлыҡҡа килгән шеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул күбеһенсә бала ятҡылығында була. Миома – йомшаҡ мускулатуралы ағзала барлыҡҡа килгән шеш. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ул күбеһенсә бала ятҡылығында була. Сәбәбе – гормональ фондың үҙгәреүе. Ғәҙәттә, 30–35 йәшлек гүзәл заттарҙа йыш осрай. Миома кеше ғүмеренә ...
«Берҙәм Рәсәй» — 52% ,КПРФ — 21%,ЛДПР — 10%,«Ғәҙел Рәсәй» — 8%,«Рәсәй патриоттары» — 5%,«Йәшелдәр» партияһы — 2,5%. ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Участкаларҙан сыҡҡанда 33 мең һайлаусынан һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса түбәндәге һөҙөмтәләр билдәле булды: Һорауға яуап биреүселәрҙең 52% «Б...
Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк -25 °С Болотло АнтитеррорВкТelegramОк Бөтә яңылыҡтар Яңылыҡтар 9 Сентябрь 2019, 04:58 Башҡортостанда 45 балалар баҡсаһы төҙөү өсөн “Демография” милли проекты сиктәрендә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бү...
Көҙгө саҡырылышта республиканан 4 меңдән ашыу егет хеҙмәткә алына. Улар фәнни роталарға, шул иҫәптән "Эра" технополисына ебәреләсәк. Хәрби комиссариат әйтеүенсә, саҡырыуға бәйле барлыҡ саралар Ҡораллы Көстәргә коронавирус инфекцияһының үтеп инеүенә юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола. Йыйылыу...
Мин ҡабаттан тыуыр булһам, Шишмә булып тыуыр инем. Сылтыр-сылтыр наҙлап ҡына Аяғыңды йыуыр инем. (х2) Күҙҙәреңә генә түгел, Эҙҙәреңә табынамын. Ҡырҡ тапҡыр көндә янып, Ҡырк тапҡыр ҡабынамын. (х2) Ал мине күк, ай янында Йондоҙ булып янайымсы. Осҡан саҡта ҡапыл һүнеп, Ап-аҡ көлгә ҡалайымсы. (х2) Таһир Күсимов Райман Ишба...
Һуңғы ваҡыттағы күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, илебеҙ мәғарифы, белем һәм тәрбиә биреү системаһы хаҡында ваҡытлы матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә кем генә яҙмай ҙа ниндәй генә фекер белдермәй. Ваҡытында Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарған күренекле педагог, фән докторы, бөгөн БФА президенты, академик Әлфис Ға...
Хәүефһеҙлек үҙен ҡотҡарған кешене әйберҙәр килтерәйыйын, ҡыйыҡ цепляться өсөн күп кәрәкмәй, ҡалаларға йөҙҙәрсә мең һыйынды: рәсми мәғлүмәттәр буйынса, күп йылдар дауамында ныҡ Кер Һин штатында һыу баҫыу ҡурҡынысы бар. Хөкүмәт дәүләт эсәр һыу килтерергә тырышып, уларға дарыу һәм аш-һыу, һауа, Кер шт ауыл хужалығы минист...
Күпселек осраҡта телмәрҙәге өнгә тура килә, әммә был мотлаҡ түгел (мәҫәлән: рус, башҡорт телдәрендәге ь, ъ, британ инглиз телендәге r). Хәреф бер нисә төрлө яҙылырға мөмкин, улар хәрефтең әйтелешенә һәм мәғәнәһенә йоғонто яһамай. Алфавитта хәрефтәр һаны ғәҙәттә 50-нән артмай, әммә иҫкәрмәләр бар (мәҫәлән, кхмер теле). ...
Янғын сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү!Бәхетһеҙлеккә күрә, үткән төндә район үҙәгендә сыҡҡан янғында ла кеше һәләк булған.Янғын тураһында хәбәр 2020 йылдың 15 апрель төнөндә ҡабул ителгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, тораҡ йорттоң таҡтанан эшләнгән верандаһы һәм аш бүлмәһен янғын солғап алған була. Утты һүндергән ваҡ...
Ул РФ Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы "Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында" указы нигеҙендә булдырылды. 22 АВГУСТА РӘСӘЙҘӘ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ Был көндө 1991 йылда РСФСР Юғары Советы "РСФСР-ҙың Милли флагын рәсми таныу һәм файҙаланыу тураһында" тигән ҡарар ҡабул итә, у...
...Ана килә уның мөхәббәте. Туҡта, туҡта, ҡара әле, теге “крузак” водителе төштө түгелме һуң? Бына ишеген асты, Диләне туҡтатты, водителе оятһыҙ икән, ҡулын бирҙе, етмәһә, ҡосаҡларға итә. Дилә молодец, ҡулы менән этеп, туҡтатты ла, Азат яғына төртөп күрһәтте. Теге водитель бер Диләгә, бер Азаттың “Королла”һына ҡарай. А...
2 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереүгә тыуҙырылған шарттар тураһында һөйләне. Бындай ярҙам институттары Башҡортостандың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа булышлыҡ итеү агентлығында тупланған, тине комитет етәксеһе, эшҡы...
300 г ыҫланған тауыҡ ите, 4 йомортҡа һәм бешкән бәрәңге, 1 ҡап йомшаҡ сыр, һуған (ваҡ итеп турарға һәм 10-20 минутҡа аш һеркәһе һәм ҡайнар һыу ҡатнашмаһына һалырға), йәшел һуған да ярай, майонез. 1-се ҡат: ваҡлап туралған тауыҡ ите (ыҫланған итте ҡыҙҙырылған йәки бешкәне менән дә алмаштырырға мөмкин), майонез 2-се ҡат:...
Был кеүәҫте әҙерләүе бик еңел генә. Ул тотош организмға яҡшы тәьҫир итә, таҙарта. Остеохондроз, быуындар һыҙлауы менән яфаланған кешеләргә айырыуса файҙалы.Кәрәк була: Был кеүәҫте әҙерләүе бик еңел генә. Ул тотош организмға яҡшы тәьҫир итә, таҙарта. Остеохондроз, быуындар һыҙлауы менән яфаланған кешеләргә айырыуса файҙ...
Сибай ҡалаһынан Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле Ҡазанда үткән конкурста I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ҡалаҡ һуғыусылар ансамбленең оло еңеүе Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәҙәниәт" милли проекты (национальный проект "Культура") сиктәрендә үтк...
Директоры, йышыраҡ кил, тип һайрай башланы, тип ғәжәпләнде Саттар. Тағы берәй нимә ҡыйланырға итәме икән, тип аңламай тора. Урамға сыҡҡас та, Саттар пансионаттың һары, шөҡәтһеҙ бинаһына ҡарап торҙо. Әллә, ысынлап та, атаһын бында килтереп, бындағыларға ышанып, хаталандымы икән? Ә атай бит үҙе тыуған яҡтарына – Күркәлег...
Ағымдағы йылдың 6 майында Өфөлә COVID-19-ҙан һауыҡҡан донорҙан беренсе иммун плазмаһын әҙерләнеләр. Республика ҡан ҡойоу станцияһы Башҡорт дәүләт медицина универститеты менән бергә COVID-19 реконвалесцент (һауыҡҡан) донорҙарҙың мәғлүмәт базаһын тултыра башланы. Вирусҡа ҡаршы вакцина әҙерләнеү этабында булған шарттарҙа ...
Гөл төбөнә йыш ҡына ваҡ себендәр эйәләй. «Көтөлмәгән ҡунаҡтар» эйәләшкән үҫемлекте ташларға ашыҡмағыҙ. «Көтөлмәгән ҡунаҡтар» эйәләшкән үҫемлекте ташларға ашыҡмағыҙ. Уның төп сәбәбе – тупраҡтың дезинфекцияланмаған булыуы. Гөлдәге ҡоротҡостар унда йомортҡа һала. Был, үҙ сиратында, уны сирләтә. Бөжәккә ҡаршы препараттар а...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалы эфирында республика предприятиеларының импортты алмаштырыуға әҙерлеге хаҡында бәйән итте. “Әүҙем хәрәкәт итә торған ваҡыт” Республика етәксеһе “Рәсәй 24” телеканалында эфирға сыҡты. Ул алып барыусының һорауҙарына яуап биреп, беҙҙең ниндәй предприятиеларҙың импорт...
3 йомортҡаны яҡшылап туғлап, уға 12 ҡалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәгеҙ һәм блендер менән 2 минут ҡабартып алығыҙ. Әлеге массаға 12 ҡалаҡ һөт, 12 ҡалаҡ үҫемлек майы, ярты лимон һутын өҫтәп, тағын бер аҙ туғлағыҙ. Унан һуң 12 ҡалаҡ он, 1 ҡап ҡамыр ҡабартҡыс һалып, тағын болғатығыҙ. Әҙер ҡамырҙы, майланған табаға һалып, 180–200 гра...
Йорт ҡоштары араһында ауырыу Саратов, Төмән, Силәбе, Ҡурған, Омск өлкәләрендә һәм Татарстандың Быуа районында теркәлгән. Ошо көндәрҙә күрше республиканың тағы ике районы хужалыҡтарында ауырыу ҡаҙҙар булыуы асыҡланған. Ҡош-ҡорт киҙеүе - киҫкен үтеүсе айырыуса хәүефле йоғошло ауырыу, ул үпкә һәм аш һеңдереү системаһы зар...
Әлшәй районы Ыҫлаҡ ауылынан Әлфиә Харрасова заманында һауынсы була, үҙенең малын да ҡарай, шуға тармаҡ эшен яҡшы белә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән «Агростартап» программаһы тураһында ишеткәс, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә. Был хаҡта, «Альшеевские вести» хәбәрсеһе Айгөл Мөхәмәтдинова мәҡәләһен...
“Мәғариф” милли проектына ярашлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грант алыу мөмкинлегенә эйә. “Мәғариф” милли проектына ярашлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар федераль грант алыу мөмкинлегенә эйә. Ойошмалар конкурс нигеҙендә һайлап алына. Гранттар түбәндәге сараларҙы тормошҡа ашырыуға бирелә: – Рәсәй мәғарифын...
Янғын һүндереү бригадаһын саҡырыу һәм балаларҙы эвакуациялау менән кескәйҙәрҙең кәйефен төшөрмәү өсөн нимә тураһында онотмаҫҡа кәрәк? Шыршы байрамында хәүефһеҙлек өсөн иртәлек үткәрелгән ойошма етәксеһе яуаплы. Сара алдынан бинаның янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тура килеү-килмәүен мотлаҡ тикшерергә кәрәк: әгәр бинаның...
Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.4 ноябрҙә поликлиника хеҙмәткәрҙәре шәмбе графигы буйынса эшләй:сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Табипты 16:00 сәғәткә тиклем саҡырырға мөмкин.5 һәм 6 ноябрҙә поликлиникалар ғәҙәти режимда эшләйәсәк.Халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткәреләсәкме?Эйе, поли...
Бәндәбикә рухлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың милли аң вә әхлаҡты томалаған заман шауҡымына ҡаршы килеп, илем, халҡым тип янып йөрөүе - бөгөнгөбөҙҙөң иң матур һәм маҡтаулы күренештәренең береһе. Һуңғы бер нисә йылда республиканың һәр районында тиерлек барлыҡҡа килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең ижтимағи әһәмиәтлелеген ...
Ә ишек артында Рәмзиләнең әхирәттәре тора икән. Наҙгөл менән Земфира килгән. – Мөмкинме? – тине Земфира. – Ә ҡайҙа Рәмзүк? – тине Наҙгөл. Залда ҡурҡынып ултырған Рәмзилә, балаһын күтәреп, әхирәттәре янына сыҡты. – Һине күрергә килдек, – тине Земфира. – Ә мин гәзиттә уҡыным, шым ғына фатир алып, беҙгә әйтмәйенсә генә ке...
Томоролып, зәңгәр яулыҡ иҙәп , поезд саба, Ялан тәпәй йүгерә ак ҡайындар миңа таба. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә. Ырғый поезд, дулҡынланып юлдар катылып ҡала, Туған ерем, газиз ерем мине наҙлап бара. Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә, Алда мине янар усак булып өмөт кө...
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 1...
Ошо көндәрҙә Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан бер төркөм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Эше лайыҡлы баһаланды Был сарала райондашыбыҙ, Иҫке Монасип ауылының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәнил Фәрит улы Көнәфин да ҡатнашып, республиканың агросәнәғәт комплекс...
Иртәгә, йәғни 30 октябрҙә «Өфө-Арена» боҙ һарайында иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 21-00 сәғәткә тиклем «Минең бизнесым» тигән эшҡыуарлыҡ форумы үтәсәк. Сара «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» милли проектын тормошҡа ашырыу һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһын яҡлау сиктәрендә үткәрелә. Ойоштороусылар – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйын...
Мы используем файлы cookie. Продолжив работу с сайтом, вы соглашаетесь с Политикой использования cookie и Пользовательским соглашением. ОК «Урал ғына тауҙың, ай, башында Урай-урай үҫкән бер ҡурай...» (Башҡорт халыҡ йыры) Ҡурай — башҡорт халҡының данлыҡлы һәм популяр уйын ҡоралы. Ул халҡыбыҙҙың символы һәм ғорурлығы ғын...
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хирургы Эмин Усубов коллегалары менән Ишембайға килгән. Бер көндә ул 56 кешенең күреү һәләтен яҡшыртҡан. Бынан алда уның коллегаһы Ринат Ҡаҙаҡбаев 50 операция эшләп, рекорд ҡуйғайны. Башҡортостаным|яңылыҡтар тѳркѳмѳнән. Фото: vk.kom Читайте нас в © 2020 Сайт издания "Урал" ...
Өмөт-хыялдарығыҙға яҡты юл асҡан Асҡын еренә тоғро хеҙмәт итеп, булдыҡлы етәксе, оҫта ойоштороусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, ябай һәм кешелекле булыуығыҙ менән районда ихтирам ҡаҙандығыҙ. Ихлас булмышығыҙ, бай тормош тәжрибәгеҙ артабан да Һеҙҙе белгән һәм ихтирам иткән ауылдаштарығыҙ, хеҙмәттәштәрегеҙ һәм барлыҡ яҡындары...
Силәбенән килеп, Сибайҙа ит һатыусы сирле менән бәйле шау-шыу дауам итә. Яңыраҡ ит һатыусыларҙың береһенең 6 айлыҡ ейәненең сир йоҡтороуы билдәле булды. Силәбенән килеп, Сибайҙа ит һатыусы сирле менән бәйле шау-шыу дауам итә. Яңыраҡ ит һатыусыларҙың береһенең 6 айлыҡ ейәненең сир йоҡтороуы билдәле булды. Һуңғы арала Ба...
Манный ярмаһына 1 стакан йылы һыу ҡойоп, 20 минуттай бүрттерергә. Шунан ваниль шәкәре, шәкәр, тоҙ, май өҫтәргә. Он менән какаоны, ҡамыр ҡабартҡысты айырым һауытта бутарға һәм барыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға. Араһына үҙегеҙ теләгән берәй ваҡ емеште ҡушып ебәрергә лә мөмкин. Ҡамырҙы үҫемлек майы менән майланған т...
Нуриман районының Красная Горка ауылында Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре стилендә туй тантанаһы уҙған. 2 августа Руслан Ғәлиев һәм Регина Кәлимуллина өйләнешкән. Руслан әрмелә десантсы булып хеҙмәт иткән, туй көнө 2 авгусҡа тура килгәс, уны ВДВ рухында үткәрәйек тигән. Буласаҡ кәләше ҡаршы килмәгән. Уға зәңгәр фаталы мили...
Үткән йомала район Хакимиәтендә Әсә көнөнә арналған ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте. Унда гүзәл заттарҙың район үҫешенә индергән өлөшө, өлгәшелгән ҡаҙаныштары, балалар тәрбиәләүҙә тормош тәжрибәһен нисек ҡулланыуҙары, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәү кәрәклеге тураһында бәйән ителде. Үткән йомала район Хакимиәтендә Ә...
Ашар өсөн йәшәмә, йәшәр өсөн аша, тиһәләр ҙә, көн дә ашау тураһында уйламай булмай. Әле икмәге кәрәк, әле ите бөтөп китә. Аҡсаңды ҡулыңа төйнәп тотоп алаһың да, магазинға сабаһың. Барып инәһең дә, хаҡтарҙың күтәрелеүенә бер аптырап, бер уфтанып алғас, ҡайҙа бараһың, пакетыңды тултырырға тотонаһың. Яңы йыл аҙыҡ-түлектең...
Бөтә Рәсәй "Хәтер баҡсаһы" акцияһында башҡортостандар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Нуриман районында 250 төп ҙур үлсәмле шыршы ултыртҡандар. Был хаҡта Нуриман урман хужалығы директоры Азамат Нурғәлин һөйләй. Бөтә Рәсәй "Хәтер баҡсаһы" акцияһында башҡортостандар әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Нуриман районында 250 төп ҙур үлсәмле ш...
ХикәйәтИскәндәр ыңғырашты, битен һөртөп ҡуйҙы. Эйе, ул бабайҙар иҫендә. Айыу көсө етмәҫ әзмәүер Искәндәрҙе арҡан менән бәйләп урап һалып кәрәген бирҙеләр. Бына тағы Фазылйән бабайҙың аҡ һаҡаллы йөҙө, нәфрәт утынан сатнап торған зәһәр күҙҙәре килеп баҫты. Әллә уның йәне минең менән һөйләш­кәнме әле? Бына тағы һөйләнә: «...
Бала тыуғас күҙе уның күрмәй-күрмәй, Ул балаға бик аңлатып булмай-булмай. Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин Был донъяның аламаһын-яҡшыһын. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең. Үҙ юлыңда һайлап алдың-алдың. Онотма һин, кешем,...
Мәғәнәһе - килешле генә, матур ғына булып йөрөүсән, ҡупшы, көйәҙ. Миҫалға: ҡуҫтар ҡыҙыҡай.Ҡуҫтар кейенеү. Ҡур. Күп мәғәнәле һүҙ. Тәүгеһе апаруҡ киң таралған, ул - ҡымыҙ, бал әсеткеһе. Ә икенсеһе “башланғыс, нигеҙ булған мал-мөлкәт” йә “мая” тигән мәғәнәне белдерә. Миҫал: Аҡса ҡуры. Ҡурға бер оя ҡаҙ ҡалдырыу. Ниндәйҙер ...
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған фильмды төшөрөүсе төркөм яңынан эшкә тотондо. "Шағир көндәлеге" картинаһын ижад итеүгә халыҡ та ярҙам итте. 2019 йылдың авгусында фильм тураһында йәмәғәтселеккә иғлан ителгәндән алып 1 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. ...
Германия германия автомобиль тәржемә: шәхси автомобилдәр өсөн импортты германия тәжрибәһенән сығып, германияға күсеп бер йылдан һуң, уҡыусылары менән үткәрелгән"ҡыҙҙар өсөн"максимум деталдәр һәм күп төрлө мәғлүмәттәр менән:"шул Тиклем кеүек, мин германияла университетына уҡырға инә, һәм мин мәскәүҙә йәшәгән фатирҙа төш...
Мала́кка (тай. แหลมมลายู, мал. Tanah Melayu, бирм. မလေး ကျွန်းဆွယ်, шулай уҡ Малай ярымутрауы (тай. คาบสมุทรมลายู, мал. Semenanjung Tanah Melayu)) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла ярымутрау. Һинд-Ҡытай ярымутрауының көньяҡ осо булып тора. Көнбайышта Андаман диңгеҙе һәм Малакка боғаҙы, көнсығышта — Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе һәм Сиам...
Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы республика хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәге әҙерләгән чат-ботта табырһығыҙ. Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙар Өлөшләтә мобилизация тураһындағы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы республика ...
Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар Шоңҡар -16 °С Болотло 75 лет Победы Бөтә яңылыҡтар Новости 10 Февраль 2021, 13:25 Башҡортостандың Мәғариф министрлығында ниндәй температурала мәктәптәрҙә дәрес үткәрелмәүен аңлаттылар Шул уҡ ваҡытта баланы мәктәпкә ебә...
Рәсәй Президенты Раштыуаны билдәләгәндән һуң, Сүриәгә осто. Аэропортҡа килеп төшөү менән ул был илдәге беҙҙең ғәскәрҙәр урынлашҡан базаға юлланды. Путинды бында Сүриә Президенты Бәшәр Асад үҙе ҡаршыланы. Дәүләттәр башлыҡтары ошо төбәктәге хәл-торош тураһында отчет тыңланы, шунан ике яҡлы һөйләшеүҙәр башланды. Рәсәй Пре...
Етте! Башҡаса йыр, сихри моң, алтын-көмөш, гәүһәр, нур сәскә, йөрәк, йондоҙ, монар, шәфәҡ, ләззәт, гөлләмә, ҡайылған, селтәр, көмбәҙ, лөғәт, алиһә, аҫыл, рауза, ғәййәр, гәрәбә, шөңгөр, өлкәр, аҫаба, гөлсәскә, һөйөү, үлеп яратам, нағыш, һинһеҙ йәшәй алмайым кеүегерәк һүҙҙәр менән шиғыр яҙырлыҡ тәҡәтем ҡалманы. Мостай Кә...
Институтта уҡытҡан таныш уҡытыусы менән шахмат уйнарға яратабыҙ. Дуҫ та, коллега ла түгел кеше менән шулай, йыш осрашып, аралашып йәшәйбеҙ. Беҙҙе фәҡәт ошо интеллектуаль уйын яҡынайта, берләштерә. Шәмбе көн иртән, осрашыу тураһында һүҙ ҡуйышҡандан һуң, өй тирәһендәге мәшәҡәттәрҙе тамамлайбыҙ ҙа мәҙәниәт йортона барып и...
Archives Select Month June 2019 (3) May 2019 (7) April 2019 (12) March 2019 (11) February 2019 (6) January 2019 (1) December 2018 (1) October 2018 (3) September 2018 (1) June 2018 (1) April 2018 (2) March 2018 (1) February 2018 (3) January 2018 (1) November 2017 (1) October 2017 (1) July 2017 (2) June 2017 (6) May 2017...
Йыл матур килер тип көтөлә.Һәр йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға айырым йондоҙнамә. Быйылғы йыл, уҙғанынан айырмалы, матур килер тип көтөлә. Һәр хәлдә йондоҙнамәлә шулай яҙылған.Ҡуҙы (21.03 – 20.04). Ҡуҙы 2021 йылда ҙур тиҙлек менән алға барыр. Көс-ҡеүәтегеҙ ташып торор. Быға тиклем ҡыйыулығығыҙ етмәү арҡаһында ситкә ҡуйып...
Динә Ғәзиздең былай асыуланыуын беренсе тапҡыр күрә ине. – Нимә булды? – тип аптыранды ул. – Минең бөтә эштәр хәл ителде, – тине лә ир, ҡағыҙҙарға күрһәтте. – Ошо ер майҙанын һәм йортто һатып алғанда хужа кеше уның хосусилаштырылмауын миңә әйтмәгән. Һуңынан асыҡланыуынса, был баҡсасылыҡ йәмғиәтендә, ҡалаға терәлеп торо...
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров эшһеҙлек проблемаһы сәбәптәрен билдәләне. Хәбәр итеүебеҙсә, кисә республика Хөкүмәтендә хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмә үткәйне. Саранан һуң Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андре...
Afrikaans Azərbaycan Dili Bisaya Bosanski Dansk Deutsch English Español Estonia Euskara Français Gaeilge Galego Indonesia Italiano Kiswahili Kreyòl Ayisyen Latviešu Valoda Lietuvių Kalba Magyar Malti Melayu Nederlands Norsk Oʻzbekcha Polski Português Română Shqip Slovak Slovenščina Suomi Svenska Tagalog Tiếng Việt Türk...
Оҙаҡламай һеҙҙең автомобилегеҙ булмаһа ла юлхәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф килеүе бик ихтимал. Киләһе йылданйәйәүлеләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатында Өфө урамдарына меңгә яҡын урамкамералары ҡуйыласаҡ. Был видео-теркәгестәр кешеләрҙең йөҙөн хатаһыҙ таныясаҡ. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли п...
Хаҡлы ялдағыларҙың матди тәьминәтенең дөйөм күләме төбәктәге йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән осраҡта, барлыҡ эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһын ошо йәшәү минимумына еткереү өсөн, федераль йәки төбәк социаль өҫтәмәһе билдәләнә. Федераль социаль өҫтәмә Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдары тарафынан түләнә. Төбә...
Рулдә йоҡлап китмәү өсөн махсус беләҙек кейҙерәсәктәр2021 йылда яңы яйланманы тағырға айырыуса пассажир автобустары водителдәрен мәжбүр итәсәктәр. 2021 йылда яңы яйланманы тағырға айырыуса пассажир автобустары водителдəрен мəжбүр итəсəктəр. Уның ярҙамында электромиография ысулы менəн рулдəге кешенең хəле контролдə тото...
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1956 йылдан 1-се республика мәктәп-интернаты булһа, 1991 йылда 1-се ре...
Үҙ ғүмере эсендә бер тапҡыр ҙа күрмәһә лә, Уның Аллаһ икәнен Әхәт хәйләһеҙ, шул тиклем арбағыс, сабыйҙарса ҡарашынан, балҡып торған йөҙөнән һәм оҙон һаҡалынан шунда уҡ таныны. Ул үҙе лә һиҙмәҫтән ерҙән күккә: – Эй, Алла баба-ай, тө-өш әле-е бынд-а-а! – тип ҡысҡырҙы. Илаһи зат семәрләп эшләнгән, башына ғына ҡояш һүрәте ...
Ошо арала РФ Президенты Рәсәй халҡының традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау буйынса беҙ ниҙәр эшләйбеҙ һәм эшләй алабыҙ? Сайттың архивы 2021 01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07 08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 1...
Төштәрҙе юрар алдынан уларҙың асылдары бармы әллә юҡмы икәнлеген бик яҡшы белергә кәрәк. Һаташыу икән, уны юрауҙың кәрәге юҡ.Тәғбирнәмәләрҙә билдәле булғанса, төштәрҙең дөрөҫ булыуы йылдың ҡайһы ваҡытында күренгәнлеген лә бәйле, сөнки йыл башында күргән төшөң йыл ахырындағыһынан яҡшыраҡ һәм дөрөҫөрәк. Яҙ башында күргән...
Вилдан Шәмсетдинов (“Вилли” ) һөйгән йәре Гөлназ Асаеваға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, социаль селтәрҙә йылы яҙма менән уртаҡлашты. “Динә өсөн рәхмәт!” Теүәл бер йыл элек, артистарҙың ғаиләһен тулыландырып, ҡыҙҙары Динә тыуа. "Бөгөн – беҙҙең өсөн иң бәхетле көнөбөҙ. Динәбеҙ өсөн рәхмәт!" – тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Йырсы...
Башҡорт Үргене ауылы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар әлеге белем йортонда йөҙәрләгән уҡыусыға тыуған телгә һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләп, үҙенең тынғыһыҙ ижади һәм ғилми эше менән башҡорт телен үҙ нәфислегендә һаҡлауға ҙур көс һалған шәхес. Ул“Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары” бәйгеһендә финалға үтеп, грант отҡан. Республика политехник ли...